Заһиҙә (бейеү)
«Заһиҙә»— яңғыҙ башҡарылған башҡорт ҡатын-ҡыҙ бейеүе.
Тарихы
үҙгәртергә1927 йылда Башҡорт дәүләт драма театры Мәскәүгә саҡырыла. Театр ҡуйған концертта 14 йәшлек Фәйзи Ғәскәров үҙе ҡуйған башҡорт ҡатын-ҡыҙы бейеүен башҡара, уны «Мөғлифә» тип атай.
ХХ быуаттың 40-сы йылдарында «Мөғлифә»не халыҡсан вариантында Бәҙәр Йосопова башҡара.
1939 йылда Фәйзи Ғәскәров Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле төҙөй һәм уның художество етәксеһе була.[1] Хореограф республика район һәм ауылдарына сығып, халыҡтың бейеү үҙенсәлектәрен, башҡорт ир-егеттәре, ҡыҙҙары һәм ҡатындарына ғына хас бейеү хәрәкәттәрен өйрәнә. Фәйзи Ғәскәров айырым бейеү хәрәкәттәрен генә түгел, ә башҡорт бейеүҙәре фактураһын (танцевальная фактура) һәм башҡорт бейеүҙәренә хас образдарҙы үҙләштереп, ансамбль бейеүселәре менән яңғыҙ һәм коллектив бейеүҙәр ҙә һала.
1944 йылда хореограф ансамлдең тәүге бейеүселәренең береһе Хазина Нурмөхәмәт ҡыҙы Мағазоваға «Мөғлифә» бейеүен һала.[2][3]
Талғын ғына ағылған бейеү көйөнә тыпырлап, бейеүсе ҡатын төрлө эштәр башҡара: йөн иләй, йомғаҡлай, ҡымыҙ бешә. Унан, ҡулдарын түбән төшөрөп, йөрөшләп бейей, ҡул суҡтарын йомшаҡ өйөрөлтөп, бармаҡ шартлата. Бейеүсенең хәрәкәттәре һәлмәк, һығылмалы, еңел була.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙы тыйнаҡ, ипле генә итеп бейей, уның хәрәкәттәренә һикереү, артыҡ шаянлыҡ хас түгел, ҡарашы түбән йүнәлтелгән, сөнки тамашасыға тура ҡарау әҙәпһеҙлек тип һанала. Был башҡорт халҡына хас ғаилә тәрбиәһенең сағылышы.
«Мөғлифә» бейеүе менән Хазина Мағазова бик ҙур уңыш ҡаҙана. Һуңыраҡ уны балерина Тамара Хоҙайбирҙина бейей. Балет бейеүсеһе Тамара Хоҙайбирҙина был бейеүҙе классик хореография элементтары менән байыта.
1953 йылда Бухареста үткән IV Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ул был бейеүҙе башҡарып бронза лауреаты исеменә лайыҡ була. Оҙаҡ йылдар бейеү Тамара Хоҙайбирҙинаның репертуарында ул төп номер тип һанала. Һуңыраҡ уны Фая Гәрәева, Фирҙәүес Нафиҡова, Рәүилә Хажиева башҡара.
1960 йылда ансамлгә килгән Рәшиҙә Туйсина ла уны бик оҫта бейей[4]. Бейеүҙең исеме «Заһиҙә» тип үҙгәртелһә лә, бейеүҙең сюжеты һәм хәрәкәттәре элеккесә ҡала. «Заһиҙә»не Туйсина тәүге тапҡыр 1961 йылда Мәскәүҙә, Кремль һарайында бейей.[5] 1968 йылда Софияла, Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә был лирик бейеүҙе башҡарып ул алтын миҙал яулай. Рәшиҙә Туйсина был бейеүгә күп яңылыҡтар индерә- уға һығылмалылыҡ һәм бейеү элементтары өҫтәй (яурындарҙы алмашлап һикереү, ҡул суҡтары бер өҫкә менеп, бер аҫҡа төшөп елпенә һ.б.). Бынан тыш ул кейемен дә үҙгәртә.Оҙон күлмәк, еләнен биллекләй, башына бүрек урынына ҡашмау кейә. Еләнде кештәк менән тегәләр- еңдәр ҡош ҡанатына оҡшап ҡала. Был үҙгәрештәр Фәйзи Ғәскәровҡа ла оҡшай.
Бөгөн «Заһиҙә» башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар бейеүе эталоны тип иҫәпләнә.
Бейеү тураһында фекерҙәр
үҙгәртергә«Заһиҙә» бейеүе ул – Башҡортостанды – боронғо Урал ерҙәрен сағылдырған һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ хаҡындағы тулҡынландырғыс хикәйә. Уның күңел сафлығын, тәрән аҡылын, саф һөйөүен, туған тәбиғәтте һәм матурлыҡты ихлас ҡабул итеүен тасуирлаған әҫәр[6] (Рәшит Шәкүр,Башҡорт шағиры, яҙыусы, публицист)٥
Был бейеү тәү сиратта ҡурай моңдары тыңлап әҫәрләнгән, ошо көй аҫтында күңел кисерештәрен хәрәкәттәргә һалған, үҙ асылын моң менән һынландырған ҡатын хаҡында. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының күңел донъяһы шул тиклем тәрән, әммә йәшерен, моғайын, күсмә тормош рәүеше уларҙы шундай иткәндер. Ғәскәров фольклор экспедицияларында ла шуны күргән: башҡорт ҡатындары нисек тоя, шулай бейей. Беҙгә хәҙер ошо эталонды мотлаҡ һаҡларға кәрәк, сөнки ул эксклюзив. Мин һәр ваҡыт уҡыусыларыма әйтә киләм "Башҡорт бейеүен башҡарғанда, һин урыҫтың да, татарҙың да, сиғандың да рухын еткермәйһең, ә башҡорт халҡының рухын күрһәтәһең. Әгәр һеҙ ысын итеп башҡарырға өйрәнһәгеҙ, үҙегеҙгә башҡаса мөнәсәбәттә буласаҡһығыҙ, күңелегеҙҙә тамырҙарығыҙға һеңгән башҡорт рухын тоясаҡһығыҙ"[7]. (Асия Тотманова,Башҡортостандың халыҡ артисы)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- С.Саитов.Файзи Гаскаров. Жизнь и творчество [книга-альбом на русском, башкирском и английском языках],Уфа : Китап, 2012,194 с.. ISBN 978-5-295-05652-9