Доминик Кубалик (21 август 1995, Пльзень, Чехия) — Чехия хоккейсыһы, һөжүмсе. «Пльзень» хоккейының тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Милли хоккей лигаһында сығыш яһаған «Чикаго Блэкхокс» хоккей клубының уйынсыһы.

Доминик Кубалик
Позиция

һөжүмсе

Буйы

187 см

Ауырлығы

81 кг

Ҡулсыр

Һул

Ҡушаматы

Кубалдо

Гражданлығы

Чехия Чехия

Тыуған көнө

21 август 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (28 йәш)
Пльзень, Чехия

МХЛ драфты

2013 йылда 7-се раундта 191-се һан аҫтында «Лос-Анджелес Кингз» клубы менән һайлана

Карьера
2011—ә.в.
Хоккейсы карьераһы

Карьера үҙгәртергә

Хоккей менән Доминик үҙенең тыуған ҡалаһында «Пльзень» хоккей клубының мәктәбендә уйнай башлай. 2009/10 йылдар миҙгелендә Чехияның 16 йәштәре өсөн беренселектә ул башҡаларҙан бер йәшкә бәләкәйерәк булһа ла, 33 уйында 63 (39+24) мәрәй йыя, ә уның командаһы чемпион исемен яулай. Киләһе йылда ул 15 йәшендә Юниорҙар лигаһында 48 осрашыуҙа 65 (42+23) мәрәйгә өлгәшә. 2011/12 йылдар миҙгелендә Доминик 16 йәшендә Чехияның төп лигаһында уйнай башлай. Шунда ул 8 осрашыуҙа 1 гол керетә — лиганың тарихында гол кереткән иң йәш уйынсылар исемлегенә инә. Шул уҡ йылда Чехия йәштәр лигаһында 24 уйында 17 мәрәй йыя.

Төньяҡ Америкала үҙгәртергә

2011/12 йылдар миҙгеле тамамланғас үткән Канада хоккей лигаһының импорт-драфтында Доминикты беренсе раундта дөйөм 20-се һан аҫтында «Садбери Вулвз» хоккей клубы һайлай. Тәү тапҡыр был команданың формаһын Кубалик Рәсәйҙә үткән Йәштәр клуб командалары араһында донъя кубогында кейә. Шунда ул 5 уйында 3 мәрәй йыя, ә уның клубы төп трофейҙы яулай. «Садбери» Канада хоккей лигаһының бүлексәһе Онтарио хоккей лигаһында сығыш яһай ине. 21 сентябрҙә Доминик тәүге уйынында уҡ ике гол керетә. 27 ғинуарҙа ул хет-трик (бер уйында өс гол керетергә) яһай. «Садбери» плей-оффта конференциялар ярымфиналында еңелә. Доминик бөтәһе был миҙгелдә 76 уйында 20 гол керетә һәм 20 һөҙөмтәле пас бирә.

2013 йылдың йәйендә Милли хоккей лигаһының драфтында Доминикты етенсе раундта дөйөм 191-се һан аҫтында «Лос-Анджелес Кингз» хоккей клубы һайлай[1]. 2013 йылдың йәйендә Рәсәйҙә донъя кубогында «Садбери» тағы ҡатнаша, һәм Доминик 4 осрашыуҙа 5 (2+3) мәрәй йыя. 2013/14 йылдар миҙгелендә «Садбери» өсөн 36 уйын үткәргәс, 2014 йылдың 9 ғинуарында «Вулвз» Доминикты «Китченер Рейнджерс» хоккей клубына алмаштыра[2]. Яңы клубы өсөн ул 23 осрашыуҙа 6 мәрәй генә йыя һәм кире Чехияға 18 йәшендә ҡайтырға була.

