Дон йылғаһы яр буйы

Ҡалып:Дондағы Ростов урамы

Дон йылғаһы яр буйы —Дондағы Ростов ҡалаһы Риверсайд-Дон бизнес үҙәгенән башлана һәм Пирс рестораны причалы янында тамамлана. Йылғаның уң яры буйлап үтә, а на левой стороне Дондың һул яғында Левбердон урынлашҡан.

Тасуирлау

үҙгәртергә

Иң күренекле рус флот әйҙәүселәренең береһе Фёдор Ушаковтың ғорур исеме менән аталған ҡала яр буйы — ҡаланың билдәле иҫтәлекле урындарының береһе.

 
Дон казактары, яр буйында ойошторолған бейеүҙәр

Ҡала йылға яры буйына төшкән туристарҙы таныш геройҙар Нахалёнок һәм Щукарь бабай менән осрашыу шатландыра. Кешеләрҙе йөрөтөүсе катерҙар һәм теплоходтар тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында тиерлек ял итеүселәрҙе кәрәк ергә алып бара ала һәм Дон буйлап йөрөтә ала. Теплоходтарҙың өҫкө палубаларынан күркәм күренештәр күҙ алдына баҫа.

 
Дон казактары

Ҡала яры буйында бар халыҡ күңел асыуҙары уҙғарыла. Йыл  һайын Ҡала көнөнә бөтөн милләт вәкилдәре милли ашамлыҡтар әҙерләйҙәр һәм һый тулы өҫтәлдәрҙе яр буйына сығарып ҡуялар. Бында һеҙҙе татар бәлештәре һәм үзбәк былауҙары, грек маслиналары һәм белорус драниктары менән һыйларҙар. Ә осетиндар һеҙҙе шарап менән һыйламай ҡайтармаҫ. Иртә яҙҙан ҡала яр буйы наҙлы япраҡ йәшеллегенә күмелә. Яҙҙың яңы тыны үҙенең ләззәтле хуш еҫе менән ҡыуандыра. Йәй көнө яр буйында  буяуҙарҙан күҙ ҡамаша: сәскә атҡан үҫемлектәрҙең төрлө төҫтәге палитраһы газондарҙың сағыу йәшеллеген айырыуса асыҡ итеп күрһәтә. Тарбай ағас күләгәһе аҫтында  торған эскәмйәләрҙең береһенә иркенләп ултырыу, эргәнән йөҙөп барған теплоходтарҙы күҙәтеү рәхәт. Йәйен Ростов яр буйы гүзәл, колорит күҙгә ташланып тора. Йәйге буяуҙар көҙҙөң ҡыҙыл-һары төҫтәре менән алмашына. Дон буйлап йөрөү өсөн был иң романтик осор. Ҡыш көнө йылға яры йомшаҡ аҡ ҡар менән ҡаплана. Ғөмүмән, көньяҡ баш ҡалаһы — Дондағы Ростовта бында яҙ уртаһынан көҙ уртаһындағы арауыҡта булыу иң яҡшыһы. Бына шул саҡ, исмаһам!

2012 йылдың 30 июнендә йыл һайын ойошторолған «Дон йылғаһы фестивале»ндә һәм Ростов өлкәһенең 75 йыллығына яр буйында «Петровский» фонтаны асылған.

Ул яр буйы һәм Семашко проспекты мөйөшөндә урынлашҡан.[1]

Фонтан «Дон причалы» Компаниялар төркөмө хосуси инвестор аҡсаһына төҙәлгән. Уны төҙөүгә киткән дөйөм инвестиция күләме 36 млн. һумдан күберәк[2]

«Петровский» фонтаны ― был яңы быуын фонтаны. Ул яҡтыртыла, музыкаль һәм күп функциональ. Фонтан ябай һыу задвижкалары менән түгел, ә тотош программа-аппаратлы электроника комплексы идара итә. Фонтан музыка оҙатыуында сағыу биҙәкле ялтырауыҡ  һыулы 10 композиция башҡарыуға һәләтле.

Йышлыҡлы регуляторлы насостар, ҙур тиҙлектә йөрөгән клапандар, һыу аҫты яҡтыртҡыстары системаһы һыу шоуы режимындағы берҙәм көйләнгән оркестр кеүек эшләй. Мелодиялар минут ярымдан алып өс минутҡа саҡлы башҡарыла.

Шулай уҡ «Петровский» Дондағы Ростовта берҙән-бер бассейнһыҙ фонтан, ул яҫылыҡлы  (ҡоро).

Фонтандың һыулы туҫтағы горизонталь яҫылыҡ аҫтына йәшенгән, һыу туранан-тура асфальт кимәлендә ятҡан плиткаға түгелә. Артабан ағым фонтан каналдарына йүнәлә һәм, после фильтрланғандан һуң, яңынан шыбырҙап ағып торған һыуға (струя) ҡабат ҡушыла.

«Петровский» йөҙ варианттан артыҡ төрлө шарлауыҡты кәүҙәләндерә, ә кистәрен төҫтәр-музыкаль режимда эшләй ала.

Подсветкаһында аҡ, күк, шәмәхә, һары, ҡыҙыл, йәшел һәм фирүзә төҫтәр файҙаланыла. Фонтанды проектлағанда, уның тиҙлеге   мөмкинлектәре һәм ел йүнәлешен иҫәпкә алыу ҡаралған, шарттар үҙгәргәндә, махсус датчик  автоматик рәүештә шыбырҙап ағып торған һыуҙың бейеклеген түбәнәйтә.

Гранит плитаһында һүрәтләнгән Елдәр раузаһы - фонтандың дизайнер үҙенсәлеге.

2013 йылда Дондағы Ростов администрацияһы Дон яры буйында күргәҙмә павильоны һәм яңы кафе төҙөргә ҡарар итә.

Шулай уҡ 2013 йылда Ростов мэры Михаил Чернышёв яр буйында бер нисә скульптура урынлаштырыу тураһындағы ҡарарына ҡул ҡуйҙы. Яңы монументтар — «Балыҡсы», «Ҡыҫала», «Ат йөҙҙөрөү», «Григорий һәм Аксинья кәмәлә», «Дон-батюшка», «Рәссам» - дон крайы темаһына композиция. Бөтөн скульптуралар ҙа мәрхәмәтлек принциптарына таянып урынлаштырыласаҡ[3], тәүге скульптуралар урынлаштырылған да инде.

Яр буйындағы скульптуралар
Файл:РНД Замковое-дерево.jpg
Файл:Художник, Ростов-на-Дону.jpg
Файл:РНД Григорий-и-Аксинья.jpg
Файл:РНД Дон-Батюшка.jpg
«Йоҙаҡлы» ағас «Рәссам» «Григорий менән Аксинья кәмәлә» «Дон-батюшка» «Ростовчанка»
Файл:Скульптура Рак Ростов-на-Дону.jpg
Файл:Капитан Флинт, Ростов-на-Дону.jpg
Файл:Скульптура Лето, Ростов-на-Дону.jpeg
«Ҡыҫала» Капитан «Флинт» «Ат йөҙҙөрөү» («Йәй») «Щукарь бабай»

«Дон-батюшка» скульптураһы урынлашҡан урын бик ҡупшы итеп биҙәлгән: суйын ҡойма, таш плиталар менән түшәлгән юл, свежая зелень газондарҙың саф йәшеллеге, һәйкәлдәр, скульптуралар. Хәҙерге ваҡытта яр буйын реконструкциялайҙар, ҡала властары төҙөгән килешеү буйынса Ростов портын һул ярға күсереү, һәм уң яр буйын төҙөкләндереү ҡаралған.

 
Дондың һул яры (Левбердон) панорамаһы

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә
  • Дондағы Ростовтың Йылға (Речной) вокзалы
  • Михаил Александрович Шолохов һәйкәле
  • Музыкаль фонтан
  • «Нахалёнок һәм Щукарь бабай» скульптур композицияһы

Яр буйының тарихы Ростовтың Береговая (Яр буйы) урамы менән бәйле. XIX быуаттың 60-сы йылдарында Ростовта Береговая (Яр буйы) атамалы урам формалашҡан. Урамда ҡыҙыу төҙөлөш эштәре алып барылған. Янғындар йыш ҡабатланыу сәбәпле, 1873 йылда Ҡала Думаһы унда ағас йорттар төҙөүҙе тыйған. Ҡыйығы тимер менән ябылған кирбес йорттар ғына төҙөү рөхсәт ителгән.

Тар Береговая урамы ваҡыт үтеү менән, ярҙы киңәйтеү, 1811 йыл ҡала планы менән ҡаралған таш яр буйы төҙөү иҫәбенә, киңәйә барған.

1834 йылда хәрби төҙөүсе - подполковник Шмелёв үҙенең яр буйы төҙөү проекты тәҡдим иткән. Проект үтәлмәй ҡалған. 1842 йылда капитан барон Фиркстың инженерҙар корпусы яр буйын 924 метрға оҙонайтыу мөмкинлеген биргән төҙөкләндереү проектын тәҡдим иткән. Шулай уҡ был проект та тормошҡа ашырылмай ҡалған һәм ярҙы төҙөкләндереү йылдар буйына һуҙылған. 1895-1905 йылдарҙа ҡалала пирслы, һыу үткәргесле, электр уты менән ятҡыртылған, йөк-тауар бушатыу мөмкинлеге булған яр буйы төҙөлгән. Бында иген амбарҙарының ҙур таш корпустары, тимер, баҡыр һәм тимер-томор, таш күмер келәтәре, урман биржалары, таможня, балыҡ һ.б. сауҙа биржалары урынлашҡан. Бында пассажир һәм йөк хәрәкәте пароход пристандары, иген келәттәре булған. Хәҙерге ваҡытҡа саҡлы бында «Парамонов келәттәре» булараҡ билдәлелек алған биш корпус һаҡланған. Келәттәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла һаҡланып ҡалған. Хәҙерге ваҡытта Парамонов келәттәренә федераль әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле статусы бирелгән.

Совет осоронда, 1944 йылда, архитектура академигы В. Н. Соколов яр буйын реконструкциялау проектын тәҡдим иткән. Уйланылғанды тормошҡа ашырыу маҡсатында, яр буйынан тимер юлдар һәм келәттәрҙе ҡутарып алғандар, крандарҙы Дон ағымынан юғарыға күсергәндәр. Яр буйы ял зонаһына оҡшай башлаған. Унда бульварҙар һәм сәскәлектәр барлыҡҡа килгән. Яр буйын төҙөкләндереү эштәре архитекторҙар Валентин Разумовский һәм Ян Ребайн етәкселегендә алып барылған. 1949 йылдың 7 авгусында Ростов яр буйын асыу тантанаһы булған[4].

Күперҙәр

үҙгәртергә
  • Темерницкий күпере
  • Ворошилов күпере

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Поющий фонтан "Петровский" | ФонтанГрад. fontangrad.ru. Дата обращения: 19 февраль 2017.
  2. На набережной Дона открылся новый светомузыкальный фонтан «Петровский». www.rostov.aif.ru. Дата обращения: 19 февраль 2017.
  3. Газета «Аргументы и факты на Дону», № 21 (1698), 2013 год.
  4. Набережная реки Дон. 2017 йыл 20 февраль архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Дондағы Ростовтың урамдары, майҙандары һәм күперҙәре