Дубовац замогы
Дубовац замогы (хорв. Utvrđeni grad Dubovac) — Хорватияла Карловац ҡалаһының иң боронғо архитектура ҡомартҡыларының береһе. Ул үҙенең бай тарихы менән билдәле һәм хорват халҡының тарихи хәтерен ҡурсалаусыһы булараҡ тора[1]. Замок Хорватияның почта маркаһында һүрәтләнгән[2].
Дубовац замогы | |
хорв. Utvrđeni grad Dubovac | |
Рәсми атамаһы | Utvrđeni grad Dubovac |
---|---|
Дәүләт | Хорватия |
Административ-территориаль берәмек | Карловац[d] |
Урын | Dubovac[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 185 метр |
Хеҙмәтләндереүсе | Франкопаны[d] |
Дубовац замогы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәДубовац замогы үҙенең атамаһы элекке имән урманы хөрмәтенә алған, был урман менән ул боронғо дәүерҙәрҙән бирле уратылған булған. Шуныһы ҡыҙыҡлы, Дубовац замогы үҙе урынлашҡан Карловац ҡалаһынан күпкә олораҡ булып тора. Карловац ҡалаһы төҙөлә башлағанда, Дубовац ҡәлғәһе инде оҙаҡ ваҡыт дауамында йәшәп килгән. Урта быуаттарҙа Дубовац ҡәлғәле ауыл булараҡ үҫешкән, үҙ дәүере өсөн мөһим йылғалар һәм юлдар киҫешкән урында урынлашҡан. Тәүге тапҡыр ҡала 1339 йылда телгә алынған, был йылда Дубовацҡа священник килгән. Шулай уҡ сауҙа һәм коммерция предприятиелары тураһында һәм 1578 йылғы ғосман төрөктәренең ябрылыуы тураһында телгә алыныуҙар бар. Ғосмандарҙың яуҙары Дубовацты тулыһынса бушатҡан тиерлек, ҡасаҡтар яңы төҙөлгән Карловац торамаһы территорияһында йәшерен урын тапҡан. Уларҙың торамаһынан тик замок ҡына тороп ҡалған.
Реконструкциялар
үҙгәртергәҺуңғы тапҡыр 1961 йылда, шул иҫәптән унда урынлашҡан Грета Юрич исемендәге Хорватия идара итеү институтының инициативаһы буйынса замокты реконструкциялағандар. 1965 йылдан 2007 йылға тиклем замок Карловац ҡала музейының ҡулында булған һәм уның барлыҡ бүлмәләрендә ҡала тарихына арналған экспозициялар урынлаштырылған. Хатта күҙәтеү башняларында «Куп һәм Ҡөрьән тураһында» тигән күргәҙмә асылған.
XX быуатта замокты реконструкциялау өсөн 1777 йылда яһалған Крейҙәге хәрби инженерҙарҙың бик мөһим яҙмалары ҡулланылған. Был документтарҙа замоктың структураһы һәм төҙөлөштә ҡулланылған материалдар, шулай уҡ мөйөш башнялары, ике ҡатлы башнялар тулы итеп тасуирланған.
Замок хужалары
үҙгәртергәЗамоктың хужалары төрлө ваҡытта төрлө аристократик ғаиләләр булған: Зударҙар (1387—1426), Франкопандар (1442—1550) һәм Зринсктар (1550—1578), артабан замок Карловац ҡалаһы армияһы командованиеһына күскән (1578—1810)[3].
1837 йылда замоктың яңы хужаһы граф Лаваль Нуген уны романтизм стилендә үҙгәртеп ҡорған[4].
Галерея
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ James Stewart. Croatia. — Interlink Publishing Group Incorporated, 2009. — 380 с. — ISBN 9781566567664.
- ↑ HP-Hrvatska pošta d.d. - Pretraživanje (14 июнь 2011). Дата обращения: 8 май 2018. Архивировано из оригинала 14 июнь 2011 года. 2011 йыл 14 июнь архивланған.
- ↑ Karlovac County: 10 Things to Check Out (инг.), Croatia Week. 8 май 2018 тикшерелгән. 2017 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ http://www.castles.info/croatia/ 2020 йыл 19 февраль архивланған. Замки Хорватии
Һылтанмалар
үҙгәртергәДубовац замогы Викимилектә |
- Карловацтың ҡала музейы 2018 йыл 24 апрель архивланған.