Дубровин паркы
Дубровин паркы — Даугавпилс ҡалаһында йәмәғәт паркы. Ригас —Театра—Парадес—Даугавас урамдары периметрында урынлашҡан.
Дубровин паркы | |
Нигеҙләү датаһы | 1882 |
---|---|
Дәүләт | Латвия |
Дубровин паркы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәДвина яры буйында ҡала дамбаһы янындағы Рижская урамының башында һаҙлыҡлы урын. 1882 йылда ҡала башлығы Дубровин Павел Федорович 3 гектар участка һатып ала, тәртипкә килтерә ( мелиорация үткәрә, ағас ултырта) һәм ҡалаға йәмәғәт паркы өсөн бүләк итә. Ҡала Думаһы Дубровин тере саҡта уҡ паркты Дубровин баҡсаһы тип атай.
Ҡаланы нацистарҙан азат иткәндән һуң 1944 йылда һәләк булғандар өсөн паркта ҡәберлек төҙөлә, һуңынан мемориал ҡорола. 1948 йылдың 28 октябрендә паркҡа яңы Комсомол исеме бирелә. 1991 йылдың 20 сентябрендә паркҡа үҙенең тарихи Дубровин исеме ҡайтарыла.
2007 йылда парк үҙенең 125-йыллығын билдәләй, һәм юбилей байрамы сиктәрендә 16 сентябрҙә Динабург ҡалаһы башлығы П. Ф. Дубровинға фонтан янында һәйкәл асыла. 2008—2009 йылдарҙа парктың реконструкцияһы үтә, 2009 йылдың 9 майы алдынан тамамлана. Яңы фонарҙар, эскәмйәләр ҡуйыла, яңы юлдар эшләнә, парктың иҫке аллеяларына яңы япма һалына. Бассейнда фонтан һыу ағымының төҫлө яҡтыртыуы монтажлана.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәПаркта элек эстрада урынлашҡан, ул һүтелгән һәм һуңыраҡ 80-се йылдарҙа уның урынында 1944 йылдың июлендә ҡаланы азат иткәндә нацистар ҡулынан һәләк булғандарға яңы мемориал төҙөлә, 1984 йылда асыла. Мемориалдың авторы скульптор Владимир Иванов. Быуа яры бетонланған, 1967 йылдың октябрендә фонтан төҙөлгән, 2009 йылда фонтандың төҫлө яҡтыртыуы эшләнгән. Паркта ағас һәм үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре бар, улар паркта 19 быуатта ултыртылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӨҙөмтә хатаһы: <references>
билдәләнгән "планировка" исемле <ref>
тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәДубровин паркы Викимилектә |
- З. И. Якуб Даугавпилс в прошлом. Публикации краеведа. — Даугавпилс: А. К.А., 1998. — С. 142—144 ISBN 9984-582-08-6
- З. Якуб Город Даугавпилс. Хронологический обзор. 1275—2001. — Даугавпилс: A.K.A., 2002. — 102 с. ISBN 9984-582-12-4
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |