Екатерина II һәйкәле (Дондағы Нахчиван)
Екатерина II һәйкәле— 1894 йылда Дондағы Нахчиван ҡалаһында ҡуйылған монумент (хәҙер Дондағы Ростовтың Пролетар районы составында). Һәйкәлдең автор - скульпторҙары Матвей Афанасьевич һәм Матвей Матвеевич Чижовтар (аталы-уллы)[1]. Граждандар һуғышы осоронда Екатерина II скульптураһын большевиктар юҡ итә, ә уның урынына Карл Маркс һәйкәлен ҡуя[2].
Екатерина II һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 1894 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Дондағы Нахчиван |
Современное состояние | разрушенный[d] |
Екатерина II һәйкәле (Дондағы Нахчиван) Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБеренсе тапҡыр Екатерина II һәйкәлен ҡуйыуҙы 1873 йылда Нахчиван ҡала думаһы ағзаһы Яков Хлытчиев тәҡдим итә. Әииә һәйкәлде ҡуйыу өсөн аҡса булмай. 1883 йылда һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһенә ҡала башлығы вазифаһын биләгән Минас Ильич Балабанов әйләнеп ҡайта. Ул 1890 йылда һәйкәл ҡуйыу өсөн Рәсәйҙең әрмән халҡынан аҡса йыйыуҙы ойоштороуға өлгәшә. Санкт-Петербургта һәйкәлдең иң яҡшы проектына конкурс иғлан ителә. 15 конкурс эштәре араһынан скульптура академиктары Матвей Афанасьевич һәм Матвей Матвеевич Чижовтарҙың (атаһы һәм улы) проекты һайлап алына. Бронза статуяһы Санк-Петербургта ҡойола һәм Нахчиванға поезд менән килтерелә. 1894 йылдың 18 сентябрендә Собор майҙанында һәйкәл асыу тантанаһы уҙа[1]. Һуңыраҡ майҙан Екатерина майҙаны тип атала. Һәйкәлдең ҡоролмаһы 30 мең һумға төшә[3].
1917 йылда һәйкәлде пъедесталдан алалар, әммә ҡаланы немец ғәскәрҙәре һәм Аҡ Гвардия яулап алғандан һуң[4] (1918 йыл) , уны урынына кире ҡуялар. 1920 йылда ҡаланы ҡыҙылдар баҫып алғандан һуң, һәйкәл тулыһынса һүтеп алына һәм «Ҡыҙыл Аҡсай» заводында иретелә [2]. Буш пьедесталға 1925 йылда яһалған Карл Маркс скульптураһын ҡуялар. Был һәйкәл Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында юҡ ителә. Хәҙер был урында 1959 йылда төҙөлгән Карл Маркс һәйкәле тора[5].
1990 йылдар аҙағында урындағы әрмән диаспораһы вәкилдәре Екатерина II һәйкәлен тергеҙергә тәҡдим итә, ләкин урындағы хакимиәт был башланғысы хупламай. Карл Маркс һәйкәлен күсереп уның урынына Екатерина II һәйкәлен ҡуйыу мәсьәләләре 2005 йылда әүҙем тикшерелә башлай[6]. 2009 йылдың проектына ярашлы, һәйкәлде тергеҙеү өсөн 11 миллион һум аҡса кәрәк була[7]. Бөтә һәйкәл ҡуйыу сығымдарын әрмән общинаһы үҙ өҫтөнә алырға әҙер була. Әммә ҡайһы бер ҡала кешеләре Карл Маркс һәйкәлен күсереүгә ҡаршы була[8], һәм Екатерина II һәйкәлен тергеҙеү мәсьәләһе хәл ителмәй ҡала[9].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәЕкатерина II бронза һыны гранит постаментта тора. Императрица һул ҡулында грамота, ә уң ҡулы менән ҡала кварталдарына күрһәтеп тора. Пьедесталдың алғы яғында яҙыу: « Императрица Екатерина II әрмәндәрҙән рәхмәт йөҙөнән». Пьедесталдың ҡапма-ҡаршы яғында һәйкәлдең ҡоролоу ваҡыты күрһәтелгән. Екатерина II һынын скульптор М. А. Чижов М.О.Микешин эскизы буйынса эшләгән[1]. Пьедесталды Ростовта урынлашҡан С.А. Тонито итальян фирмаһы эшләгән[10].
.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Кукушин B. C. Разрушенные шедевры // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 с. — ISBN 5-88616-027-2.
- ↑ 2,0 2,1 Сергей Петрович Маркса разведут с Екатериной // Ростов Официальный. — 2006. — № 12 (591).
- ↑ 3
- ↑ В. Смирнов, Йылъяҙмаһы Ростов-на-Дондағы — Ростов-на-дону: "Китап", 1912. — С. 145.
- ↑ Андрианов В. И., Терещенко А. Г. Памятники Дона. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1981. — С. 92.
- ↑ Елена Мухина Маркс поменяет прописку? // Ростов официальный. — 2006. — № 31 (558).
- ↑ Памятник Екатерине II заменит Карла Маркса в Ростове к сентябрю 2010 года . РИА Новости (4 ғинуар 2009). Дата обращения: 13 август 2013. 2014 йыл 22 февраль архивланған.
- ↑ Юлия Банишевская. Самые нелепые памятники Ростова . Комсомольская правда (16 февраль 2006). Дата обращения: 4 август 2013.
- ↑ Место памятника Карлу Марксу в Ростове может занять скульптура Екатерины . vesti.ru (11 август 2011). Дата обращения: 13 август 2013.
- ↑ Илона Кувалдина. Война бронзовых немцев . Официальный портал городской Думы и Администрации города. Дата обращения: 13 август 2013.