Донъя университеттарының академик рейтингы
Донъя университеттарының академик рейтингы (ингл. ARWU. Academic Ranking world of Universities), шулай уҡ Шанхай рейтингы булараҡ та билдәле, Цзян Тун Шанхай университеты юғары белем институтында төҙөлә һәм төп юғары уҡыу йорттарын үҙ эсенә ала, түбәндәге күрһәткестәрҙе иҫәпкә алған формула буйынса классификациялана:
Донъя университеттарының академик рейтингы | |
Нигеҙләү датаһы | 2003 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Шанхайский университет транспорта[d] |
Төп тема | Юғары белем |
Ил | Ҡытай |
Рәсми сайт | shanghairanking.com |
тамамлаусыларҙан Нобель йәки Филдс премиялары лауреаттары (10 %);
хеҙмәткәрҙәрҙән Нобель йәки Филдс премияһы лауреаттары (20 %),
«Highly Cited Researchers» юғары цитаталанған тикшеренеүҙәр исемлеге (20 %),
Nature йәки Science журналында баҫылған мәҡәләләр (20 %),
Тәбиғи һәм гуманитар фәндәр ғилми мәғлүмәт институты өсөн (ингл. Institute for Scientific Information, ISI) Science Citation Index һәм Social Sciences Citation Index, шулай уҡ Arts and Humanities Citation Index алдынғы журналдар индексы (20 %),
алдағы тулайым күрһәткестәрҙең юғары уҡыу йорто персоналы һанына ҡарата нисбәте (10 %).
Һөҙөмтәләр «The Economist» журналында баҫтырыла.
Уның методологияһы туплаусылар Лю Няньцай һәм Чэн Индың академик мәҡәләһендә аңлатыла. Улар, был рейтингтың тәүге маҡсаты булып «академик һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге күҙлегенән Ҡытай университеты һәм донъя университеттары араһындағы айырманы асыҡлау» тора, тип аңлата.
2003—2015 йыл рейтингы һөҙөмтәләрен Wikipediaның инглиз телендәге Ranking Academic world of Universities мәҡәләһендә ҡарап була.
Рәсәй вуздары рейтингта
үҙгәртергәРәсәйҙән түбәндәге университеттар бар: М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Санкт-Петербург дәүләт университеты:
- 2003—401—500 интервалында,
- 2004—302—401 интервалында,
- 2005—301—400 интервалында,
- 2006—301—400 интервалында,
- 2007—305—402 интервалында,
- 2008—303—401 интервалында,
- 2009—303—401 интервалында,
- 2010—301—400 интервалында,
- 2011—301—400 интервалында,
- 2012—401—500 интервалында,
- 2013—301—400 интервалында,
- 2014—301—400 интервалында,
- 2015—301—400 интервалында,
- 2016—301—400 интервалында,
- 2017—301—400 интервалында,
- 2018—301—400 интервалында,
- 2019—301—400 интервалында,
- 2020—301—400[2].
Мәскәү физика-техник институты:
- 2018—401—500 интервалында,
- 2019—401—500 интервалында,
- 2020—401—500 интервалында[2].
Новосибирск дәүләт университеты:
«МИФИ» ядро милли тикшеренеү университеты:
- 2020—701—800 интервалында.
- 2020—701—800 интервалында.
- 2020—801—900 интервалында.
- 2020—801—900 интервалында.
ИТМО университеты:
- 2020—901—1000 интервалында.
- 2020—901—1000 интервалында.
МИСиС:
- 2020—901—1000 интервалында.
Рейтингты тәнҡитләү
үҙгәртергәЙыш ҡына колледж һәм университет рейтингтары бәхәстәр тыуҙыра (Колледж һәм университет рейтингтары тәнҡите (Төньяҡ Америка) (инг.) һәм Колледждар һәм университеттар рейтингы тәнҡите (2007 йыл, Америка Ҡушма Штаттары) (инг.)), ARWU рейтингы ла ташлама түгел. 2007 йылда Scientometrics журналында баҫылған мәҡәләлә, был рейтинг һөҙөмтәләрен Лю һәм Чэн һүрәтләгән ысулды ҡулланып тәүге мәғлүмәттәрҙән ҡабат эшләп булмай, тип күрһәтелә[3]. Башҡа авторҙар раҫлауынса, рейтингын ҡабаттан эшләү мөмкин[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Три российских университета вошли в ТОП-500 лучших вузов мира (15 август 2016). Дата обращения: 15 август 2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Academic Ranking of World Universities 2020 Russia (ингл.) (2020). Дата обращения: 2 ғинуар 2020. 2020 йыл 23 сентябрь архивланған.
- ↑ Răzvan V. Florian Irreproducibility of the results of the Shanghai academic ranking of world universities (инг.) // Scientometrics : journal. — 2007. — Т. 72. — № 1. — С. 25—32. — DOI:10.1007/s11192-007-1712-1(недоступная ссылка)
- ↑ Reproducibility of the Shanghai academic ranking of world universities results — Springer
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Academic Ranking of World Universities (ингл.). Дата обращения: 13 сентябрь 2017. Архивировано 19 октябрь 2012 года.
- «Московский государственный университет имени М. В. Ломоносова занял 112-е урын в рейтинге университетов мира в 2011/12»
- «МГУ занял 112-е урын в рейтинге университетов мира в 2011»
- «МГУ занял 76-е урын в рейтинге университетов мира» — статья на сайте gzt.ru
- Рейтинг научной и публикационной активности педагогических вузов России