Жийен Жырау Тағай улы

Жийен Жырау Тағай улы (ҡарағалпаҡ теле. Жийен Жырау Тағай улы, 1730 — 1784) — ҡарағалпаҡ халыҡ сәсәне (жырау йәки йырау), шағир, XVIII быуат халыҡ эпостарын башҡарыусы[1]. Жийен-Жырау исеме менән танылыу алған[1]. Уның фольклор әҫәрҙәре тематикаһы, стиле һәм реализмы буйынса айырыуса айырылып торған яҙма әҙәбиәт әҫәре кеүек ҡабул ителә[1]. Тағай улы Жийен Жырау — ҡараҡалпаҡ әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы[1].

Жийен Жырау Тағай улы
Тыуған көнө 1730
Вафат булған көнө 1784

Биографияһы

үҙгәртергә

Жийен Жырау Тағай биографияһының айырым өлөштәре генә һаҡланған[1].

Шағирҙың тыуыуы һәм вафаты тураһында төгәл датаһы билдәле түгел[2]. Ҡараҡалпаҡ әҙәбиәт белгесе А. Кәримов фаразлағанса, Тағай улы Жийен Жырау 1730 йылда тыуған һәм 1784 йылда вафат булған[2]. Ул мөйтән ырыуы вәкиле, Төркөстанда тыуған.[1] Ярлы халыҡ араһынан сыҡҡан[1]. Ябай кешеләрҙең барлыҡ ауырлыҡтарын һәм ихтыяждарын үҙ елкәһендә татыған[1].

Жийен Жырау 1756 йылда ҡарағалпаҡ халҡын Төркөстандан Арал диңгеҙе ярындағы ерҙәргә һәм Хорезмға мәжбүри күсереү һынауҙарына дусар ителә[3]. Күрше хандарҙың йыш һөжүме һөҙөмтәһендә ҡот осҡос талау һәм сәсеүлектәрҙең юҡ ителеүе арҡаһында, һәләкәттән ҡотолоу өсөн, ҡарағалпаҡ халҡы Төркөстандан Хорезм оазисына ҡасырға мәжбүр була[1][3]. Байҙар күсенеүҙе бер ниндәй ҡорбанһыҙ кисерә һәм Амударъяның түбәнге ағымындағы иң яҡшы ерҙәрҙе биләй[1]. Фәҡирҙәргә иһә сүл буйлап хәрәкәт итеү яңы ғазаптар килтергән[1]. Аслыҡтан һәм сарсауҙан юлда күп кешеләр һәләк булған[3][1][4]. Төркөстандан алып Арал диңгеҙенә һәм Хорезмға тиклемге юл һәләк булғандарҙың кәүҙәләре менән тулған[1].

Ошо ауыр көндәрҙә Жийен Жырау ҡумыҙынан айырылмай, яңы йырҙар сығарған һәм башҡарған[1]. Жийен Жырауҙың «Посҡан ел» (Разорённый народ - Туҙҙырылған халыҡ) поэмаһы Төркөстандан мәжбүри күсенгәнендә ҡарағалпаҡ халҡының иҫ киткес ауырлыҡтар кисереүе хаҡында бәйән итә.

Жийен Жырау, ят ерҙәрҙә бәхет таба алмайынса, тыуған яғы Төркөстанына ҡайтырға ҡарар итә[5]. Тыуған яғына ҡайтып барғанда, Аҡҡамыс ауылында (Көньяҡ Карағалпаҡстан) сирләп китә һәм вафат була[5].

Жийен Жырау ҡарағалпаҡ халҡының иң боронғо йырау-сәсәне булған[1]. Ҡараҡалпаҡ халҡы жырау-сәсәндәренең оҫталығына һоҡланған, һәм уларҙы халыҡ бик ныҡ хөрмәт иткән[6]. Тамаҡ төбө менән өзләп йырлауҙа тылсымлы көс бар тип һаналған[7]. Ул «Алпамыс», «Ҡырыҡ ҡыҙ» һәм «Маспатша» кеүек ҡарағалпаҡ поэмаларының тәүге башҡарыусыһы булған һәм байтаҡ тыңлаусыларҙы йыйған[7].

Жийен Жырау ҡарағалпаҡ яҙма әҙәбиәтенә нигеҙ һалған һәм уға демократик һәм реалистик йүнәлеш биргән[3]. Әҙәби әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлек, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, иҙеү, байҙарҙың һәм руханиҙарҙың башбаштаҡлығы мәсьәләләре киҫкен ҡуйылған[3].

Жийен Жырауҙың[1][3] «Бөлгән халыҡ» (ҡарағалп. «Посқан ел» поэмаһында тап ошо идеялар сағылдырылған[4]). Ысын тарихи ваҡиғалар нигеҙендә ижад ителгән был әҫәр революцияға тиклемге ҡарағалпаҡ шиғриәтендә иң әһәмиәтлеләрҙең береһенә әүерелә[8] һәм ҙур художество-тарихи ҡиммәткә эйә[1].

«Бөлгән халыҡ» поэмаһы нигеҙенә 1756 йылда Жийен Жырау үҙ башынан үткән[1][3][4] ҡарағалпаҡ халҡының мәжбүри рәүештә Төркөстандан Хорезмға күсеү тарихы һалынған[1][8][9]. Үҙенең поэмаһында ул ҙур әрнеү һәм ҡайғы менән халыҡтың ғазаптары тураһында һөйләй, ғәйеплеләрҙе - байҙарҙы, бейҙәрҙе, руханиҙарҙы ҡәһәрләй [3][4] һәм халҡының яҡшы киләсәгенә ышаныс белдерә[1]. Был әҫәрҙә Жийен Жырау иҙеү һәм фәҡирлеккә ҡаршы торорлоҡ берҙән-бер реаль көс - берләшеү һәм бер-береһенә ярҙам итеү көсө хаҡында һөйләй[5].

Поэма толғау формаһында яҙылған[1].

«Уллы тау» әҫәрендә ҡарағалпаҡтарҙың Һырдаръяла бөлгөнлөккә төшөүен ентекле тасуирлаған[2].

«Хуш булығыҙ, дуҫтар» (каракалп. "Хош болың, дослар" боронғо йырын [2]) Жийен Жырауҙың шиғри васыяты, тип атарға була[1]. Унда шағирҙың Хорезмда бәхет тапмауы һәм тыуған төйәгенә - Төркөстанға ҡайтыуы тураһында бәйән ителә[1]. Үҙ халҡы менән хушлашҡанда, шағир сүллектәрҙе үҙләштереү һәм киләсәктә бөтә халыҡ именлеге хаҡына тәбиғәт байлыҡтарына эйә булыуҙың ыңғай картиналарын һүрәтләй[1].

Билдәле әҫәрҙәре исемлеге

үҙгәртергә
  • «Посқан ел» («Разорённый народ») поэмаһы[1][5][2]
  • «Һау булығыҙ, дуҫтар» йыры[1][2]
  • «Уллы тау»[2]
  • «Верни моего верблюда»[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Давкараев Н. Очерки по истории дореволюционной каракалпакской литературы / Акад. наук УзССР. Кара-Калп. комплексный науч.-исслед. ин-т. - Ташкент : Изд-во Акад. наук УзССР, 1959. - 222 с.
  • Мамедов Н. Каракалпакская литература. Баку, Мутарджим, 2007. - 295 с.
  • Nizami Məmmədov-Tağısoy. Qaraqalpaq ədəbiyyatı. Bakı, «Elm və təhsil», 2015, 456 səh.[10]
  • Каримов Артык. Жизнь и творчество Жиена-жрау: диссертация кандидата филологических наук. - Нукус, 1964. - 183 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 1,20 1,21 1,22 1,23 1,24 1,25 Жиен-Жырау (XVIII в.) (билдәһеҙ). ziyouz.uz. Дата обращения: 23 ноябрь 2023. Архивировано 8 май 2023 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Низами Мамедов. Каракалпакская литература. — Баку: Мутарджим, 2007. Архивировано 7 май 2023 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Каракалпакская литература // Краткая литературная энциклопедия. Т. 3. — 1966 (текст). Дата обращения: 7 май 2023. Архивировано 7 май 2023 года.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Джиен Жрау * Литературная энциклопедия. Т. 2. — 1964. Дата обращения: 7 май 2023. Архивировано 7 май 2023 года.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Pojety Karakalpakii.pdf. Дата обращения: 7 май 2023. Архивировано 7 май 2023 года.
  6. Значение и место каракалпакских жырау и баксы в
  7. 7,0 7,1 Исполнительское мастерство каракалпакских народных жырау – тема научной статьи по искусствоведению читайте бесплатно текст научно-исследовательской работы в электронной библиотеке КиберЛенинка. Дата обращения: 7 май 2023. Архивировано 7 май 2023 года.
  8. 8,0 8,1 Читать 👀 онлайн 📲 Большая Советская Энциклопедия (ДЖ) | Джиен Жрау Тагай улы без регистрации. Дата обращения: 7 май 2023. Архивировано 7 май 2023 года.
  9. Джиен Жрау - Большая Советская энциклопедия - Что значит, описание, фото, толкование, определение. Дата обращения: 7 май 2023. Архивировано 7 май 2023 года.
  10. Qaraqalpaq.indd. Дата обращения: 7 май 2023. Архивировано 1 ноябрь 2021 года.