Заповедный мәмерйәһе
Заповедный мәмерйәһе, Айыулы мәмерйәһе — Башҡортостандың Белорет районында Ләмәҙ йылғаһының уң ярында урынлашҡан карст мәмейәһе, Атыш шарлауығынан 60 м бейеклектə тəпəш ҡая һикəлтəһенең нигеҙендə урынлашҡан. Мәмерйә эсендә йәшәгән ярғанаттар һәм боронғо заманда мəмерйə айыуына (Spelaearctos spelaeus Rosenmullen & Heinroth) табыныу эҙҙəре булыуы менән билдәле.
Заповедный мәмерйәһе, Айыулы мәмерйәһе | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Оҙонлоғо | 180 м |
Күләме | 900 м³ |
Тип | карст |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәБейеклеге 2 м, киңлеге 0,6 м арка рәүешендәге мəмерйə ауыҙы Атыш шарлауығынан 60 м бейеклектə тəпəш ҡая һикəлтəһенең нигеҙендə урынлашҡан. Мәмерйә, түбəһе һəм стеналары кальцит ҡатламы, сталактит, сталагмит ҡалдыҡтары менән ҡапланған бер нисә коридорҙан тора. Коридорҙың иҙәне балсыҡ һәм эзбизташ менән ҡапланған. Мәмерйәнең ауыҙы һәм тағы ла бер тар урынынан башҡа мәмерйә эсендә тары баҫҡан килеш йөрөргә мөмкин.
Мәмерйә эсендә температура 6°С.
Туристар араһында мәмерйә Айыулы исеме менән билдәле. Мәмерйә эсендә айыу һөйәктәре табыла. Мәмерйә айыуының баш һөйәге беренсе тапҡыр 1969 йылда табыла. Һуңынан мәмерйә эсендә башҡа хайуандарҙың яндырылған һөйәктәре табыла. Палеолит һунарсыларының культ үткәреү урыны булған тип билдәләй археологтар. Был мәмерйәнән башҡа был тирәлә тағы ла бер нисә мәмерйә бар[1].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ю.В.Соколов Тəрж. З.Б.Латипова. Заповедный мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Туризм и путешествия (рус.)