Европа Виадрина университеты

Европа Виадрина Университеты (нем. Europa-Universität Viadrina in Frankfurt (Oder)) — Германияның көнсығышында, Бранденбург ерендә , Франкфурт-на-Одере ҡалаһында урынлашҡан Европаның иң беренсе университеттарының береһе.

Европа Виадрина университеты
Исеме

Europa-Universität Viadrina in Frankfurt (Oder)

Халыҡ-ара исеме

European-University Viadrina Frankfurt (Oder)

Элекке исеме

Universitas Viadrina

Девиз

«Ex oriente lux» (англ. Light from the east) (Көнсығыштан ут)

Асылған йылы

1506

Урынлашыуы

Große Scharnstrasse 59 D-15-230 Франкфурт-на-Одере, Германия

 
Конрад Вимпина иҫтәлеғенә таҡта

1506 йылда Реформация дәүерендәге немец гуманисы Вимпина Конрад ҡарары менән асылған университет. Вимпина Конрад университеттың беренсе ректоры була.

Название «Виадрина» һүҙе лат. Viadrina һүҙенән килеп сыҡҡан, «Одерҙа» тигәнде аңлата.

Виадрина университеты асылғас, унда Германия, Польша, Швеция, Норвегия һәм Даниянан килген 900 студент белем ала. Ул ваҡытта Одерҙағы франкфуртта 5 мең кеше йәшәй һәм ҡала хаклы рәүештә университетлы тип атала.

1811 йылда университет Вроцлав ҡалаһына күсерелә (ул ваҡытта ҡалала Наполеон Францияһы хакимлек итә, 1814 йылдан ҡалала Пруссия хакимлеге урынлаша)

Броцлав ҡалаһына күскәнсе Виадрина университетында 55 000 тирәһе кеше белем ала. Университет үҙенең эшмәкәрлеген туҡтата.

Билдәле университет тамамлаусылары араһында Ульрих фон Гуттен, ТомасМюнцер, Вильгельм һәм Александр Гумбольдты, Карл Филипп Эммануил Бах, Генрих фон Клейст һ. б.

180 йыл үткәс 1991 йылдың 15 июлендә Виадрина университеты яңынан асыла һәм беренсе уҡыу йылын башлай.

Факультеттар

үҙгәртергә
  1. Юридик
  2. Иҡтисад
  3. Мәҙәниәт