Ысыҡ алтын кешеһе

«Алтын кеше» (ҡаҙ. Алтын Адам) — Алматы ҡалаһынан 53,5 саҡрым алыҫлыҡта Ысыҡ йылғаһы буйында 1969—1970 йылдарҙа алып барылған ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған, бейеклеге — 6, диаметры 60 метрға еткән археологик табылдыҡтың шартлы атамаһы[1].

Саҡ батшаһының стилләштерелгән хәрби кейем катафракты, алтын тәңкә менән биҙәлгән күн байрам кейеме

Ул Саҡ яугиры ҡалдыҡтарының алтын кейемен күҙ алдына баҫтыра[2][3][4][5].

Һүрәтләмә үҙгәртергә

Ысыҡ ҡәберлегенең һирәк осрай торған археологик комплексын 1969 йылда Аҡишев Кәмал Аҡишевич етәкселегендәге Ҡаҙағстан ғалимдары тапҡан. Ул урын Алматынан көнсығыштараҡ 50 саҡрымда ятҡан Ысыҡ ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан Ысыҡ ҡурған ҡәберлек комплексына инә. Боронғо ҡәберлек батшаларҙың 45 ҙур ҡурғанынан тора: уларҙың диаметры — 30-ҙан алып 90-ға тиклем, ә бейеклеге 4 — 15 метрға етә. «Ысыҡ ҡурғаны» боронғо ҡәберлектең көнбайыш яртыһында урынлашҡан. Уның диаметры 60 метр, бейеклеге — 6 метр. Өйөмдө емергәндә, боронғо офоҡ кимәленән 1,2 метр тәрәнлектә үҙәк һәм ситке (көньяҡ) ике ҡәбергә тап булалар.

Үҙәк ҡәберлек күп тапҡыр талауҙарға дусар була. Ситке ҡәбергә кеше ҡулы теймәгән, ҡәбер үҙе һәм ундағы әйберҙәр тулыһынса һаҡланған. Ерләү камераһы эшкәртелгән шыршы бүрәнәләренән ҡоролған. Төньяҡ яртыһында мәйет ҡалдыҡтары табыла. Ерләү камераһында 4 меңдән ашыу алтын әйбер, тимер хәнйәр һәм ҡылыс, бронза көҙгө, балсыҡтан, тимерҙән һәм ағастан эшләнгән һауыт-һаба табыла.

Тянь-шань шыршыларынан буралған ситке ерләү камераһында үҙ ваҡытында кейемгә, баш кейеменә һәм аяҡ кейемдәренә алтын биттәрҙән эшләнгән дүрт меңдән ашыу биҙәүес әйберҙәре, шулай уҡ алтын йөҙөктәр, таш ҡурсаҡтар, алтын һәм бронза ҡоралдар, һәр төрлө һауыт-һабалар табыла. Ҡәберлектә 26 яҙма тамғалы (Ысыҡ хаты) көмөш табаҡ та була. Табылдыҡ б. э. тиклем VI—V быуаттарға ҡарай. Табаҡтағы яҙыуҙарҙың мәғәнәһе әлегә тиклем асылмаған.

Ситке камераның көнбайыш һәм көньяҡ өлөштәрендә ағастан, балсыҡтан, бронза һәм көмөштән эшләнгән һауыттар, ә төньяҡ өлөшөндәге иҙәндә башы менән көнбайышҡа ҡаратып һалынған мәйет ҡалдыҡтары табыла.

Һөлдәнең үҙендә һәм уның аҫтында бик күпләп өҫ кейеме, аяҡ кейеме һәм баш кейемдәренең алтын биҙәүестәре табыла. Эргә-тирәһендә, ул ваҡыттағы инаныс буйынса, әхирәт донъяһында кәрәклеге ихтимал булған ҡоралдар һәм төрлө кәрәк-яраҡтар урын алған. Уның һул ҡулының терһәгендә осо алтын уҡтар ҡуйылған, ә терһәктән өҫтә тотҡаһы киң алтын таҫма менән спираль рәүешендә уралған ҡамсы, тағы юғарыраҡ —эсендә бронза көҙгө һәм ҡыҙыл таҫма ятҡан муҡса.

О. И. Исмағуловтың антропологик раҫлауынса, Ысыҡ ҡурғанында табылған һөлдә Семиреченск саҡтарына хас булғанса, европалы ҡиәфәт менән монгол һыҙаттарының ҡушылмаһынан тора, уға яҡынса 16-18йәш була.[6] Артабанғы эш барышында һөлдәнең һөйәктәрен юғалтыуҙар арҡаһында, уның тышҡы ҡиәфәтен тергеҙеү йәки хромосома анализы үткәреү мөмкин булмай. Ҡәбер эсендәге әйберҙер ирҙәрҙеке лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы ла булыуы ихтимал.

Баш кейемен һәм костюмдарҙы тергеҙеүҙең бер нисә юлы бар. Яҡынса, был — саҡ-тиграхауд ысулы, сөнки уның башында бейеклеге 70 см булған һәм ат, ҡаплан, тау кәзәләре, ҡоштар, ағастар төшөрөлгән алтын ярҡалы һәм айыллы осло баш кейеме. Муйынында — уғының башаҡтары юлбарыҫ рәүешендә эшләнгән алтын аҡса (гривна). Баш һөйәгенең һул яғында затлы йоморсаҡтар һәм фирүзә сулпылар менән биҙәлгән алтын алҡа табылған.

Кейеме һәм нисек ерләнеүенә ҡарап, "Алтын кеше"нең саҡ батшаһының затлы вәкиле йә батша ғаиләһе ағзаһы булыуын аңларға була. Ҡаҙағстандың ҡайһы бер тарихсылары фаразлауынса, ҡәберҙәр шангә ырыуы вәкиленә ҡарай.

Ҡаҙағстан символы үҙгәртергә

Ысыҡ ҡурғаны хазинаһы, шул иҫәптән, «Алтын кеше» экспонатының тулы күсермәһе оҙаҡ йылдар Алма-Атылағы Ҡаҙаҡ археология музейында булған, ә хәҙер Астана ҡалаһында Ҡаҙағстан Республикаһы Алтын һәм затлы металдар дәүләт музейында һаҡлана.

Ҡанатлы ҡапландағы «Алтын кеше» Ҡаҙағстандың милли символына әйләнде. Саҡ яугирының күсермәһе Ҡаҙағстандың күп кенә ҡалаларына ҡуйылған, шуларҙың береһе Алма-Атының төп майҙанындағы Бойондороҡһоҙлоҡ монументын тамамлап ҡуя.

Ҡаҙағстандағы археологик ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһендә, «алтын кеше» исеме менән аталып йөрөтөлгән бөтәһе биш ҡәберлек табыла: икенсе «алтын кеше» — Аралтүбә ҡурғанында, өсөнсөһө — Шиликты ҡурғаны Бәйгетүбәлә, дүртенсеһе — Астана эргәһендә һәм бишенсе «алтын кеше» Ҡарҡарале районы Талды ҡәберлегендә табылған.

Галереяһы үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Алтай алтын кешеһе
  • Саҡтар (ҡәбиләләр)
  • Катафракт
  • Нефрит принц
  • Күркәм хәрби кейем
  • Алтынбәков, Ҡырым (реставрациялау)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Андроновская культура // БРЭ. Т.1. М.,2005.
  2. Массагеты // БРЭ. Т.19. М.,2011.
  3. Иссык // БРЭ. Т.12. М.,2008.
  4. Бактрия // БРЭ. Т.2. М.,2005.
  5. Бактра // БРЭ. Т.2. М.,2005.
  6. К. А. Акишев. «Курган Иссык, Искусство саков Казахстана». — Москва: Искусство, 1978.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • К. А. Акишев «Курган Иссык, Искусство саков Казахстана» Москва Искусство 1978
  • АКИШЕВ А. К. КОСТЮМ «ЗОЛОТОГО ЧЕЛОВЕКА» И ПРОБЛЕМА КАТАФРАКТАРИЯ
  • Акишев К. А., Акишев А. К. Происхождение и семантика иссыкского головного убора. — В кн.: Археологические исследования в Казахстане, Алма-Ата, 1979
  • АКИШЕК А.К Астана, встреча департамента. Разговор о золотом человеке. 3.9.2015

Һылтанмалар үҙгәртергә