Дударев Анатолий Лукич
Дударев Анатолий Лукич (24 ноябрь 1936 йыл) — СССР ғалим-медигы һәм педагогы, рентгенолог, медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1986), медицина хеҙмәте полковнигы (1978). Үҙәк рентгенорадиология ғилми-тикшеренеү институты директоры (1988—1993). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989).
Дударев Анатолий Лукич | ||
Тыуған: | 24 ноябрь 1936 (88 йәш) Елец, Липецк өлкәһендә, СССР | |
---|---|---|
Белеме: | С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы (1960) | |
Фәнни дәрәжәһе: | фән докторы (1979) | |
Учёное звание: | профессор(1986) | |
Хәрби хеҙмәте | ||
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1955 — 1988 | |
Принадлежность: | Хәрби медицина | |
Звание: | ||
Командовал: | Үҙәк рентгенорадиология ғилми-тикшеренеү институты | |
Наградалары: |
|
Биографияһы
үҙгәртергәАнатолий Лукич Дударев 1936 йылдың 24 ноябрендә Липецк өлкәһенең Елец ҡалаһында тыуған.
1955—1960 йылдарҙа С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында белем ала, уны отличие менән тамамлай.
1960—1965 йылдарҙа Совет Армияһының хәрби-медицина учреждениеларында хәрби лазареттар һәм госпиталдәрҙең рентген бүлеге начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә. 1965 йылдан 1967 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында табиптарҙың белемен камиллаштырыу факультетында уҡый. 1967—1970 йылдарҙа СССР Оборона министрлығының 5-се фәнни-тикшеренеү һынау полигонының хәрби госпиталендә (Байконур космодромы) нур терапияһы һәм радиоизотоплы диагностика бүлеге начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә[1][2][3].
1970 йылдан алып С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында педагогик хеҙмәттә: уҡытыусы, 1975—1988 йылдарҙа — рентгенология һәм радиология кафедраһы начальнигы урынбаҫары вазифаһында, бер үк ваҡытта 1986 йылдан был кафедраның профессоры булып тора. 1988 йылдан 1993 йылға тиклем — Үҙәк рентгенорадиология ғилми-тикшеренеү институты директоры, бер үк ваҡытта Дәүләт врачтарҙың белемен камиллаштырыу институтының нур диагностикаһы кафедраһы мөдире булып тора. 1994—1997 йылдарҙа — С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының Үҙәк консультатив-диагностика поликлиникаһында рентген бүлексәһе етәксеһе[1][2][3].
Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге һәм фәнгә индергән өлөшө
үҙгәртергәА. Л. Дударевтың төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге рентгенология һәм стоматология өлкәһендәге мәсьәләләр менән бәйле, импульслы рентген техникаһын клиник һынауҙарҙа һәм туранан-тура күп тапҡыр ҙурайтыу менән рентгенография методикаһын эшләүҙә ҡатнаша. А. Л. Дударев етәкселегендә циклотрон радио нуклидтарын, шеш маркерҙарын һәм яңы һөҙөмтәле радиофармацевтик препараттар эҙләү һәм клиник баһалау тормошҡа ашырыла[1][2][3].
1969 йылда А. Л. Дударев медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Диагностика расширенных вен пищевода у больных портальной гипертензией» темаһы буйынса диссертация яҡлай, 1979 йылда — медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Лучевая терапия неопухолевых заболеваний и её применение в лечебных учреждениях Советской армии и ВМФ» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1986 йылда уға профессор ғилми исеме бирелә. Л. А. Дударев йөҙ илле самаһы ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән ете монография авторы, ул егерме алтынан ашыу фән докторы һәм кандидаты әҙерләгән. 1989 йылда «Импульслы рентген техникаһын һынау һәм туранан-тура күп тапҡыр ҙурайтыу менән рентгенография методикаһы эшләнмәһе өсөн» А. Л. Дударев СССР Министрҙар Советы премияһына лайыҡ була[1][2][3].
Библиография
үҙгәртергә- Лучевая терапия неопухолевых заболеваний. — Москва : Медицина, 1977. — 176 с.
- Лучевая терапия неопухолевых заболеваний и ее применение в лечебных учреждениях СА и ВМФ. — Москва : [б. и.], 1979. — 46 с.
- Радиоизотопная диагностика : Лекция / А. Л. Дударев. — Л. : ВМА, 1981. — 42 с.
- Лучевая терапия злокачественных новообразований : Лекция для слушателей I фак. и акад. курсов / А. Л. Дударев. — Л. : Б. и., 1985. — 20 с.
- Лучевая терапия / А. Л. Дударев. — Л. : Медицина : Ленингр. отд-ние, 1988. — 191 с. ISBN 5-225-00096-7
- Методические рекомендации по лучевой терапии неопухолевых заболеваний / М-во здравоохранения СССР, Гл. упр. лечеб.-профилакт. помощи, Центр. н.-и. рентгено-радиол. ин-т; [Сост. А. Л. Дударев, А. Н. Кишковский]. — Л. : Б. и., 1989. — 123 с
- Применение рентгенографии с прямым многократным увеличением изображения в учреждениях здравоохранения : Метод. рекомендации / Центр. н.-и. рентгено-радиол. ин-т; [Разраб. А. Л. Дударевым, А. Ю. Васильевым]. — Л. : Б. и., 1990.
- Стандартизация методов лучевой терапии : Тез. всесоюз. науч. конф., Ленинград, нояб. 1991 г. / [Редкол.: Дударев А. Л. (отв. ред.) и др.]. — Л. : Б. и., 1991. — 109 с.
- Рентгеноэндоваскулярная хирургия в онкологии : Тез. докл. всесоюз. науч. конф., г. Ленинград, окт. 1991 г. / [Редкол.: Дударев А. Л. (отв. ред.) и др.]. — Л. : Б. и., 1991. — 75 с.
- Лучевая диагностика в амбулаторной стоматологии / М. А. Чибисова, А. Л. Дударев, А. А. Кураскуа; Ин-т стоматологии. — СПб. : С.-Петерб. ин-т стоматологии, 2002. — 368 с. ISBN 5-94517-005-4
- Лицензирование стоматологических клиник и кабинетов на деятельность в области использования ионизирующего излучения : учебно-методическое пособие / М. А. Чибисова, А. Л. Дударев, Г. А. Горский. — Санкт-Петербург : МЕДИ изд-во, 2007. — 40 с. ISBN 978-5-91170-016-4[4]
Маҡтаулы исмдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- СССР Министрҙар Советы премияһы (1989 — «Импульслы рентген техникаһын һынау һәм туранан-тура күп тапҡыр ҙурайтыу менән рентгенография методикаһы эшләнмәһе өсөн»)[2]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 К юбилею доктора медицинских наук, профессора Анатолия Лукича Дударева 2021 йыл 30 ноябрь архивланған. / Лучевая диагностика и терапия // Санкт-Петербург, № 4 (7) 2016. — С.108
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. — Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — ISBN 5-02-026061-4
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Дударев Анатолий Лукич // Вести рентгенологии и радиологии. 1992. № 4. С. 60—61
- ↑ Дударев, Анатолий Лукич . Дата обращения: 30 ноябрь 2021.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. — Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — ISBN 5-02-026061-4
- Российская еврейская энциклопедия / Гл. ред. Г. Г. Брановер. — М. : Рос.-израил. энцикл. центр «ЭПОС», Биографии: С — Я. — 1997. — 528 с. — ISBN 965-293-05-12
- Памятные даты военной медицины: справочник-указатель / Военно-медицинский музей М-ва обороны СССР. — Санкт-Петербург : Военно-медицинская акад. им. С. М. Кирова, 1991 г. — С.77