Еңеү паркы (Һарытау)
Еңеү паркы — Һарытау ҡалаһында, ҡаланың Волга районындағы Соколов тауында урынлашҡан мемориаль комплекс.
Еңеү паркы | |
Нигеҙләү датаһы | 1975 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Һарытау |
Еңеү паркы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЕңеү паркына 1975 йылда, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 30 йыллығы хөрмәтенә, нигеҙ һалына. Бының өсөн Соколов тауында 80 гектар территория бүленә. Паркка нигеҙ 1975 йылдың 19 апрелендә өмә ваҡытында һалына, планлаштырылған «Торналар» монументының нигеҙенә символик ташты КПСС өлкә комитетының беренсе секретары Алексей Иванович Шибаев һала.
Ете йылдан һуң, 1982 йылда, архитектор Менякин Юрий Иванович проекты буйынса 40 метрлыҡ «Торналар» монументы — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һарытаулыларға һәйкәл ҡуйыла (һуғыштың тәүге көндәрендә генә Һарытау ҡалаһынан 130 меңдән ашыу кеше үҙ теләге менән фронтҡа киткән). Был ваҡытта инде паркта ағастар ултыртылған, уңайлы шарттары булған төп аллея була, паркта хәрби дан музейы эшләй.
1999 йылдың 9 майында Еңеү паркында Һарытау дәүләт хәрби дан музейын тантаналы асыу була, унда хәрби һәм ауыл хужалығы техникаһының уникаль экспозицияһы ҡуйыла, бөгөнгө көндә 180-дән ашыу экспонат иҫәпләнә. Улар араһында иң билдәле совет һәм Рәсәй хәрби техникаһы өлгөләре. Һарытау дәүләт хәрби дан музейының Еңеү паркы территорияһында беренсе экспонаты — палуба штурмовигы ЯК-38, Паркка инер алдынан пьедесталға урынлаштырылған.
Хәҙерге ваҡытта
үҙгәртергәХәҙер парк территорияһында Һарытау дәүләт хәрби дан музейы эшләй, ул килеүселәрҙе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәрби техниканың һәм ҡоралдың ғәйәт ҙур коллекцияһы, шулай уҡ хәҙерге заман ҡоралы өлгөһөләре менән таныштыра. Ауыл хужалығы техникаһы экспозицияһында һабандан алып комбайнға тиклем барыһы ла, шул иҫәптән ялан станы ла ҡуйылған. 2014 йылдың июленән алып музейҙа аудиогид эшләй. Ике йөҙҙән ашыу экспонат индивидуаль тауышлы оҙатыу алған.
2003 йылда паркта Һарытау өлкәһе халыҡтарының ысын өйҙәре, тирмәләре, замоктары менән Һарытау өлкәһе халыҡтарының милли ауылы асыла. Бында урыҫтарҙың ғына түгел, ә татарҙарҙың, әрмәндәрҙең, башҡорттарҙың, грузиндарҙың һәм Һарытау өлкәһендә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың үткәне атмосфераһын тойорға мөмкин.
Еңеү паркы — ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан ял итеү урыны. Улар өсөн юлдар, ял итеү урындары һәм күҙәтеү өсөн майҙансыҡтар эшләнгән.
2015 йылдың 9 майында паркта хеҙмәт даны музейы асыла.
Еңеү паркында һәйкәлдәр
үҙгәртергә- «Торналар» һәйкәле
- Геройҙар аллеяһы
- Мәңгелек ут
- Һуғыш яланында һәләк булғандарға һәйкәл «Тынып ҡалған ҡыңғырау»
- Фашизмдың бәлиғ булмаған тотҡондары һәйкәле
- Бронетехника экспозицияһы
- Самолеттар экспозицияһы
- Вертолеттар экспозицияһы
- Радиация ҡорбандарына һәйкәл
- Локаль һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтар һәйкәле.
Фотоһүрәттәр
үҙгәртергә-
Танк Т-64. Еңеү паркы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Парк Победы . Большая Саратовская Энциклопедия. Дата обращения: 1 февраль 2015.
- Жизнь и творчество Менякина Юрия Ивановича Архитектор Менякин