Екатерина институты (Санкт-Петербург)
Петербург Изге Екатерина ордены училищеһы — рус. Екатерининский институт (Санкт-Петербург) — Санкт-Петербургта 1798 йылда батшабикә Мария Фёдоровна башланғысы менән асылған затлы ҡыҙҙар институты. Дж. Кваренги проекты буйынса төҙөлгән Фонтанка яр буйы урамы, 36-сы йортта урынлашҡан булған [1].
Екатерина институты | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Екатерина институты (Санкт-Петербург) Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәИмператрица Мария Федоровна осорондағы институт
үҙгәртергәИмператор Павел I 1796 йылдың 12 мартында үҙенең хәләл ефете Мария Федоровнаны «затлы ҡыҙҙарға тәрбиә биреү йәмғиәттәренә етәкселек итергә» тигән бойороҡ сығарған. Киләһе йылына император 2 майҙан Сенаттың исемле указы менән тәрбиәүи йорттарҙы барлыҡ ҡаралтылары менән императрица идаралығына тапшырған. Кенәз Куракин бынан һуң телмәр тотоп, император Павел I ваҡытында Изге Екатерина ордены билдәләре алған барлыҡ ханымдар ҙа етем ҡалған затлы ҡыҙҙарҙы урынлаштырыу өсөн бер тапҡыр аҡса күсерһендәр, ә уларҙы даими аҫрауға — орден өсөн ере булған барлыҡ Рәсәй ордендары кавалерҙары йыл һайын үҙ теләктәре менән күпмелер күләмдә аҡса индерһендәр, тип тәҡдим итә.
Императрица Мария Федоровна бер нисә көн үткәс кенәз А. Б. Куракинға хат яҙған һәм «Изге Екатерина Ордены гроссмейстеры булараҡ» училищеға үҙ килеменән 4500 һум аҡса күсереүен хәбәр иткән.
1798 йылдың 12 июнендә уҡыу йортон асыу тантанаһы үтә. Тәүҙә ул ағас йортта урынлашҡан, унан һуң бер нисә бина алмаштырған. 1802 йылдың майында училище Александр I бүләк иткән биләмәләге бер ҡатлы йортҡа күсә. Иҫке һарайҙы һүтеп, 1804—1807 йылда архитектор Джакомо Кваренга проекты буйынса, классицизм ысулы менән, фасады Фонтанка йылғаһының яр буйына барып сыҡҡан мөһабәт бина төҙөлгән.
Артабанғы тарихы
үҙгәртергә1828 йылда императрица Мария Федоровна вафат булғас, император Николай IН ошо уҡыу йорто өсөн яуаплылыҡты үҙенә алған указға ҡул ҡуя. Бының өсөн IV Император Ғали Йәнәптәре канцелярияһы бүлексәһе ойошторола. 1840 йылда композитор М. И. Глинка П. Г. Ободовский һүҙҙәренә «Екатерина институты тәрбиәләнеүселәренең хушлашыу йыры» вокаль-симфоник әҫәрен яҙған. Был әҫәр, ғәҙәттә, элекке тәрбиәләнеүселәрҙең уҡыу йортон тамамлап сығыуға бәйле һуңғы тантаналарҙа гимн сифатында башҡарылған.
1844 йылда Изге Екатерина Ордены училищеһы рәсми рәүештә ҡатын-ҡыҙ институттары араһында элиталы, « дворяндар ҡатламына ярашлы белем биреүсе» I-се дәрәжә (иң юғары) уҡыу йорттары иҫәбенә индерелгән.
Екатерина институты тарихында иң яҡшы тамамламған сығарылыш уҡыусыларына 270 юғары дәрәжәләге бүләк тапшырыла, улар араһында ҙур, уртаса һәм бәләкәй ҙурлыҡтағы 269 шифр, императрица вензеле менән 1 алтын беләҙек була. II дәрәжә бүләк — алтын һәм көмөш миҙалдар. Бөтә наградалар һаны ла ҡәтғи регламентланған.
Институт ябылыу һәм уның бинаһы яҙмышы
үҙгәртергәВаҡытлы хөкүмәттең 1917 йылдың 26 майындағы ҡарары менән Петроград Изге Екатерина ордены училище һы Дәүләт ҡурсыуы ведомствоһына, ә 1917 йылдың декабрендә Дәүләт ҡурсыуы халыҡ комиссариаты ҡарамағына тапшырылған. Халыҡ комиссарҙары советының 1918 йылдың 5 июнендәге декреты нигеҙендә уҡыу йорто Мәғариф халыҡ комиссариаты ҡарамағына тапшырылған. Шул уҡ йылда училище бөтөрөлгән.
Совет заманында элекке институт бинаһында балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе һаҡлау пункты, мебель келәте (элекке сиркәүҙә), 2-се балалар поликлиникаһы, 24-се балалар дауалау-профилактика поликлиникаһы, Ленгорбашҡарма комитетының 2-се типографияһы урынлашҡан. 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бинала 2012-се эвакогоспиталь булған, подвалда бомбанана боҫҡаҡ йыһазландырылған.1949 йылда бина М. Е. Салтыков-Щедрин исемендәге Дәүләт йәштәр китапханаһына студенттар өсөн уҡыу залдары ойоштороуға тапшырыла . 1970-се йылдарҙа бина авария хәлендә була һәм 1980-се йылдар аҙағына тиклем ремонтҡа ябыла. 2017 йылға был корпуста Рәсәй Милли китапханаһының концерт залы, нота баҫмалары һәм тауыш яҙмалары бүлеге, гәзит бүлеге, үҫмерҙәр уҡыу залы, шулай уҡ фонотека урынлашҡан.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2001 йылдың 10 июлендәге 527-се ҡарары менән элекке Екатерина институты бинаһы һәм баҡсаһы Санкт-Петербург ҡалаһында урынлашҡан федераль әһәмиәттәге тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелгән [2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Здание Екатерининского института (наб. р. Фонтанки, 36)
- ↑ https://www.citywalls.ru/house33.html С.-Петербургское Училище ордена св. Екатерины (Екатерининский институт)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- С. Н. Масик. Юбилейный LXX выпуск Екатерининского института благородных девиц. Санкт-Петербург, 1912 год. — СПб.: «Гамма», 2017.— 403 с. ISBN 978-5-4334-0305-5
- Е. Э. Панкратьева. С.-Петербургское училище ордена святой Екатерины [Екатерининский институт]. 1798—1898: Исторический очерк и описание празднования юбилея Училища. — СПб.: тип. Е. Евдокимов, 1899. — 100 с.
- Н. С. Карцов. Несколько фактов из жизни Санкт-Петербургского училища Ордена Св. Екатерины. — СПб., 1898.