Загреб обсерваторияһы
Загреб астрономия обсерваторияһы (хорв. Zvjezdarnica ZagrebZvjezdarnica Zagreb) — Хорватия баш ҡалаһы Загребта урынлашҡан астрономия обсерваторияһы. 1903 йылда асылған, Загреб астрономия йәмғиәте ҡарамағында тора. Обсерваторияның төп эшмәкәрлеге — белем биреү.
Урыны һәм йыһазландырылышы
үҙгәртергә2007 йылда ҡуйылған TMB APO 175/1400 мм рефракторы обсерватория көмбәҙе аҫтындағы төп телескоп булып тора. Zeiss (130/1950 мм) фирмаһының иҫке телескобы беренсеһенә йәнәш ҡуйылған. Өҫтәмә ҡорамалдар менән йыһазландырғандан һуң уның ярҙамында Ҡояшты водород (Hα һыҙығы) спектрында фотоға төшөрөү планлаштырыла. Обсерваторияла шулай уҡ бәләкәйерәк бер нисә портатив телескоп бар, улар араһында — Celestron 200/2000 мм һәм Konus refractor 80/900 мм. Обсерваторияның фотолабораторияһы һүрәттәрҙе аҡ-ҡара төҫтәрҙә сығара.
Обсерватория ҡала үҙәгендә төп майҙанға яҡын ғына урынлашҡан. Опатичка (хорв. Opatička ulicaOpatička ulica) урамындағы "Рухани манараһы" (хорв. Popov ToranjToranj Popov) тигән XIII быуатта төҙөлгән башняның иң өҫкө ҡатын биләй. Элек башня Загреб архиепискобыныҡы булған. Өҫкө террасалағы көмбәҙҙән тыш, обсерваторияның 50 кеше һыйышлы лекция залы, фотолабораторияһы, 5 офисы, китапханаһы һәм ҙур булмаған коворкингы бар.
Тарихы
үҙгәртергәОбсерватория Хорватия тәбиғәт фәндәре йәмғиәте тарафынан нигеҙләнә. Башня башындағы биналарҙы ҡала хөкүмәте бирә, реконструкциялау һәм көмбәҙ ҡуйыуҙы ла ул финанслай. Асыу тантанаһы 1903 дың 5 декабрендә була[1]. Отон Кучера, билдәле хорват фән популяризаторы, уның тәүге етәксеһе була.
Гейдельберг обсерваторияһында Август Копфф тарафынан асылған 589-сы астероидҡа Загреб обсерваторияһын асыу хөрмәтенә «Хорватия» тигән атама бирелә.
Кучераның обсерваторияны тикшеренеү үҙәгенә әйләндереү ниәте тормошҡа ашмай — белгестәр етешмәй. Ул һәр ваҡыт нигеҙҙә фәнде халыҡҡа аңлатыу өсөн файҙаланыла. XX быуат уртаһында обсерватория эгидаһы аҫтында нәшер ителгән эсперанто телендәге баҫмалар билдәлелек ала. Икенсе донъя һуғышы осоронда ваҡытлыса ябыла. 1963 йылда обсерватория менән Хорватия астрономия йәмғиәте, планетарий ҡороп, ҡала мәҙәниәтенә мөһим өлөш индерә. Һуңынан ул Техник музейға бүләк ителә һәм әле лә шунда эшләй. Zeiss рефракторы обсерваторияның элекке телескобын 1966 йылда алмаштыра.
1980-се йылдар уртаһында обсерватория бинаһы ремонтлана[1]. 1992 йылда яңы көмбәҙ ҡуйыла, йыһаздар яңыртыла. Әлеге ваҡытта обсерватория астрономияны һәм башҡа тәбиғәт фәндәрен һөйөүселәрҙең йыйылыу урыны булып хеҙмәт итә. Бында төнгө күкте күҙәтеүҙәр, лекциялар һәм астрономия тематикаһына башҡа саралар үтә. Обсерваториялағы ғилми тикшеренеүҙәр Ҡояш физикаһына арналған һәм Хвар обсерваторияһы менән хеҙмәттәшлектә алып барыла.
Иҫкәрмәлар
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Bilić, Josip; Ivanković, Hrvoje, eds. (2006). "Zvjezdarnica Zagreb". Zagrebački leksikon (хорв.). Zagreb: Загребский лексикографический институт имени Мирослава Крлежи. ISBN 953-157-486-3.