Заугольнова Людмила Борисовна
Заугольнова Людмила Борисовна (13 апрель 1936 йыл, Мәскәү — 14 май, 2014 йыл, Мәскәү ҡалаһы) — СССР һәм Рәсәй ботанигы, биология фәндәре докторы, профессор, РФА урмандарының экология һәм продуктивлылығы проблемалары буйынса Үҙәктең урман экосистемаларының структур-функциональ ойошмһы һәм тотороҡлоғо лабораториһының баш ғилми хеҙмәткәре, урман фитоценологияһы, типологияһы һәм урмандар классификацияһы, урмандарҙағы сукцессия өлкәһендә белгес.
Заугольнова Людмила Борисовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 апрель 1936 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 14 май 2014 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ботаник |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт педагогия университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Larisa Gennadievna Khanina[d][1] |
Биографияһы
үҙгәртергәЛюдмила Борисовна Заугольнова 1936 йылдың 13 апрелендә Мәскәүҙә тыуа. 1958 йылда В.И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтын тамамлай. 1958-1962 йылдарҙа Приморье крайының Артём ҡалаһында биология уҡытыусыһы булып эшләй. 1962-1992 йылдарҙа Мәскәү дәүләт педагогия институтының биология лабораторияһында эшләй, тәүҙә лаборант, артабан кесе һәм өлкән ғилми хеҙмәткәр була. 1969 йылда «Онтогенез и возрастные спектры популяций ясеня обыкновенного в фитоценозах лесной и лесостепной зон» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1974 йылда профессор А.А. Урановтың вафатынан һуң, лабораторияла ботаника төркөмө етәксеһе, коллектив тикшеренеүҙәр ойоштороусыһы була.
1992 йылда РФА урмандар экологияһы һәм продуктлылығы проблемалары буйынса үҙәккә эшкә күсә, бында урман геоботаникаһы проблемалары өҫтөндә эшләй.
1994 йылда «Структура популяций семенных растений и проблемы их мониторинга» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2][3].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәТөп фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — урман фитоценологияһы, урмандарҙың классификацияһы һәм типологияһы, урмандарҙа сукцессия.
Л.Б. Заугольнованың фәнни ҡараштарының формалашыуында уның ғилми етәксеһе А.А. Уранов идеялары ҙур роль уйнай. Уның исеме менән ботаникала онтогенетик-популяцион ҡараштың башланғысы, йәғни үҫемлектәрҙең йәш осорҙарына бүлеүгә иғтибар итеүҙе тәҡдим иткән йүнәлеш бәйле. «Онтогенез и возрастные спектры популяций ясеня обыкновенного в фитоценозах лесной и лесостепной зон» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы «ағас тоҡомдары популяцияһын өйрәнеүҙә айырым ҡараш менән уларҙың йәш структураһы үҙенсәлектәрен календарь йәше күҙлегенән түгел, ә бәлки йәше торошонан сығып һүрәтләй. Артабан тикшеренеүсе үҫемлектәрҙең популяция кимәлендәге иерархик тиң берәмектәр системаһын эшләй, биоморфологик үҙенсәлектәр һәм онтогенез менән бәйле рәүештә күп йыллыҡ үҫемлектәрҙең популяциялары структураһының һәм динамикаһының үҙенсәлектәрен асыҡлай. Заугольнова бер фитоценоз сиктәрендә үҫемлектәрҙең ценопопуляция динамикаһы кимәлен анализлай һәм билдәләй. Ул демографик структураның күрһәткесе булараҡ онтогенетик спектр анализының яңы ысулдарын тәҡдим итә һәм спектрҙарҙың база һәм үҙенсәлекле төшөнсәләрен индерә, ценопопуляцияларҙың критик торошо төшөнсәһен нигеҙләй, мониторинг өсөн ҡулланыла торған диагностика ысулын тәҡдим итә, орлоҡло үҫемлектәрҙең популяцион мониторингы сылбыры өсөн билдәләр исемлеген әҙерләй.
Урмандарҙың экологияһы һәм тотороҡлоғо үҙәгендә эшләү осоронда Заугольнова яуаплы мөхәррир һәм автор булараҡ биш коллектив монографияны нәшер итеүҙә ҡатнаша. Уның тарафынан «Ценофонд лесов Европейской части России» һәм «Определитель типов леса Европейской части России» сайттары, шулай уҡ биология фәндәре докторы О.В. Смирнова менән берлектә үҫемлектәрҙең экология һәм ценотик төркөмдәре буйынса мәғлүмәттәр базаһы булдырылған.
Л.Б. Заугольнова шулай уҡ ватан урман геоботаникаһында һәм урмансылыҡ белемендә киң таралған доминант классификацияһы һәм Браун-Бланк үҫемлек берләшмәләренең халыҡ-ара классификацияһы араһында туры килеү-килмәүҙе тәртипкә һалыу һәм билдәләү өҫтөндә эшләй. Эшенең һөҙөмтәһе булып Европа Рәсәйе урмандары тибының иллюстрациялы электрон билдәләүсеһе тора[3].
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- О биологии самосева обыкновенного ясеня (fraxinus excelsior l.) // Биологические науки. 1967. № 5. С. 99–102.
- Вопросы морфогенеза цветковых растений и строения их популяций / Под ред. проф. А.А. Уранова. М.: Наука, 1968. 234 с.
- Ценопопуляции растений (основные понятия и структура) / Отв. ред. А.А. Уранов, Т.И. Серебрякова. М., 1976. 217 с.
- Ценопопуляции растений. Развитие и взаимоотношения / А. Г. Богданова, Н. М. Григорьева, В. Н. Егорова и др. М., 1977. 131 с.
- Динамика ценопопуляций растений / Отв. ред. Т.И. Серебрякова / Л. А. Жукова, И. М. Ермакова, Л. Б. Заугольнова и др. М., 1985. 208 с.
- Handbook of vegetation science. III. The population structure of vegetation / T.A. Rabotnov, L.B. Zaugolnova, I.M. Ermakova et al. Dordrecht, 1985. 669 p.
- Ценопопуляции растений (очерки популяционной биологии) / Л.Б. Заугольнова, Л.А. Жукова, А.С. Комаров, О.В. Смирнова. М.: Наука, 1988. 184 с.
- Диагнозы и ключи возрастных состояний лесных растений. Деревья и кустарники / Под ред. О.В. Смирновой. М., 1989. 102 с.
- Восточноевропейские широколиственные леса / Под ред. О.В. Смирновой. М.: Наука, 1994. 364 с.
- Информационно-аналитическая система для оценки сукцессионного состояния лесных сообществ / Л. Б. Заугольнова, Л. Г. Ханина, А. С. Комаров и др. Пущинский научный центр РАН Пущино, 1995. 51 с.
- Current state of broad-leaved forests in Russia, Belorussia, Ukraine: historical development, biodiversity, structure and dynamic / R. V. Popadyuk, O. V. Smirnova, O. I. Evstigneev et al. PRC RAS Pushchino, 1995. 74 p.
- Сукцессионные процессы в заповедниках России и проблемы сохранения биологического разнообразия / Под ред. О.В. Смирновой, Е.С. Шапошникова. Российское ботаническое общество СПб, 1999. 549 с.
- Состав и структура растительности лесной катены в смешанных лесах южной части Костромской области / Под общ. ред. Шутова В.В. Костромской государственный технологический университет. Кострома, 2000. 92 с.
- Оценка и сохранение биоразнообразия лесного покрова в заповедниках европейской России / О. В. Смирнова, Л. Б. Заугольнова, Л. Г. Ханина и др. М., 2000. 196 с.
- Восточноевропейские леса: история в голоцене и современность / Отв. ред. О.В. Смирнова. Книга 2. М., 2004. 575 с.
- Ценофонд лесов Европейской России. Центр по проблемам экологии и продуктивности лесов РАН. М., 2006.
- Мониторинг биологического разнообразия лесов России: методология и методы / Отв. ред. А.С. Исаев. М., 2008. 453 с.
- Методические подходы к экологической оценке лесного покрова в бассейне малой реки / ред. Л.Б. Заугольновой, Т.Ю. Браславской. М.,2010. 383 с.
- Определитель типов леса Европейской России / Под ред. Истоминой И.И. М., 2012. (соавт. Мартыненко В. Б.)
- Boreal forests / O. V. Smirnova, M. V. Bobrovsky, L. G. Khanina et al. // European Russian Forests: Their Current State and Features of Their History. Vol. 15. 2017. P. 59–204[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Людмила Борисовна Заугольнова (1936-2014) // Лесоведение. 2014. № 5. С. 95-96.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Людмила Борисовна Заугольнова (1936-2014) // Популяционно-онтогенетическое направление в России и ближнем зарубежье: справочное издание / отв. ред. Л.А. Жукова; сост.: Л.А.Жукова, Н.М. Державина, И.В. Шивцова. Тверь: ТГУ, 2018. С. 143-146.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Людмила Борисовна Заугольнова (1936-2014) // Лесоведение. 2014. № 5. С. 95-96.
- Людмила Борисовна Заугольнова (1936-2014) // Популяционно-онтогенетическое направление в России и ближнем зарубежье: справочное издание / отв. ред. Л.А. Жукова; сост.: Л.А.Жукова, Н.М. Державина, И.В. Шивцова. Тверь: ТГУ, 2018. С. 143-146.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Публикации Л.Б. Заугольновой на сайте ИСТИНА
- Публикации Л.Б. Заугольновой(недоступная ссылка) на сайте eLibrary