Дим (Өфө)
Дим (Дим биҫтәһе) — Өфө ҡалаһының Дим районындағы биҫтә. Райондың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Өфө ҡалаһы ситендә, м5 трассаһы эргәһендә урынлашҡан. Биҫтә аша Транссиб тимер юлы үтә, бында шул исемдәге тимер юл станцияһы урынлашҡан.
Дим | |
башҡ. Дим биҫтәһе | |
Статусы |
жилой район |
---|---|
Эсенә инә |
ҡала Өфө |
Административ район | |
Почты индексы |
450014, 450095, 450024, 450050 |
Дим Викимилектә |
Хәҙерге Дим
үҙгәртергә1940-сы йылдарҙа эшселәр ҡасабаһының майҙаны бары 17 мең м² самаһы, ә халҡы — 5 мең кеше тәшкил итә, улар бөтәһе лә тиерлек шәхси йорттарҙа йәшәгән. 700 йорт биләмәһе һәм дөйөм майҙаны 10,5 мең м² тәшкил иткән бер нисә ике ҡатлы йорт булған. Хәҙерге заманда Дим биҫтәһе 9 микрорайонға бүленә (Дим-1, Дим-2 һәм башҡалар), уның көнбайыш өлөшө башлыса шәхси йорттарҙан тора.
Дим биҫтәһе биләмәһендә 8 мәктәп, 10 балалар баҡсаһы, 2 башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы бар. Димдә Андреев сиркәүе һәм Дим районы мәсете, шулай уҡ Өфө тимер юл транспорты техникумы урынлашҡан. Әлеге ваҡытта (2011 йылдан) Дим биләмәһендә «Көмөш шишмә»[1] һәм «Сағыу» яңы торлаҡ комплексы төҙөлөшө бара. 2013 йылда тимер юл аша автомобиль үткәргес төҙөү тамамланды. Биҫтәнең көньяҡ өлөшөндә, халыҡта «Вьетнам баҙары» тип аталған «Дим баҙары» урынлашҡан.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- Өфө
- Дим районы (Өфө)