Енес (биология)

(Зат (биология) битенән йүнәлтелде)

Биологик енес — репродуктив үҙенсәлектәр буйынса организмдың  айырмаһы. 

Ҡырғауыл: һул яҡтан — инә, уң яҡта — ата

Ике биологик төр ҡабул ителгән: ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ, әммә тәбиғәттә өс төрлө үрсеү юлы бар: изогамия, гетерогамия, оогамия[1]. Бөтә осраҡтарҙа ла енес күҙәнәктәре яңы организмға тормош биреү маҡсатында бергә ҡушылыр өсөн һәр төрлө генетик мәғлүмәт ярҙамында барлыҡҡа килә.  

Енси диморфизм

үҙгәртергә

Енси диморфизм ( бор. грек. δι- ике, μορφήμορφή — форма) — бер үк биологик төргә ҡараған инә һәм ата енестәре араһындағы анатомик айырма. Енси диморфизм физик билгеләрҙә күренеүе ихтимал. Мәҫәлән:

  • Сәс ҡатламы. Ир-аттарҙың һаҡалы, арыҫландың йәки бабуиндың ялы бар.  
  • Төҫ. Ҡоштарҙың ҡанаттары, бигерәк тә өйрәктәрҙеке төҫтәргә бай.
  • Тире. Боландарҙың мөгөҙө, әтәстәрҙең кикреге кеүек өҫтәмә ҡатлам.
  • Тештәр. Ата һинд филенең  һуҡҡы теше, морж һәм ҡабандарҙың ҙур ҡаҙыҡ теше була. 

Енси диморфизм — дөйөм биологик күренеш. Ул төрлө енесле хайуандар һәм үҫемлектәр араҙында киң таралған. Ҡайһы бер осраҡтарҙа енси диморфизм хужаларына асыҡтан-асыҡ зыян килтереүсе һәм йәшәү һәләтен кәметеүсе билдәләрҙең үҫешендә сағыла. Улар, мәҫәлән, күп ата ҡоштарҙың биҙәктәре һәм сағыу төҫө, ожмах ҡошоноң, лирағойроҡтоң осоуға ҡамасаулаусы оҙон ҡойроҡ ҡауырһындары. Көслө ҡысҡырыуҙар һәм йырлау, ата йәки инә ҡоштоң көслө еҫе йыртҡыстарҙың иғтибарын йәлеп итеп, уларҙы хәүефле хәлгә ҡуйырға мөмкин. Бындай һыҙаттарҙың үҫеше тәбиғи һайлаймыш күҙлегенән аңлайышһыҙ булып тойола. Уларҙы аңлатыу өсөн Дарвин 1871 йылда енси һайлап алыу теорияһын тәҡдим итә[2]. Дарвин заманында уҡ был теория бәхәстәр тыуҙыра. Был дарвин тәғлимәтенең иң көсһөҙ нөктәһе, тигән фекерҙәр күп тапҡырҙар әйтелә[3].

Енси диморфизм и популяцияның репродуктив структураһы

Енси диморфизм популяцияның репродуктив төҙөлөшө менән бәйле булырға тейеш: ҡәтғи моногамияларҙа ул минималь, сөнки моногамдар енестәрҙең махсуслашыуын организм кимәлендә генә ҡуллана, әммә популяцияла түгел, ә дифференциацияның өҫтөнлөктәрен тулыһынса файҙаланған панкмикт төрҙәрҙә һәм полигамияларҙа, полигамия дәрәжәһе менән арта.

Полиандрияла енси диморфизмды кире ҡағыу

Инә заттар бер нисә ата зат менән парлашҡан полиандрия умыртҡаһыҙҙарҙа, балыҡтарҙа, ҡоштарҙа,һөтимәрҙәрҙә осрай. Шул уҡ ваҡытта йыш ҡына енси диморфизмдың кире яҡтары күҙәтелә (инә заттар аталарға ҡарағанда ҙурыраҡ, сағыуыраҡ төҫтә, ата заттар оя ҡора, йомортҡа баҫалар һәм балалар тураһында хәстәрлек күрә, инә зат өсөн көрәш юҡ). Был күренеш эму, төҫлө бекастарҙа бар.

Умыртҡалылар

үҙгәртергә

Умыртҡалыларҙа енес билдәләү төрлө төрҙәрҙә төрлөсә була. Кешелә һәм күп хайуандарҙа енес генетик яҡтан билдәләнә, башҡа төрҙәрҙә уны тирә-яҡ мөхит факторҙары һәм инә ҡарынындағы үҫеш барышында гормональ кимәл менән билдәләргә мөмкин.

Эволюция барышында енес организмдарҙың төрлө төркөмдәрендә үҙ аллы барлыҡҡа килгән. Төрлө төрҙәрҙә енестәрҙең айырмаһы йыш ҡына көтөлмәгән булғанлыҡтан, енес киң таралған иң мөһим һыҙат — етештерелгән гаметаларҙың төрө менән билдәләнә (ата заттарҙа сперматозоидтар йәки инә заттарҙа түл күҙәнәк).

Ата зат — тере организм формаһы, ул ваҡ, хәрәкәтсән гаметалар — сперматозоидтар етештерә. Аталаныу процесында сперматозоидтар ҙурыраҡ инә гамета йәки түл күҙәнәге менән берләшә. Ҡайһы бер организмдар енси һәм енси булмаған юл менән үрсей алһа ла, күп ата заттар инә заттан кәм тигәндә бер түл күҙәнәге алмайынса үрсей алмай.

Ата заттың үҙ төрө эсендәге төп роле — репродуктив функция башҡарыу, йәғни енси күҙәнәктәрендәге (сперматозоид) генетик мәғлүмәтте инә зат формаһындағы енси күҙәнәктәренә (мәҫәлән, йомортҡаға) тапшырыу. Бынан тыш, тере организм төрөнә ҡарап, ата заттың роле: уның төрө вәкилдәрен яҡлау, биләмәне һаҡлау, төркөм менән етәкселек итеү, ресурстар табыу, тоҡомдарҙы тәрбиәләү һәм башҡалар.

Инә зат — тере организм формаһы, үҙ төрөнә инә енси характеристикаға эйә һәм ир-ат (ир-ат) формаһынан енси диморфизм (енес ағзалары төҙөлөшө айырмаһы, икенсел енси характеристика, һөлдә һ. б.) менән айырыла.

Популяцияла инә заттарҙың биологик роле бик күп төрлө. Тере организм төрөнә ҡарап, инә заттың роле: үҙ төрө вәкилдәрен яҡлау, биләмәне һаҡлау, төркөм менән етәкселек итеү, ресурстар табыу, тоҡомдарҙы тәрбиәләү һәм башҡалар. Бынан тыш, инә заттың үҙ төрө эсендәге бурыстарының береһе — репродуктив функция башҡарыу , йәғни ата заттың енси күҙәнәктәрендәге генетик мәғлүмәтте (сперматозоидтар) инә енси күҙәнәктәренә (мәҫәлән, түл күҙәнәге) алыу.

Бөжәктәр

үҙгәртергә
 
Дрозофила: һул яҡтан — инә (XX), уң яҡта — ата (XY)

Бөжәктәр төрлө енесле.

Бал ҡорттары, күбәләк, талпан кеүек бөжәктәрҙә аталанған йомортҡанан инә, аталанмағандан ата енесле үҫешә[4]. Инә заттың репродуктив органдары, ҡағиҙә булараҡ, парлы түллектәрҙән һәм ян-яғы буйлап һуҙылған түл юлынан тора, улар еңсәгә ҡушылған бер парһыҙ юлға берләшәләр. Инә заттарҙа орлоҡ алғыс һәм өҫтәмә енси биҙҙәре бар. Ата заттарҙың ян-яғынан һуҙылған орлоҡ юлы булған 2-шәр орлоҡ биҙе бар. Аҫҡы өлөшөндә орлоҡ юлдары киңәйә һәм сперматозоидтарҙы һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән орлоҡ ҡыуыҡтары барлыҡҡа килә. Орлоҡ юлдары ҙурайтыуға йәки һуҙылыуға һәләтле дөйөм каналға берләштерелә. Өҫтәмә биҙҙәр аталыҡ орлоҡсаһын секрециялайҙар.

Бөжәктәрҙә аталанған йомортҡаларҙан (бал ҡорттарында һәм башҡаларҙа), талпандарҙа, өйрөлмәктәрҙә инә заттар (йәки инә заттар һәм ата заттар) барлыҡҡа килә, ә аталанмаған йомортҡаларҙан тик ата заттар ғына үҫешә.

 
Күбәләк.  Papilio androgeus.

Гинандроморфизм

үҙгәртергә

Гинандроморфизм — организм үҫешендәге аномалия, организмдың ҙур өлөштәрендә генотип һәм төрлө енес билдәләре булыуы менән сағыла. Ул, мәҫәлән, күп бөжәктәрҙәге кеүек, енси хромосомалар йыйылмаһы организмдың ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ күҙәнәктәрендә булыу һөҙөмтәһе булып тора. Гинандроморфизм енси хромосомаларҙың күҙәнәктәр араһында йомортҡаның өлгөрөп етмәүе, уның аталаныуы йәки ваҡланыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

Гермафродитизм

үҙгәртергә

Гермафродитизм ( Грек мифологияһындағы  Гермафродита исеменән, грек. Ερμαφρόδιτος) — бер юлы төрлө енестәрҙең билгеһе булыуы.

Тәбиғи гермафродитизм: ҡайһы бер  хайуандарға (балыҡтарға) һәм үҫемлектәргә хас күренеш.  Аномаль (патологик) гермафродитизм: төрлө енеслеләр төркөмөндә осрай торған генетик тайпылыш.

 
Coris julis, инә стадияһы
 
Coris julis, ата стадияһы

Үҫемлектәрҙең енесе

үҙгәртергә

Үҙемлектәр араһында енесле һәм енесһеҙ юл менән үрсеүсе төрҙәр була[5]. Юғары үҫемлектәрҙең енси үрсеүен тасуирлағанда йыш ҡына «бер өйлөлөк» һәм «ике өйлөлөк» терминдары ҡулланыла. Бер өйлө үҫемлектәрҙә сперматозоидтар һәм түл күҙәнәктәре (юғары үҫемлектәр өсөн, күп осраҡта оогамия) бер үҫемлектә, ике өйлөләрҙә — төрлө үҫемлектәрҙә барлыҡҡа килә.

Енестәр нисбәте

үҙгәртергә

Заттар нисбәте — айырым енесле популяцияла ата заттарҙың һаны инә заттар һанына нисбәте.

Енестәр нисбәте, енси диморфизм менән бер рәттән, айырым енесле популяцияның мөһим характеристикаһы булып тора. Ғәҙәттә 100 инә затҡа күпме ирҙәр тура килгәне менән сағыла. Онтогенез стадияһына ҡарап беренсел, икенсел һәм өсөнсөл енес нисбәттәре айырыла. Беренсел — аталаныуҙан һуң зиготтарҙа енси нисбәт; икенсел — тыуғанда енси нисбәт һәм, ниһайәт, өсөнсөл— үрсергә һәләте булған организмдарҙың енси нисбәте.

 Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. [1] T. Motomura et al.
  2. Дарвин Ч. (1953) Происхождение человека и половой отбор. Соч., 5, М.-Л.
  3. Уоллес Л. (1911) Дарвинизм. М.
  4. Flanders S. E. (1946) Control of sex and sex-limited polymorphism in the Hymenoptera.
  5. [ Однодомные растения] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  1. Астауров. Б. Л., Генетика пола, [М], 1966
  2. Бреславец Л. П., Определение и наследственность пола у высших растений, Сер. 2", 1934, № 6
  3. Дерягин Г. Б. Криминальная сексология. Курс лекций для юридических факультетов. М., 2008. 552. с. ISBN 978-5-93004-274-0.
  4.  Лобышев М.Е., Генетика, 2 изд., Л., 1967.
  5.  Рыжков В. Л., Генетика пола, [Хар.], 1936.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • [ Пол] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә