Захарова Надежда Николаевна

Надежда Николаевна Захарова (1935 — 2004) — Рәсәй, совет педагогы. СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1984).

Захарова Надежда Николаевна
Тыуған көнө

10 октябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР

Вафат булған көнө

18 ноябрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (69 йәш)

Вафат булған урыны

Мәскәү өлкәһе, Рәсәй

Наградалары һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
«Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
«Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы— 1984

Биографияһы

үҙгәртергә

Надежда Захарова 1935 йылдың 10 октябрендә Мәскәү өлкәһендә тыуған.

1940 йылда ғаилә Раменское районының Михеево ауылына күсеп килә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Коломна педагогия институтына (хәҙер Дәүләт социаль-гуманитар университеты) уҡырға инә.

1957 йылдан башлап Никоново урта мәктәбендә[1] башта физика уҡытыусыһы, завуч (1960 йылдан), ә 1967 йылдан — директоры булып эшләй һәм 1999 йылға тиклем был мәктәпте етәкләй[2]. Етәксе вазифаһынан киткәс, уҡытыусы эшенә кире ҡайта.

Оҫта етәксе, талантлы ойоштороусы, ижади шәхес була. Уның энергияһы, абруйы, тырышлығы һәм өҙлөкһөҙ хәстәрлеге арҡаһында 1986 йылда Никоновское урта мәктәбенең яңы бинаһы төҙөлә, 32 йыл дауамында Надежда Николаевна ошо мәктәпте етәкләй.

Ике тапҡыр РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайлана, өс тапҡыр — Раменское ҡала советы депутаты, район, өлкә һәм республика педагогик конференцияларҙың даими ҡатнашыусыһы була[3].

2004 йылдың 18 ноябрендә вафат була. Мәскәү өлкәһе Раменское районы Никоново ауылы зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

- СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1988),

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,

- «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы,

- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы,

- Раменское районының почетлы гражданы (2000).

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә