Евразия милли университеты

Гумилёв исемендәге Евразия милли университеты (ЕМУ; ҡаҙ. Гумилев атындағы Еуразия ұлттық университеті) — Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда юғары уҡыу йорто. Урыҫ ғалимы, тарихсы-этнолог Лев Гумилёв хөрмәтенә аталған. Университет составына 28 фәнни учреждениелар (фәнни-тикшеренеү институттары, лабораториялар, үҙәктәр), 13 факультет, Өҫтәмә белем биреү һәм квалификацияны арттырыу институты, хәрби кафедра, төрлө дәүләттәрҙең мәҙәни-мәғариф үҙәктәре инә. Университетта белгестәр әҙерләү системаһы 3 баҫҡыс буйынса алып барыла: бакалавриат (65 һөнәр буйынса), магистратура (68 һөнәр буйынса) һәм докторантура (38 һөнәр буйынса).

Евразия милли университеты
Нигеҙләү датаһы 1996
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Лев Гумилёв
Дәүләт  Ҡаҙағстан[1]
Административ-территориаль берәмек Астана
Уҡыусылар һаны 11 300
Хеҙмәткәрҙәр 1678 кеше
Рәсми сайт enu.kz
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1041
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Евразийского национального университета[d]
Карта
 Евразия милли университеты Викимилектә

 
2012 йылғы Ҡаҙағстан почта маркаһы

Л. Н. Гумилёв исемендәге Евразия милли университеты Ҡаҙағстан Республикаһы президенты Н. Ә. Назарбаев инициативаһы буйынса ике юғары уҡыу йортон — Целиноград инженер-төҙөлөш институтын һәм Целиноград педагогия институтын берләштереү нигеҙендә 1996 йылдың 23 майында булдырылған. Ҡаҙағстан Республикаһы президентының 2001 йылдың 5 июлендәге указына ярашлы университетҡа милли статусы бирелгән[2]. Университетҡа тарихсы һәм төркиәтсе Лев Николаевич Гумилёвтың исеме бирелгән[3].

2000 йылда Евразия милли университеты базаһында М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Ҡаҙағстан филиалы асылған[4].

2002 йылдың 1 октябрендә ректор М. Ж. Жолдасбековтың инициативаһы буйынса университетта Л. Н. Гумилёвтың кабинет-музейы асылған[5]. 2008 йылдың сентябрендә университетың уҡыу-административ корпусында Л. Н. Гумилёв бюсы ҡуйылған.

2009 йылдың 10 мартында университетта Евразия университеттары ассоциацияһының XI съезы уҙған.[6]

2012 йылда Евразия милли университеты Лев Николаевич Гумилёвтың тыуыуына 100 йыллығына арналған иҫтәлекле тантаналар үҙәге булып китә.[7][8]

Факультеттары

үҙгәртергә

Музейҙары

үҙгәртергә
  • Төрки имләһе музейы
  • Л. Н. Гумилев музей-кабинеты[7][8]

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге

үҙгәртергә

Университеттың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге Европа, Азия, Американың сит ил юғары уҡыу йорттары, 23 фәнни үҙәктәр һәм фәнни-тикшеренеүҙәр институттары, шулай уҡ илселектәр, халыҡ-ара фәнни-мәғариф фондтар менән 268 килешеүҙәр нигеҙендә башҡарыла.

Университеттың партнерҙары араһыда Кембридж университеты, Сасэкс университеты, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Берлин техник университеты, Валенсия университеты, Пусан университеты, Вухань университеты, Калгари университеты һәм башҡалар бар.

Л. Н. Гумилёв исемендәге Евразия милли университеты халыҡ-ара ассоциацияларҙың һәм консорциумдарҙың тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусыһы:

Ректорҙары

үҙгәртергә

Целиноград инженер-төҙөлөш институты
Т. Г. Духов (1964—1965)
Х. А. Асанбеков (1965—1977)
Х. К. Карешов (1977—1988)
А. Г. Чекаев (1988—1996)
Целиноград педагогия институты
К. Ж. Жаманбаев (1962—1974)
Б. С. Сункарбеков (1974—1984)
М. С. Беспаев (1984—1987)
Н. В. Алексеенко (1987—1992)
А. К. Кусаинов (1992—1996)
Л. Н. Гумилев исемендәге Евразия милли университеты
А. К. Кусаинов (1996—2000)
М. Ж. Жолдасбеков (2000—2004)
С. А. Абдыманапов (2004—2008)
Б. Ж. Абдраим (2008—2011)
Е. Б. Сыдыков (2011 йылдан)[9]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Directory of Open Access Journals — 2003.
  2. ЕНУ. О ЕНУ. Дата обращения: 10 ғинуар 2012. Архивировано 15 март 2012 года. 2012 йыл 24 март архивланған.
  3. Выступление Президента Российской Федерации В. В. Путина в Университете имени Л. Н. Гумилёва // Kremlin.ru, 10.10.2000
  4. Адреса подразделений МГУ имени М. В. Ломоносова // Официальный сайт МГУ имени М. В. Ломоносова
  5. Творческий вечер памяти Льва Гумилева в Евразийском Национальном университете 2019 йыл 23 май архивланған. // mirtv.kz, 18.05.2010
  6. Романов, Артём Челябинский ВУЗ в Казахстане // Челябинск сегодня, 18.03.2009
  7. 7,0 7,1 100-летию со дня рождения Л. Н. Гумилева // сайт Евразийской ассоциации университетов, 11.10.2012
  8. 8,0 8,1 Садовничий В. А. Участникам IX Евразийского научного форума «Наследие Л. Н. Гумилева и современная евразийская интеграция» 2022 йыл 8 март архивланған. № 10А-2/53 " 01 " октября 2012 г.
  9. Казинформ. Распоряжением Главы государства Е.Сыдыков назначен ректором ЕНУ имени Л.Н.Гумилева. Дата обращения: 20 ғинуар 2012. Архивировано 15 март 2012 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә