Алтын һәм ҡиммәтле металдар дәүләт музейы
Дәүләт алтын һәм ҡиммәтле металдар музейы — Астана ҡалаһындағы ювелир сәнғәте музейы. Дәүләт алтын һәм ҡиммәтле металдар музейына 1990 йылда Алматыла нигеҙ һалына. Музей Ҡаҙағстандың алтындан һәм көмөштән боронғо һәм урта быуат уникаль сәнғәт әҫәрҙәрен йыйыу, һаҡлау, күргәҙмәгә ҡуйыу менән шөғөлләнә. Музейҙың төп бурысы — Республиканың төрлө музейҙарында булған ювелир сәнғәтенең күренекле әҫәрҙәрен бер урында туплау (йәғни музей фондтарында); төрлө ваҡыттарҙа Республиканан ситкә сығарылған күп уникаль ҡиммәттәрҙе кире ҡайтарыуға булышлыҡ итеү[1].
Алтын һәм ҡиммәтле металдар дәүләт музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1990 |
---|---|
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
Рәсми сайт | museumgold.kz |
Тарихы
үҙгәртергә1990 йылда барлыҡҡа килә[2]. Музей 2000 йылдың октябрендә Алма-Атанан Астана ҡалаһына күсерелә[1].
Экспозицияһы
үҙгәртергәСак юлбашсыһының алтын биҙәүестәренең йәше беҙҙең эраға тиклем V-ІV быуатҡа ҡарай. Антропологтар билдәләүенсә, Ысыҡ Ҡурғанында күмелгән үҫмер егеткә 17-18 йәш була. Кейеменең туҡымаһы көрән йәки ҡыҙыл төҫкә буялған була.[3].
Алтын залы
үҙгәртергәАлтын кешенән тыш алтын залында башҡа экспонаттар бар:
- Дөйә һүрәте төшөрөлгән ҡашлы йөҙөк. Алтын, фирүзә. Ҡарғалы хазинаһы, Көньяҡ Ҡаҙағстан, беҙҙең эраға тиклем 2-1 быуаттар.
- Геральдик берләштерелгән болан. Алтын. Жалаулы хазинаһы, Көньяҡ Ҡаҙағстан, беҙҙең эраға тиклем 7-3 быуаттар.
- Архар. Алтын, фирүзә. Шиликты Ҡурғаны, Көнсығыш Ҡаҙағстан, беҙҙең эраға тиклем 7-3 быуаттар.
- Өслө грифон. (ат кәрәк-ярағы детале). Ағас, алтын (фольга). Берель Ҡурғаны, Көнсығыш Ҡаҙағстан, беҙҙең эраға тиклем 4-3 быуаттар.
- Ҡашлы йөҙөк мисәт. Көҙгөлө ҡашлы йөҙөк. Алтын. Ысыҡ Ҡурғаны, Көньяҡ Ҡаҙағстан, беҙҙең эраға тиклем 5-4 быуаттар
Көмөш залы
үҙгәртергәКөмөш зал экспозицияһында 18-се —20 быуат башындағы ювелир әйберҙәр ҡуйылған.
- Түш биҙәүестәре — ҡаҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙарының байрам биҙәүестәре комплексына инә. Түш биҙәүестәре никах тантанаһында кейелә. Пластиналарҙың һәр береһе мәғәнәгә эйә, ромб ырыуҙы дауам итеүҙе, уңдырышлыҡты аңлатҡан, ә өсмөйөш — берләшеүҙә һәм яңы ғаилә төҙөүҙә ҡатын-ҡыҙ башланғысын.
- Ирҙәр билбауҙары
- Аттар өсөн биҙәүестәр
- Көнкүрештең башҡа әйберҙәре һәм көмөш биҙәүестәр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Государственный музей золота и драгоценных металлов // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
- ↑ [Ҡайһы бер белем сығанағы йыл — 1992 йыл. Мәҫәлән энциклопедияһы Ҡаҙағстан Милли ]
- ↑ Алтын кешеләр Иссыкский(недоступная ссылка)