Ерән барҡылдаҡ[1], йәки Науман барҡылдағы[2] (лат. Turdus naumanni, рус. Рыжий дрозд) — барҡылдаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәләкәй генә йыр ҡош. Был төргә исем немец орнитологы Иоганн Андреас Науман хөрмәтенә бирелә (1744—1826)

Ерән барҡылдаҡ

T. n. naumanni

T. n. eunomus
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Turdus naumanni (Temminck, 1820)

Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106006404

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
Turdus naumanni

Тасуирлама үҙгәртергә

Оҙонлоғо 23 см булған ерән  барҡылдаҡ ике үҙенсәлекле төргә бүленә: T. n. naumanni и T. n. eunomus.

T. n. naumanni үҙгәртергә

Кәүҙәһенең өҫтө көрән. Күкрәге һәм ҡабырғалары тутыҡ ҡыҙыл таплы менән аҡ. Ҡойроғо тутыҡ ҡыҙыл. Был төр Үҙәк һәм Көнсығыш Себерҙең көньяғында үрсей. Ҡоштарҙы Үҙәк һәм Көнбайыш Европала һирәк осратырға мөмкин.

T. н. eunomus үҙгәртергә

Тәндең өҫкө өлөшө — ҡара-көрән, ҡанат япмаһы һәм ҡойроғо ҡыҙыл-көрән төҫтә. Тәндең аҫҡы өлөшө аҡ төҫтә, күкрәгендә ҡара таптарҙың киң һыҙаты, ҡабырғаларында ҡара төҫтәге таптар ҙа бар. Ҡойроғо ҡара төҫтә. Төрҙәр Үҙәк һәм Көнсығыш Себерҙең төньяғында үрсей. Ҡоштар Үҙәк һәм Көнбайыш Европала һирәк осрай.

Вокализация үҙгәртергә

"Квег" тип саҡырыу мышар барҡылдағының саҡырыуына оҡшаған, ә йыры аҡбауыр барҡылдағының йырына оҡшаған.

Туҡланыуы үҙгәртергә

Бөжәктәр, емеш-еләк, орлоҡ менән туҡлана.

Үрсеү үҙгәртергә

Ояһын 1—4 метр бейеклектәге ағастарҙа йәки ҡыуаҡлыҡтарҙа төҙөй. 3-тән алып 7-гә тиклем йомортҡа һала.

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 312. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
  2. Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — 845 с. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Svensson lars, Grant Peter J., Mullarney Killian, Dan Zetterström: Der Kosmos Vogelführer neue. Kosmos, Stuttgart; 1999. ISBN 3-440-07720-9

Һылтанмалар үҙгәртергә