Затон (Өфө)
Затон — Өфөнөң көнбайышындағы йоҡо биҫтәһе. Ағиҙел йылғаһының иҫке йырҙаһы буйлап урынлашҡан. Ленин районына ҡарай. РЭБОР заводы райондың тарихи үҙәге була, ул әле лә бар, хәҙер Суднолар ремонтлау һәм суднолар төҙөү заводы тип атала, йылғаның йөҙөү составын реконструкциялау һәм ремонтлау менән шөғөлләнә. Ағиҙелдең иҫке йырҙарһында Башҡортостан йылға пароходлығының ҡышҡы туҡталҡаһы урынлашҡан. Затон элек йылғасылар биҫтәһе була. Бында Өфөләге берҙән-бер командалыҡ йылға училищеһы бар, бер аҙ ваҡыт вертолет училищеһы эшләп ала.
Затон | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Затон Викимилектә |
Затон | |
Статусы |
жилой район |
---|---|
Эсенә инә |
ҡала Уфа |
Административ район | |
Почты индексы |
450017 |
Затон Викимилектә |
Затон территорияһында 4 мең йыл элек кешеләр төйәкләнгән. Затон торамаһы шул осорға ҡарай (бронза дәүере, бура мәҙәниәте). Ул Затондың көньяҡ-көнбайышында Союз урамындағы йорттар территорияһында, Ағиҙел йылғаһының һаҙамыҡлы иҫке йырҙаһы эргәһендә урынлашҡан булған. Торама территорияһы әлеге ваҡытта һөрөлгән һәм баҡсаларға әүерелгән. Бында күп кенә балсыҡ әйберҙәр табылған.
Төбәктә 3 урта мәктәп (№ 4, 46, 128-се лицейҙар), спорт йүнәлешле мәктәп-интернат бар. 2016 йылда Затонды Өфө менән тоташтырған икенсе күпер файҙаланыуға индерелгән[1].
Киләсәге
үҙгәртергә2020 йылға Затон Башҡортостан урмансылары исемендәге урман паркы һәм трамплин аҫтынан үткән тоннель аша Ҡариҙелдең аръяғы менән тоташтырыласаҡ һәм М5, М7 трассаларына сығыу мөмкинлеге аласаҡ[2][3][4][5].
2020 йылдан һуң Затонды Черниковка биҫтәһе менән бәйләү планлаштырыла[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Вести
- ↑ [1]
- ↑ РБК.Исследование. Будет ли свет в конце тоннеля, ведущего в Зауфимье?
- ↑ Журнал Гипростроймост 2018 йыл 1 апрель архивланған.
- ↑ [2] 2018 йыл 1 апрель архивланған.
- ↑ [3]