Ек Мәргән
Ек Мәргән (башҡ. «Ек Мәргән») — башҡорт эпосы, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы.
Ек Мәргән | |
Атамаһы | Ек Мәргән |
---|---|
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Тасуирлау
үҙгәртергәЭпосты XX быуат башында яҙыусы Фәйзи Вәлиев яҙып алған һәм был әҫәр беренсе тапҡыр «Аң» журналында («Белем», Ҡаҙан) баҫылып сыға.
Идея-тематик йөкмәткеһе буйынса «Ек Мәргән» «Иҙеүкәй һәм Мораҙым», «Мәргән һәм Маянһылыу», «Мамай хан тураһында хикәйәт» кеүек башҡорт эпик иртәктәренә ҡарай, уларҙа Алтын Урҙа хандарының ҡыҫырыҡлауҙарына ҡаршы башҡорт халҡының күп быуаттар барышындағы көрәше сағыла.
«Ек-Мәргән» эпосында XV—XVI быуаттарҙа башҡорттарҙың йәйләүҙәрҙә йәйләп йәшәгән тарихи ысынбарлығы сағыла, уларға әкиәти фантастика үрелеп бирелә[1].
Сюжеты
үҙгәртергәЭпик әҫәрҙә башҡорттарҙың Ҡаҙан ханлығы хакимдары менән көрәше һүрәтләнә.
Эпостың төп персонажы — «яугирҙәр юлбашсыһының» тол ҡатыны Туғыҙаҡ әбейҙең туғыҙынсы улының туғыҙынсы улы". Атаһы улына Ек тигән исемде ҡуша, иҫке төрки теленән «намыҫлы, аҫыл» тип тәржемә ителә. Барымтанан — күрше ҡәбиләне барып талағандан һуң уның бөтә ғаиләһе һәләк була. Ек ғәләмәт көслө һәм ҡыйыу батыр булып үҫә. Яндан мәргән атҡаны өсөн уға Мәргән ҡушаматы тағыла.
Бер мәл ул шундай төш күрә: йәнәһе атаһы уның киләсәктә бөйөк кеше булып китеүе тураһында бәйән итә. Оҙаҡламай Ек Мәргән тыуған илен Ҡаҙан ханлығы иҙеүенән ҡотҡарыу өсөн көнбайыш тарафта йәшәгән башҡорттарҙан ғәскәр туплай. Ек Мәргәндең ғәскәре ханлыҡты баҫып ала һәм башҡорт халҡын Ҡаҙан ханына яһаҡ түләүҙән ҡотҡара.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, башында Ҡаҙан ханы торған көслө ғәскәр был ерҙәрҙе ҡайтанан үҙенә ҡайтара. Бер һуғышта Ек Мәргән ирекле рәүештә баш һала. Батырҙы зинданға ябалар. Ә бер нисә йылдан һуң хан алдындағы яҡшы эштәре өсөн Ек Мәргәнде азат итәләр.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирское народное творчество. Эпос// Сост. М. М. Сагитов. Коммент. Н. Т. Зарипова, М. М. Сагитова и А. М. Сулейманова. — Уфа, 1987. — Т. I. — 541 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Статья в Башкортостан: краткая энциклопедия 2013 йыл 6 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка) (баш.)(баш.)
- Статья в Башкортостан: краткая энциклопедия