Замолодчикова Елена Михайловна

(Елена Замолодчикова битенән йүнәлтелде)

Замолодчикова Елена Михайловна (19 сентябрь 1982 йыл) — Рәсәй гимнасы, 2000 йылда Сиднейҙа үткән Йәйге олимпия уйындарының ике тапҡыр чемпионы, ике тапҡыр донъя (1999, 2002), ике тапҡыр Европа чемпионы (2000, 2002).

Замолодчикова Елена Михайловна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 19 сентябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] (42 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө спорт гимнасы
Масса 42 килограмм
Спорт төрө спорт гимнастикаһы[d]
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 2004[d], 2000 йәйге Олимпия уйындарында спорт гимнастикаһы - ирекле күнегеүҙәр (ҡатын-ҡыҙҙар)[d] һәм 2000 йәйге Олимпия уйындарында спорт гимнастикаһы - таяныслы һикереү (ҡатын-ҡыҙҙар)[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры
Бейеклеге/буйы 152 сантиметр
 Замолодчикова Елена Михайловна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Елена Михайловна Замолодчикова Мәскәү ҡалаһында 1982 йылдың 19 сентябрендә тыуған. П. Ф. Лесгафт исемендәге Санкт-Петербург дәүләт физик культура академияһын тамамлаған. Атҡаҙанған спорт мастеры (спорт гимнастикаһы, 2000).

Таяныслы һикереү (1999) һәм ирекле күнегеүҙәр буйынса (1998) Рәсәй чемпионы, брус күнегеүҙәре буйынса көмөш призер (1998), күпбәйгелә (1999) һәм бүрәнә күнегеүҙәрендә — бронза призеры(1999).

Команда беренселегендә Европа чемпионатының көмөш призеры (1998); таяныслы һикереү буйынса донъя чемпионы (1999), команда беренселегендә көмөш призер (1999), күпбәйгелә — бронза призеры (1999). Ирекле күнегеүҙәрҙә һәм таяныслы һикереүҙә — ике тапҡыр еңеүсе, команда ярыштарында көмөш призер, XXVII Олимпиада Уйындары күпбәйгеһендә — VII урын (2000).

Күпбәйгелә һәм бүрәнәлә күнегеүҙәр буйынса Америка кубогы эйәһе (2001).

Тренерҙары — Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары Н. В. Масленникова һәм С. Пивоваров.

Йыйылма командала — 1996 йылдан.

«Динамо» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмғиәте һәм Мәскәү ҡала физкультура-спорт берләшмәһе өсөн сығыш яһай.

Беренсе булып Цукахар таяныслы һикереүен башҡарҙы — артҡа ҡарай бөгөлөп 720 боролошо менән сальто һәм бүрәнәгә һикереү: күпергә рондат башҡарыу — 360 боролошо менән стойкаға тороу флягы — стойканан терәккә тиклем төшөү һәм терәктән артҡа ҡарай боролоу.

2010 йылда «Жестокие игры» телепроектында һыуға һикереүсе Юрий Кунаков менән берлектә еңеү яуланы.

Замолодчикова 2015 йылдың 12 июнендә үҙенең тағы ла ете илдән коллегалары-олимпийсылары менән бергә I Европа уйындарында Баҡыла Европа Олимпия комитеты флагын алып сыҡты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
 
Елена Замолодчикова Европа олимпия комитеты флагы менән Баҡыла Беренсе Европа 2015 Уйындарын асыу тантаһында. 12 июнь 2015 йыл
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры
  • Почёт ордены (19 апрель 2001) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, Сиднейҙа 2000 йылғы XXVII Олимпиада Уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[2]
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (18 февраль 2006) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә