Дәрзаманов Йәүҙәт Харис улы

(Дәрзаманов, Жәүдәт Харис улы битенән йүнәлтелде)

Дәрзаманов Йәүҙәт Харис улы; Йәүҙәт Дәрзаман (татар. Җәүдәт Харис улы Дәрзаманов; Җәүдәт Дәрзаман; 13 октябрь 1945 йыл) — татар радиожурналисы, шағир һәм прозаик. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге премия лауреаты (2009).

Дәрзаманов Йәүҙәт Харис улы
татар. Җәүдәт Харис улы Дәрзаманов; Җәүдәт Дәрзаман
Тыуған көнө:

13 октябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (79 йәш)

Тыуған урыны:

Татар АССР-ы Лениногорск районы Сугышлы ауылы,

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

радиожурналист, шағир, яҙыусы

Ижад йылдары:

1973 -

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

татар

Премиялары:

Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге премия (2009)

Биографияһы

үҙгәртергә

Йәүҙәт Дәрзаман 1945 йылдың 13 октябрендә Татар АССР-ының Лениногорск районы Сугышлы ауылында тыуған. 1972 йылда Ҡазан дәүләт университетын тамамлай. Татарстан радиокомитетында — мөхәррир, 19871994 йылдарҙа «Ялҡын» журналы редакцияһында баш мөхәррир була. Хәҙерге ваҡытта Татарстан радиоһында әҙәбиәт-сәнғәт тапшырыуҙарының шеф мөхәррире булып эшләй.

Йәүҙәт Дәрзамандың беренсе шиғырҙары район гәзитендә, "Яшь ленинчы"ла (хәҙер «Сабантуй») донъя күрә. 1975 йылда — «Илтабар» исемле әкиәттәр йыйынтығы, 1977 йылда «Солдат булдым» тигән шиғырҙар китабы баҫылып сыға. Һуңыраҡ уның «Гөлназ мәктәпкә бара», «Безнең әлифба», «Күзле кычыткан», һ.б. ошондай егермеләп китабы донъя күрҙе. Йәүҙәт Дәрзаман шиғырҙары мәктәп дәреслектәренә лә керетелгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге премия лауреаты (2009)

Һылтанмалар

үҙгәртергә