Егерменсе Башҡорт атлы полкы
Егерменсе Башҡорт атлы полкы (рус. Двадцатый Башкирский конный полк) — 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда 1812 йылдың 8 авгусындағы “Башҡорт казак полктарын ойоштороу тураһындағы” Указға ярашлы Пермь губернаһы Пермь өйәҙе (хәҙер Пермь крайының Пермь районы) Ғәйнә олоҫоноң Ҡуян ауылында 1-се һәм 2-се кантон башҡорттарынан ойошторола[1].
Егерменсе Башҡорт атлы полкы | |
Урын | Рәсәй империяһы |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 1812 |
Ҡатнашыусылар | полк[d] |
Полктың составы һәм хәрби эшмәкәрлеге
үҙгәртергәПолк 530 кешенән тора, уларға 768 ат беркетелә. 1812 йылдың 30 октябрендә был полк Түбәнге Новгородҡа ебәрелә. Дислокация урынына барып еткәс, полк Полтава губернаһының Гадяч ҡалаһында урынлашҡан һәм генерал-лейтенант граф П. А. Толстой командалыҡ иткән 3-сө округ ополчениеһы составына индерелә.
1812 йылдың ноябренән ун биш башҡорт полкы составында 20-се Башҡорт атлы полкы ла , Волга буйы ополчениеһы частары менән бергә, дошмандың Украинаға инеүенә ҡаршы тора[2].
Башҡорт полкы 1813 йылдың майынан Пенза ополчениеһы менән берлектә Варшава герцоглығында урынлаша. Башҡорт атлылары генерал-майор кенәз М. А. Горчаков командалыҡ иткән Резерв армияһының инфантериянан генерал кенәз Д. И. Лобанов-Ростовский комадалығындағы 3-сө кавалерия корпусы составында һуғыша. Шул уҡ йылдың 27 июлендә башҡорт полкы Плоцк ҡалаһына, 5 августа (160 атлы) Варшаваға “...Төп йорт менән Резерв армияһының 13 корпустары араһында йылдам хәрәкәт иткән почта ташыу учреждениеһын ойоштороу өсөн...” ебәрелә (4-әр кешенән торған 38 почта, 8 кешенән торған 1 почта)[3].
Башҡорт полкының бер өлөшөнә әсирлеккә төшкәндәрҙе конвой менән оҙата барыу йөкмәтелә, икенсе бер өлөшө Венгрув ҡалаһы тирәләй урынлашҡан дивизиялар араһында эске элемтәне тәьмин итә. Полктың Төп йорто (штабы) Рава-Мазовецк ҡалаһында урынлаша.
1814 йылдың 2 октябрҙә бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, Башҡорт полкында штаб-офицер, полк командиры, 5 есаул, 5 йөҙ башы, 5 хорунжий, 10 илле яугир командиры, полк муллаһы, писарь, квартирмейстер, унтер-офицер, 500 рядовой, 512 яу аты һәм 256 йөк аты иҫәпләнә. 1814 йыл аҙағына полк Ырымбур губернаһына ҡайта һәр таратыла. Полк командиры майор Руднев, полк командиры-есаул Райгул Ҡаһарманов була[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://bashenc.online/ru/articles/51622/
- ↑ Книга: История Башкортостан сдревнейших времендо наших дней. 1 том, Китап, 2004, стр. 486, тир. 3 000 экз., 351-я стр
- ↑ http://bashenc.online/ru/articles/51622/
- ↑ http://bashenc.online/ru/articles/?filter_encyclopedia=6
Сығанаҡтар
үҙгәртергәМатериалы по истории башкирского народа (1800—1903 гг.). Т.4. Уфа, 2009.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәУсманов А.Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. Уфа, 1964.
История Башкортостан сдревнейших времендо наших дней. 1 том, Китап, 2004, стр. 486, тир. 3 000 экз.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Егерменсе Башҡорт атлы полкы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.