Доткомдар ҡыуығы

яҡынса 1995- 2001 йылдарҙа йәшәгән иҡтисади ҡыуыҡ.

Доткомдар ҡыуығы (ингл. Dot-com bubble) — яҡынса 19952001 йылдарҙа йәшәгән иҡтисади ҡыуыҡ. Кульминацияһы 2000 йылдың 10 мартында, һатыу-һатып алыуҙар барышында NASDAQ индексы 5132,52 пунктҡа (көндөҙгө пик) етеп, ябылыу мәленә бер ярым тапҡырҙан ашыуға төшкән саҡта була.

Доткомдар ҡыуығы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Дотком
 Доткомдар ҡыуығы Викимилектә

Ҡыуыҡ интернет-компанияларҙың (башлыса Американыҡылар) акциялары ныҡ ҡиммәтләнеүе, шулай уҡ күп һанлы яңы интернет-компаниялар барлыҡҡа килеүе һәм иҫке компанияларҙың да XX быуат аҙағына интернет-бизнесҡа йүнәлеш тотоуы арҡаһында хасил була. Интернетты табыш алыу өсөн тәҡдим иткән компанияларҙың акциялары шашып ҡиммәтләнә. Был юғары хаҡтарҙы күп һанлы комментаторҙар һәм иҡтисадсылар аҡлай, «яңы иҡтисад» заманы килеүе тураһында тәҡрарлай. Ғәмәлдә был яңы бизнес-моделдәр һөҙөмтәһеҙ булып сыға, ә башлыса рекламаға һәм ҙур кредиттарға түгелгән аҡсалар банкротланыуҙар тулҡынына, NASDAQ индексының ныҡлы түбәнәйеүенә, сервер компьютерҙары хаҡтарының ишелеүенә килтерә[1][2].

Был осорҙоң ахырғы өлөшө киҫкен күтәрелеүҙәр-ишелеүҙәр сиратлашыуынан торһа ла, интернет-бумды 1993 йылда Mosaic веб-браузерын сығарған мәлдән башланған һәм бөтә 90-сы йылдар буйы дауам иткән бөтә донъя селтәрендә интернет-компанияларҙың тотороҡло коммерциаль үҫешенә бәйләйҙәр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә