Йәләл-Абад
Йәлал-Абад[3] (ҡырғ. Жалал-Абад) Ҡырғыҙстандың иң ҙур өсөнсө ҡалаһы, Йәләл-Абад өлкәһе үҙәге. Халҡы 129 400 кеше. Ҡырғыҙстандың көньяғындағы Фергана үҙәнендә урынлашҡан. Ҡаланың яҡындарында Ҡарадаръя йылғаһының уң ҡушылдығы Күгарт йылғаһы аға.
Ҡала | |||||
Йәләл-Абад ҡырғ. Жалал-Абад | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны |
64,6 км² | ||||
Үҙәк бейеклеге |
763 м | ||||
Климат тибы |
континентальный | ||||
Рәсми тел | |||||
Халҡы |
129 400[1] кеше | ||||
Милли состав |
ҡырғыҙҙар — 64,7% | ||||
Конфессиональ составы | |||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды | 3722 | ||||
Почта индексы |
720900-720909 | ||||
Йәләл-Абад ҡалаһы Фергана һырты итәгендәге Әйүп-Таудың Күгарт үҙәнендә, диңгеҙ кимәленән 763 м бейеклектә урынлашҡан. Бишкәктән 560 км йыраҡлығында тора. 100 км көньяҡ-көнбайышында Уш (Ош) ҡалаһы урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡоро, йәйе эҫе (уртаса максимум +37°C), көҙө ҡояшлы, һирәк ҡойма ямғырҙар яуа, ҡышы йомшаҡ, дымлылығы юғары, уртаса эҫелеге 0°C тирәһе. Һөтайҙан ҡарасайға тиклем дымлылығы %30 самаһы ғына, йәйге эҫе айҙарҙа — тағы ла түбәнерәк. Йыллыҡ яуым-төшөмө яҡынса 460 мм. Диңгеҙҙәрҙән алыҫ булыуы ҡаланың климатын ҡорғайта. Йыллыҡ уртаса эҫелеге +13°С, майайҙа +34...+37°С, һыуығайҙа +3...+5°С.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 18,8 | 25,8 | 30,1 | 33,9 | 39,2 | 41,5 | 42,0 | 41,6 | 40,0 | 34,2 | 30,7 | 20,7 | 42,0 |
Уртаса максимум, °C | 4,4 | 6,1 | 12,2 | 21,9 | 27,1 | 35,1 | 37,4 | 36,4 | 27,3 | 21,4 | 12,3 | 6,1 | 20,3 |
Уртаса температура, °C | 0,1 | 1,8 | 10,2 | 16,1 | 20,7 | 24,9 | 27,2 | 26,5 | 22,4 | 15,3 | 7,6 | 1,8 | 14,5 |
Уртаса минимум, °C | −4,4 | −2,6 | 5,0 | 10,2 | 14,3 | 17,7 | 21,1 | 19,6 | 15,5 | 9,0 | 2,7 | −2,5 | 8,7 |
Абсолют минимум, °C | −27,2 | −26 | −12 | −7,8 | 0,5 | 5,7 | 11,1 | 6,6 | 0,6 | −13,1 | −20 | −23,6 | −27,2 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 31 | 52 | 51 | 60 | 42 | 28 | 8 | 7 | 8 | 39 | 58 | 49 | 430 |
Сығанаҡ: www.weatheronline.co.uk / pogodaiklimat.ru |
- ↑ Численность постоянного населения Кыргызской Республики на 1 января 2023г.
- ↑ Перепись населения Кыргызстана 2009. Джалал-Абадская область . Дата обращения: 30 июль 2021. Архивировано 18 ноябрь 2020 года.
- ↑ Суперанская А. В. Словарь географических названий. — М.: АСТ-ПРЕСС КНИГА, 2013. — 208 с. — С. 40.