Елань Казак музей-мемориаль комплексы
Иҫтәлекле урын | |
Елань Казак музей-мемориаль комплексы
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Ростов өлкәһенең Шолохов районы Елань станицаһы |
Төҙөлгән ваҡыты | 2006 йыл |
Бөгөнгө хәле | ҡәнәғәтләнерлек |
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Елань Казак Музей-мемориаль комплексы |
Елань Казак Музей-мемориаль комплексы — Ростов өлкәһенең Шолохов районы Елань станицаһындағы мемориаль комплекс.
Тарихы
үҙгәртергәЕлань Казак Музей-мемориаль комплексы Ростов өлкәһенең Шолохов районы Елань станицаһында 2006 йылда асыла
XVII быуатта, Дон йылғаһының һул ярында, Вешенская станицаһынан алыҫ түгел, казактар Елань станицаһына нигеҙ һала. Революцияға тиклемге станицала 10000-ләп кеше йәшәй. Хәҙер Еландә йөҙгә яҡын кеше йәшәй, халҡының бер өлөшө Вешенская станицаһына күскән.
Музей-мемориаль комплексы казак-эшҡыуар Владимир Петрович Мелихов усадьбаһы биләмәһендә урынлашҡан. Комплекс составына инә: музей, Казак-Әсә һәйкәле, генерал Петр Краснов скульптураһы, баш эйеү Тәреһе, аҡ хәрби начальниктар: Е. А. Волошинов, А. М. Каледин, С. В. Денисов, А. М. Назаров, В. М. Чернецов, И. А. Поляковтарҙың барельефы, казактар өсөн фажиғәле урындарҙың иҫтәлекле Тәреһе: Лиенц, Чаталджи, Ҡырым, Новороссийск. Мемориал авторы — скульптор К. Р. Чернявский.
Музей Дон аҡ казактарының иҫтәлеген мәңгеләштерә. Тарихи музей экспозицияһында, казактарҙың мәҙәниәтен, хәрби хеҙмәтен, тарих битен күрһәткән, уларҙың тормошоноң төрлө этаптары материалдары ҡуйылған. Улар араһында: фотолар, шәхси әйберҙәр, китаптар, шәхси көндәлектәр, Дон казагы — генерал-лейтенант Евгений Иванович Балабиндың документтары, иләүес, боронғо һандыҡтар, плакаттар һәм башҡалар. Музей менән йәнәшә винтовка тотҡан, хәрби форма кейгән казактың һәм винтовка менән тубығында торған казактың бронза скульптуралары ҡуйылған[1].
Музейға ингән ерҙә Дон атаманы, Рәсәй Императоры армияһы генералы Петр Николаевич Красновҡа бронза һәйкәл ҡуйылған. Генерал таштар менән көпләнгән бейек пьедесталда баҫып тора итеп һүрәтләнгән, хәрби формала, өҫкә күтәргән уң ҡулында батша биргән дәрәжә билдәһе булған махсус таяҡ. Әсә-казак һәйкәле бейек булмаған постаментҡа ҡуйылған йәш ҡатын-ҡыҙ-казак фигураһынан ғибәрәт. Уның янында төрлө йәштәге ике бала скульптураһы урынлашҡан.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Цветков В. Ж. Белое дело в России. 1917−1918 гг.: формирование и эволюция политических структур Белого движения в России / Науч.рецензенты Лубков Алексей Владимирович, А. Д. Степанский, Д. О. Чураков. — М.: Посев. — 2008..
- Ципкин Ю. Н. Белое движение в России и его крах (1917−1922 гг.) : Учебное пособие. — Хабаровск: Хабар. гос. пед. ун-т, 2000. — 120 с. — ISBN 5-87155-096-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Открытие Мемориала в станице Еланской(недоступная ссылка)
- Новости Мемориала «Донские казаки в борьбе с большевиками» 2021 йыл 1 декабрь архивланған.
- Губернатор Ростовской области против мемориала «Донские казаки в борьбе с большевиками»
- Власти намерены снести Мемориал 2017 йыл 8 июль архивланған.
- Мемориал-музей «Донские казаки в борьбе с большевиками»
- Еланский музей «Донские казаки в борьбе с большевиками»
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История станицы Еланской Шолоховского района 2017 йыл 3 апрель архивланған.