Жабка монастыры — Рус православ сиркәүе Кишинёв епархияһының ҡатын-ҡыҙ монастыры. Молдавияның Флорештский районы Жабка ауылында урынлашҡан.

Иҫтәлекле урын
Жабка монастыры
Молдованың 1996 йылғы почта маркаһы
Молдованың 1996 йылғы почта маркаһы
Ил Молдова Молдова
Конфессия Рус православ сиркәүе

Жабка монастырына XVII быуат уртаһында, Делэни монастырынан килгән иеромонах Иезекиль тарафынан нигеҙ һалынған. Монастырь татарҙар һөжүменән һуң бер нисә йыл ташландыҡ хәлдә була. 1770 йылда ҡалдырылған ҡаяла иеромонах Феодосий урынлаша. Тиҙҙән уның янына татарҙар һөжүменән ҡасып килгән монастырь халҡы йыйыла башлай һәм урын тарайып, унда йәшәүселәргә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Иеромонах Феодосий, Жабка ер биләүселәренән ҙур булмаған ер участогы һорап, унда ағас сиркәү төҙөй. 1813 йылда иеромонах Феодосий игумен дәрәжәһенә күтәрелә, ә монахтар йәшәгән урын монастырға әйләнә.

Монастырь архивында XVII быуатта ергә булған хоҡуҡ документтарының күсермәһе һәм шулай уҡ жабка монахтарының иҫке румын телендәге бер нисә яҙыуы һаҡлана.

1916 йылда монастырға Рәсәйҙән ҡасып килгән ҡатын-ҡыҙ монахтар урынлаша. Уларҙы бында Лесна монастырынан Кишинев архиепискобы Хотинск Анастасий килтерә. Быға тиклем йәшәгән монахтар Жабканан Гиржавск Вознесенск монастырына күсерелә. Яңы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, сығышы менән Романовтар батша ғаиләһенән булған игуменья Екатерина етәкселегендә йәшәй башлай. Монастырь епископ Бельцк Виссарион Пуе ваҡытында үҫеш ала. Монгастырь 49 га ер ала, унда электростанция һәм тирмән төҙөлә.

1940 йылда Жабка монастыры общинаһы монастырҙан ҡыуып сығарыла һәм уның бөтә мөлкәте конфискациялана. Әммә, 1941 йылда ҡатын-ҡыҙ монахтар монастырҙы кире үҙҙәренә алып, әйләнеп ҡайта.

Хәҙерге осор

үҙгәртергә

Бөгөн Жабка монастыры игуменья Таисия (Стреину) етәкселегендә эшләй һәм унда яҡынса 600 ҡатын-ҡыҙ монах йәшәй. Монастырҙа ғибаҙәт ҡылыуҙы ике дин әһеле башҡара. Унда көн һайын да инеп йөрөргә була.

Монастырь храмдары

үҙгәртергә
 
Реверс
  • Храм в честь Воздвижения Креста Господня;
  • Храм в честь Вознесения Господня;
  • Храм во имя Архистратига Михаила.

Монастырь — тәнкәләрҙә

үҙгәртергә

200 йылдың 25 декабрендә Молдова Милли банкы әйләнешкә түләү сараһы һәм нумизматик маҡсатта «Молдованың монастырҙары» — Жабка монастыры серияһынан 50 Молдава лейы номиналындағы иҫтәлекле көмөш тәнкә сығара. Үҙәктә — пейзаж фрагменты төшөрөлгән монастырҙың рельефлы һүрәте; өҫкө өлөшөндә, тәнкә ситенә баш хәрефтәр менән «MĂNĂSTIREA JAPCA» яҙыуы уйылған. [1].

  • Православные русские обители: Полное иллюстрированное описание православных русских монастырей в Российской Империи и на Афоне… [1910]. (Репр. изд. СПб., 1994).. С.-Петербург. Сойкин П. П.. 1994.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә