Дәүләт сәнғәт белеме институты

Дәүләт сәнғәт белеме институты (ГИИ) — Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты, Рәсәй ватан һәм сит ил сәнғәтен өйрәнеү үҙәге[2]. Институт Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының ведомство-ара ғилми-тикшеренеү учреждениеһы булып тора. Ул XVIII быуат аҙағында төҙөлгән А. Я. Лобкованың өйөндә урынлашҡан.

Дәүләт сәнғәт белеме институты
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы[1]
Рәсми сайт sias.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Сотрудники Государственного института искусствознания[d]
Карта

1944 йылда СССР Фәндәр академияһының Тарих һәм философияһы бүлеге ҡарамағындағы Сәнғәт тарихы һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау институты булараҡ нигеҙ һалына[3]. Институтҡа нигеҙ һалыусылар — И. Э. Грабарь (институттың беренсе директоры), С. М. Эйзенштейн, Б. В. Асафьев, В. Н. Лазарев, А. Дживелегов[2].

1961 йылға тиклем рәсми рәүештә СССР Фәндәр академияһының Сәнғәт институты тип атала, һуңынан СССР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағына Фәндәр академияһының ғилми-методик етәкселеген һаҡлап күсә. Функцияларҙы киңәйтеү менән бәйле институт Бөтә Союз сәнғәт белеме ғилми-тикшеренеү институтына (ВНИИИ) 1976 йылдың 12 июлендәге 49-сы Коллегия һәм министрҙың бойороғо менән һәм П. Н. Демичевтың 1977 йылдың 8 февралендәге 83-сө бойороғо менән үҙгәртелә.[4].

1992—1994 йылдарҙа — Рәсәй сәнғәт белеме институты; Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министры Е. Ю. Сидоровтың 1992 йылдың 12 февралендәге 2-се һанлы бойороғо менән Рәсәй сәнғәт белеме институты тип үҙгәртелә[4]. 1995 йылдан — Дәүләт сәнғәт белеме институты (1996 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында).

2012 йыл аҙағында Мәҙәниәт министрлығы, Сәнғәт белеме институты хеҙмәткәрҙәре публикацияларҙы бик оҙаҡҡа һуҙалар һәм көнүҙәк булмаған тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнәләр һәм институттың эшмәкәрлеген эффектив түгел, тигән һығымтаға килә .Мәҙәниәт өлкәһендә Рәсәйҙең башҡа ҡайһы бер ғилми-тикшеренеү институттары менән бер рәттән Дәүләт сәнғәт белеме институты тарҡатыу һәм ябылыу сигендә тороп ҡала. 2013 йылда институтта үткәрелгән реформалар һөҙөмтәһендә уның хеҙмәткәрҙәре һаны 344-тән 200-гә тиклем ҡыҫҡартылаref>Институт искусствознания отстаивает у Минкульта право на жизнь // Аргументы и факты. — 11.12.2012</ref>[5][6].

2019 йылдың аҙағында Мәҙәниәт министрлығының пландан тыш тикшереүе Сәнғәт белеме институты эшендә ҡайһы бер ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлай. Институт хеҙмәткәрҙәре Мәскәү үҙәгендә урынлашҡан Сәнғәт белеме институты бинаһын тартып алыу маҡсатында институтты ябырға ынтылалар, тип ғәйепләйҙәр. Мәҙәниәт министрлығына барғандан һуң, Сәнғәт белеме институты директоры Наталья Сиповская Склифосов исемендәге институтҡа эләккән[7].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Институт Европа һәм рус сәнғәте тарихы буйынса фундаменталь проекттар менән шөғөлләнә, Рәсәйҙең архитектура һәм монументаль сәнғәт ҡомартҡылары исемлеген булдырыу буйынса эш алып бара, мәҙәниәт һәм сәнғәт социологияһы һәм иҡтисады буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә, мәҙәни мираҫ һәм заманса сәнғәт өлкәһендә эксперттар эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, Рәсәй Федерацияһының закондар сығарыу акттарын һәм норматив документтарын әҙерләүҙә ҡатнаша. Институт нигеҙендә Рәсәй Фәндәр академияһының сәнғәт ғилеме буйынса ғилми совет эшләй[8].

Институтта театр, музыка, һынлы сәнғәт һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте, культурология һәм эстетика буйынса дүрт диссертация советы эшләй[2].

2000 йылдан алып Сәнғәт белеме институтында 22 томда «Рус сәнғәте тарихы» сығарыла[9].

Институтта Рәсәй Фәндәр академияһының сәнғәт ғилеме буйынса ғилми совет эшләй.

Сәнғәт белеме институты ҡарамағында дүрт диссертация советы эшләй[10].

Нәшриәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Дәүләт сәнғәт институты киң нәшриәт программаһын ғәмәлгә ашыра[2]: ғәмәлгә ашыра: монографиялар, коллектив хеҙмәттәр, сәнғәт тарихы буйынса документтар, конференциялар материалдары һәм башҡалар.

Институт сәнғәт ғилеме һәм культурология буйынса дүрт рецензиялы ғилми журнал сығара, шуларҙың икеһе — «Сәнғәт белеме» һәм ике электрон журнал — «Музыка сәнғәте: теорияһы һәм тарихы»[11]һәм «Художестволы мәҙәниәт»[2][12].

Етәкселәре

үҙгәртергә
  • академик Э. И. Грабарь (1944—1960)
  • сәнғәт фәндәре докторы Б. М. Ярустовский (1960—1961)
  • СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты В. С. Кружков (1961—1973)
  • филология фәндәре докторы Ю. Я. Барарбаш (1973—1975)
  • сәнғәт фәндәре докторы М. П. Котовская (1976—1993)
  • сәнғәт фәндәре докторы А. И. Комеч (1994—2006)
  • сәнғәт фәндәре докторы Д. В. Трубочкин (2007—2013)
  • сәнғәт фәндәре докторыН. В. Сиповский в(2013)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Государственный институт искусствознания отмечает 70-летие. // Министерство культуры РФ (2 декабрь 2014). Дата обращения: 22 июнь 2017.(недоступная ссылка)
  3. Справка на сайте Национальной библиотеки Беларуси
  4. 4,0 4,1 Устав ГИИ(недоступная ссылка)
  5. Защищая последние рубежи. О визите министра культуры Мединского в Государственный институт искусствознания
  6. В Институте искусствознания сократили полторы сотни ставок. // Лента.ру (26 апрель 2013). Дата обращения: 22 июнь 2017.
  7. Малюкова Л. «Мы ученые, а не сезонные рабочие, которых хозяин отчитывает» // Новая газета. — 28 декабря 2019
  8. Малюкова Л. «Мы ученые, а не сезонные рабочие, которых хозяин отчитывает» // Новая газета. — 28 декабря 2019
  9. Кабанова О. Экзамен для нас и министерства // Ведомости. — 2013. — № 3327 (15 апреля).
  10. Аспирантура. Дата обращения: 25 май 2013. Архивировано из оригинала 10 июль 2013 года. 2013 йыл 10 июль архивланған.
  11. Выпуски журнала «Искусство музыки: теория и история» 2012 йыл 24 октябрь архивланған.
  12. Выпуски журнала «Художественная культура». Дата обращения: 10 февраль 2013. Архивировано из оригинала 24 октябрь 2012 года. 2012 йыл 24 октябрь архивланған.
  • Государственный институт искусствознания. 1944—1994. М., 1994.

Һылтанмалар

үҙгәртергә