Ежов Борис Дмитриевич

Ежов Борис Дмитриевич (31 ғинуар 1908 йыл — 14 ноябрь 1978 йыл) — рәссам, 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1976).

Ежов Борис Дмитриевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 31 ғинуар 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Вафат булған көнө 14 ноябрь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (70 йәш)
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Борис Дмитриевич Ежов 1908 йылдың 31 ғинуарында Пермь ҡалаһында тыуған. 1931 йылда Һарытау художество-сәнәғәт техникумын (А. П. Боголюбов исемендәге Һарытау художество училищеһы) тамамлаған.

1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Кинола рәссам булып, артабан Революция музейында эшләй (1931—1933). 1933 йылда «Башрәссам» ширҡәтенә инә. 1957 йылдан 1960 йылға тиклем — Башҡорт АССР-ы Рәссамдар союзының идара ағзаһы, СССР Художество фондының Башҡорт оҫтаханалары ҡарамағындағы Художество советы ағзаһы була.

Ежов әҫәрҙәрен тарихи темаға яҙған, улар Совет власы өсөн көрәш атмосфераһын сағылдырған: «Уральские партизаны», «Народные мстители», «Этих дней не смолкнет слава», «Партизанская вольница». Ҡайһы бер картиналарында В. И. Ленин образын да тергеҙә.

1930 йылда революцион Рәсәйҙең рәссамдар ассоциацияһы күргәҙмәһендә (Һарытау) ҡатнаша. БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1976).

Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1978 йылда Өфөлә вафат була.

Ежовтың әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә
  • Революцион Рәсәй рәссамдар ассоциацияһының 3-сө күргәҙмәһе, Һарытау, 1930.
  • Республика күргәҙмәләре, Өфө ҡалаһы,
  • 1937 йылда бөтә күргәҙмәләрҙә лә
  • Мәскәүҙә РСФСР-ҙың йәш рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, 1941.
  • Өлкә-ара күргәҙмә, Ҡазан, 1947.
  • Башҡорт сәнғәте декадаһы күргәҙмәһе, Мәскәү, 1955.
  • Мәскәүҙә һәм Ленинградта башҡорт сәнғәте декадаһы күргәҙмәһе, 1969 йыл.
  • «Социалистик Урал» зона күргәҙмәләре; Свердловск, 1964; Пермь, 1967; Силәбе, 1969; Өфө, 1974.
  • РСФСР автономиялы республикалары рәссамдарының әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл айҡанлы БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Ульяновск, 1970.
  • 3 зона рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • «РСФСР рәссамдары» Бөтә рәсәй күргәҙмәһе Мәскәү, 1956.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең Германияның Галле ҡалаһында күргәҙмәһе, 1975.

Төп эштәре

үҙгәртергә

Салават, х. м., 1943. Уральские партизаны, х. м., 1949. Уральские партизаны х. м., 1955. Башкирский пейзаж, х. м., 1955. Весенние сумерки, х. м., 1956. Осенние сумерки, х. м., 1957. Спящая степь, х. м., 1957. В. И. Ленин в Уфе, х. м., 1959. Башкирская мелодия, х. м., 1959. Башкирские кони, х. м., 1961—1962. Полюшко-поле, х. м., 1974. Письмо от сына, х. м., 1975. В колхозной кузнице, х. м., 1976.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы, 1946.
  • Ижади уңыштары өсөн БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы, 1955.
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының еңеүенә 30 йыл» миҙалы, 1975.
  • «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл айҡанлы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы, 1970.
  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
  • Журнал «Художник», 1959, № 10. Т. Нечаева; Искусство Башкирии.
  • В. Сорокина; Буклет «Б. Ежов». Башкирское книжное издательство, Уфа, 1974.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә