Еңеү паркы (Ишембай)

Ишембай ҡалаһындағы Мәҙәниәт һәм ял паркы

Еңеү Паркы — Ишембай ҡалаһындағы Мәҙәниәт һәм ял паркы. 1960 йылда асылған.

Еңеү паркы
Нигеҙләү датаһы 1960
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Карта
 Еңеү паркы Викимилектә

Парк Революция, Гагарин, Салауат Юлаев һәм Социалистик урамдары сатында урынлашҡан.

Ишембай электр селтәрҙәре тырышлығы менән 1960 йылда Еңеү паркына нигеҙ һалына. Уның тәүге атамаһы — КПСС-тың XXII съезы исемендәге сквер[1].

2010 йылда капиталь реконструкция үткәрелә. Парк биләмәһе тейешле тәртипкә килтерелә һәм матурлатыла: Бөйөк Еңеүгә арнап ҡуйылған обелиск яңыртыла, юл буйҙарына сәскәләр ултыртыла, балалар уйнаһын өсөн ике майҙансыҡ булдырыла, парктың кәртәләре яңыртыла, парк эсендә ял итеп йөрөй торған һуҡмаҡтарға алсфальт түшәлә, инеү ҡапҡалары ла яңыртыла, йәш ағастар ултыртыла[2].

Быларҙан тыш Ишембай еренән фронтҡа киткән яугирҙар исем-фамилиялары соҡоп яҙылған таҡтаташтар ҡуйыла (исемлек яҙылған таҡтаташтар ҡапҡанан алып обелискыға тиклем барып етә), Бөйөк Еңеүҙе яулау өсөн тылда фиҙакәр эшләгән артелдәр атамалары яҙылған Стела ла үҙ урынын ала. Был эштәр өсөн 2 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителә.

2016 йылда обелиск урынына фронттың ғәрәсәтле юлдарын үткән ябай һалдатҡа һәйкәл ҡуйыла. Ә йәйәүлеләр йөрөгән һуҡмаҡ буйлап «Бресты оброналау», «Мәскәү өсөн һуғыш», «Ленинград блокадаһы», «Сталинград һуғышы», «Курск һуғышы» һәм башҡа Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған стелалар ҡуйыла[3].

Хәҙер был парк Ишембай халҡының балалар менән ял итә торған иң күркәм урыны. Бигерәк тә паркта илебеҙҙе һаҡлай торған ҡорал өлгөләренең: танкылар, үҙйөрөшлө ҡулайламалар (самоходкалар), артиллерия пушкалары өлгөләренең урынлаштырылыуы малайҙарҙы, үҫмерҙәрҙе үҙенә йәлеп итә.

2010 йылдың 9 майында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65-йыллығына яңыртылған һәм экспонаттар менән байытылған Еңеү паркы асыла[4][5].

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Хәрби Дан обелискыһы (1967). 2010 йылда реконструкциялана. Элек Мәңгелек ут менән бер комплекс булып тора ине.
  • Ишембай еренән фронтҡа киткән яугирҙар исемдәре яҙылған таҡтаташ.
  • Бөйөк Еңеүҙе яулау өсөн тылда фиҙакәр эшләгән артелдәр атамалары яҙылған таҡтаташ.
  • Илебеҙ оборонаһын һаҡлаған ҡорал өлгөләре.
  • Герой-ҡалалар хөрмәтенә ҡуйылған стеллалар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Никулочкин Д. В. Уличная неразбериха. Ишимбай: Подметки+ (2 декабрь 2015). Дата обращения: 21 декабрь 2015. 2016 йыл 20 март архивланған.
  2. Кагиров Р. Я. Весна Победы и возрождения (рус.) // Подметки плюс : газета. — Ишимбай, 2010. — № 17.
  3. Зиннатов Н. Горячий снег сражений страшных (рус.) // Восход : газета. — Ишимбай, 2011. — 8 февраля. — № 20.
  4. Звонарёв Н. О Победе нам напоминает парк (рус.) // Восход : газета. — Ишимбай, 2010. — 9 июля. — № 112-113.
  5. Резяпов Н. В новом старом парке — деревянные лошадки (рус.) // Восход : газета. — Ишимбай, 2010. — 13 мая. — № 77.