Дәүләкән ҡәберлеге
Дәүләкән ҡәберлеге (беҙҙең эраға тиклем 2 -се мең йыллыҡтың 3 -сө сиреге) — Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән ҡалаһының төньяҡ-көнсығыш ситендә урынлашҡан бронза быуаты археологик ҡомартҡы.
Дәүләкән ҡәберлеге | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы һәм Дәүләкән |
Асыу датаһы | 1961 |
Мираҫ статусы | археологический памятник[d] һәм Бронза быуат |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәДәүләкән ҡәберлеге беҙҙең эраға тиклемге 2 — се мең йыллыҡтың 3 — сө сирегенә ҡараған Дим йылғаһы бассейнындағы археология ҡомартҡыһы. 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының археология буйынса экспедиция етәксеһе Р. И. Матвеев аса. Артабан археологтар Г. И. Матвеева, Г. Н. Матюшин,М. Ф. Обыденнов, Н. А.Мәжитовтар тарафынан ныҡлап өйрәнелә. Дәүләкән ҡәберлеге ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә ингән. Тупраҡ өйөп яһалған алты ҡурғанды тәшкил итә.Диаметры- 20 метр, бейеклеге — 0,7 метрға тиклем. Тикшеренеүселәр Һәр ике ҡурған аҫтында 2 -шәр ҡәбер барлығын билдәләйҙәр. Береһендә бала ҡәберен табалар.Ҡәберҙәр бура мәҙәниәтенә ҡарай. Мәйеттәр ағас йәйелгән, туҙ менән ябылған йәки туҙ түшәлгән тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына бөгәрләгән килеш һул ҡабырғаларына һалып, баштарын төньяҡҡа йәки төньяҡ — көнбайышҡа ҡаратып ерләү йолаһы менән күмелгәндәр. Өҫтәренә еңелсә ҡыҙыл охра буяуы һиблгән. Мәйетте «бөгәрләнгән килеш» ерләү йолаһын,ғалимдар кешенең «йоҡлауын» белдерә,тип аңлаталар[1]. Бер ҡәбер Андрон мәҙәни — тарихи берлеген сағылдыра. Мәйет ағас түшәлгән соҡорға бөгәрләнгән килеш башы менән көньяҡ — көнбайышҡа ҡаратып һалынған. Ерләү инвентарҙары керамика табаҡтан (40х11 см, бейеклеге 3,5 см.) һәм банка рәүешендәге биҙәкле һәм биҙәкһеҙ һауыттарҙан ғибәрәт. һөйәктән эшләнгән эш ҡоралдары, туғыҙ уйын һөйәктәре табылған. Был ҡәберлектә табылған инвентарҙар Өфө ҡалаһының археология һәм этнография музейында күргәҙмә экспонаттары булып тора. [2][3]
Әһәмиәте
үҙгәртергәАрхеология материалдары нигеҙендә Дим йылғаһы бассейнында,Дәүләкән ҡалаһының төньяҡ-көнсығышында, кешенең неолит эпохында йәшәгәнлеге билдәләнде. Шулай уҡ бронза быуатында бында абаш һәм бура мәҙәниәте ҡәбиләләре йәшәгәнлеге асыҡлана [3]. Дәүләкән ҡәберлектәрендә 1962,1963,1967 һәм 1969 йылдарҙа археолог-ғалимдар ҡаҙылма эштәре алып баралар. 1967 йылда СССР Академия Фәндәре археология институты хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Г. Н. Матюшин тарафынан Дәүләкән ҡәберлегендә яҡшы хәлдә һаҡланған кеше һөлдәһе табыла. Был кеше һөлдәһен ул ваҡытта донъяла берҙән-бер булған СССР Академия Фәндәре эргәһендәге этнография институтының кешене пластик реконструкциялау лабораторияһына тапшыралар. 1968 йылда М. М. Герасимов үҙенең методы менән был кешенең битен һүрәтләй ала. М. М. Герасимовтың реконструкцияһы ғалимдарға Көньяҡ Уралда боронғо кешеләрҙең урынлашыуын фаразлау теорияһын асырға ярҙам итә. Дәүләкән ҡалаһының тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү музейында М. М. Герасимов реконструкциялаған таш быуат кешеһенең фоторәсеме һаҡлана. Бындай ҡомартҡылар фән өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Дәүләкән районы ҡаҙылмаларҙа табылған әйберҙәр буйынса 1995 йылда Мәскәү ҡалаһында нәшер ителгән «Всемирная история: вопросы и ответы» китабына ингән.[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История развития Давлекановского района
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы /Дәүләкән ҡәберлеге
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Давлекановский историко-краеведческий музей. «Страницы истории родного края./ Безмолвные свидетели истории ». — Давлеканово: «Давлекановская городская типография», 2005 й. — С. 19-25.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Дәүләкән ҡәберлеге // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Давлекановский историко-краеведческий музей. «Страницы истории родного края./ Безмолвные свидетели истории ». — Давлеканово: «Давлекановская городская типография», 2005 й. — С. 19-25.