Чехияла карьераһы үҙгәртергә

Тыуған иленә ҡайтҡас, ул «Шкода Пльзень» менән өс йылға контракт төҙөй. Чехия чемпионатының даими миҙгелендә ул 35 уйында 7 мәрәй йыя. Плей-оффта «Пльзень» беренсе раунта уҡ төшөп ҡала. Йәштәр чемпионатында ул бөтәһе 20 уйында 32 мәрәй йыя. «Пльзень» командалары өсөн уйнауҙан башҡа, Доминик Чехияның беренсе һәм икенсе дивизиондарында сығыш яһаған командаларҙа арендала булып алты уйын үткәрә һәм өс мәрәй йыя. 2015/2016 йылдар миҙгелендә Кубалик тик «Пльзень» өсөн генә Чехия чемпионатында уйнай. Ул даими миҙгелдең 40 уйынында 40 (25+15) мәрәй йыя һәм 20 йәшендә чемпионатта иң мәргән уйынсы тип табыла. 2015 йылдың 14 декабрендә ул командаһы менән контрактын оҙайта. «Пльзень» Чехия чемпионатының бронза миҙалдарын еңә, ә Доминик плей-оффтың 11 уйынында дүрт мәрәй йыя. 2016/2017 йылдар миҙгелендә хоккейсы даими чемпионатта статистикаһын яҡшырта һәм 29 гол менән тағы ла иң мәргән уйынсы титулын ота. Чехия чемпионатына паралелль үткән Хоккей чемпоиндар лигаһында «Пльзень» плей-оффтың беренсе раундында уҡ еңелеп ҡала. Доминик бында алты уйында алты мәрәй йыя. Чехия чемпионатында «Пльзень» сирекфиналда көрәштән төшөп ҡала.

2016 йылдың май айында КХЛ юниорҙар йәрминкәһендә Доминикты беренсе раундта дөйөм 20-се һан аҫтында Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубы һайлай. 2017 йылдың 10 май көнөндә Доминик был клуб менән ике йылға контракт төҙөй[3]. Әммә оҙаҡламай 24 августа Доминик Кубалик үҙ теләге буйынса команданан китә, йәнәһе уға составта урын табылмаҫ, ә Доминикка Олимпиадаға эләгер өсөн уйын практикаһы кәрәк[4]. КХЛ-да Доминик Кубаликка хоҡуҡтар «Салауат Юлаев» хоккей клубында ҡала. 26 августа Доминик Швейцариянан «Амбри-Пиотта» менән өс йылға контракт төҙөй[5], ә был клуб уны шунда уҡ Чехияға «Пльзень» хоккей клубына арендаға ҡайтара.

2017/2018 йылдар миҙгелендә Швейцария чемпионатында Доминик бөтәһе 35 уйында 34 мәрәй йыя. Шул уҡ ваҡытты ул «Пльзень» өсөн Чехия чемпионатының 20 осрашыуында 24 мәрәй йыйып өлгөрә. 2018/19 йылдар миҙгелендә Швейцарияла 50 осрашыуҙа 57 мәрәй йыя һәм лигала иң ҡиммәтле уйынсыһы һәм иң яҡшы һөжүмсеһе тип таныла.

Милли хоккей лигаһы үҙгәртергә

2019 йылдың 25 ғинуарында хоккейсыға МХЛ-да хоҡуҡтарҙы «Лос-Анджелес» «Чикаго Блэкхокс» командаһына алмаштыра[6]. 29 майҙа Доминик «Чикаго» менән бер йылға килешеү төҙөй.

Чехия йыйылма командаһында үҙгәртергә

Доминик Кубалик 15 йәшенән үк Чехияның төрлө йыйылма командаларына һәр миҙгелдә саҡырыла башлай. 2013 йылда Сочи ҡалаһында үткән юниорҙар донъя чемпионатында ул 5 уйында биш һөҙөмтәле пас бирә, тик командаһы миҙалдарға етә алмай. 2015 йылда Канадала үткән йәштәр донъя чемпионатында ул Чехия йыйылма командаһының капитаны була, тик ул биш уйында бер гол ғына керетә, ә Чехия сирекфиналда Словакияға отола. Чехия милли йыйылма командаһы өсөн Доминик тәү тапҡыр шул уҡ йылда Еврохоккейтурҙың бер этабы Карьяла кубогында уйнай. Шул тәүге осрашыуҙа уҡ ул һөҙөмтәле пас бирә. Был миҙгелдә ул йыйылма команда өсөн бөтәһе һигеҙ уйын үткәрә. Киләһе йылда ул Карьяла кубогында Чехия өсөн тәүге шайбаһын керетә, ә миҙгелдә дөйөм алғанда 10 уйында ете мәрәй йыя. Доминик 2017 йылдағы донъя чемпионатына бара ала ине. Тик баш тренер уны составҡа керетмәй. 2017/2018 йылдар миҙгелендә Еврохоккейтурҙың Карьяла кубогына Чехия йыйылма командаһына саҡырыла[7].

2018 йылдың февралендә Көньяҡ Кореяла үткән ҡышҡы Олимпия уйындарында Доминик Чехия йыйылма командаһы составында ҡатнаша һәм хоккей турнирының ярымфиналына тиклем барып етә. Олимпиадала Доминик үҙ иленең төп йыйылма командаһы өсөн ҙур турнирҙа тәүгегә ҡатнаша һәм ике гол керетә. Олимпиаданан һуң Доминикты Данияла үткән донъя чемпионатына саҡыралар. Шунда ул 8 уйында 8 (3+5) мәрәй йыя, командаһы сирекфиналға тиклем етә, ә Кубалик Чехия йыйылма командаһының иң яҡшы өс уйынсылары исемлегенә инә. 2019 йылда Словакияла үткән донъя чемпионатында Доминик Чехия командаһының лидерҙарының береһе була, 10 осрашыуҙа 12 (6+6) мәрәй йыя, ә команда турнирҙа 4-се урынды яулай. 2018/2019 йылдар миҙгелендә ул Чехия йыйылма командаһы өсөн барыһы 24 осрашыуҙа ҡатнаша һәм 23 тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша.

Статистика үҙгәртергә

Һуңғы яңыртыу: 15 июль 2019

Клубта карьераһы үҙгәртергә

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М Штр +/− У Г П М Штр +/−
2009/10 Пльзень U16 Чехия U16 33 39 24 63 6 62
2010/11 Пльзень U16 Чехия U16 7 7 6 13 6 8 2 2 1 3 0 -1
2010/11 Пльзень U18 Чехия U18 42 38 21 59 32 24 6 4 2 6 2 2
2011/12 Пльзень U18 Чехия U18 20 22 16 38 12 24 2 3 0 3 2 -1
2011/12 Пльзень U20 Чехия U20 24 11 6 17 22 -9 2 1 2 3 0 -4
2011/12 Пльзень ЧЧ 8 1 0 1 0 -2
2012 Садбери Вулвз ДК 3 1 1 2 2 2 2 0 1 1 0 2
2012/13 Садбери Вулвз ОХЛ 67 17 17 34 25 -3 9 3 3 6 4 0
2013 Садбери Вулвз ДК 3 2 2 4 2 1 1 0 1 1 0
2013/14 Садбери Вулвз ОХЛ 36 13 10 23 35 0 Команданан китә
2013/14 Китченер Рейнджерс ОХЛ 23 5 1 6 11 -16 Плей-оффҡа эләкмәйҙәр
2014/15 Пльзень U20 Чехия U20 16 18 9 27 14 12 4 3 2 5 2 3
2014/15 Пльзень ЧЧ 35 3 4 7 35 -8 4 1 1 2 2 1
2014/15 Гавличкув-Брод Чехия-1 4 1 1 2 4 -1
2014/15 Клатови Чехия-2 2 1 0 1 0
2015/16 Пльзень ЧЧ 48 25 15 40 20 1 11 1 3 4 8 3
2016/17 Пльзень ЧЧ 51 29 19 48 22 3 11 3 2 5 2 -1
2017/18 Амбри-Пиотта NLA 25 10 17 27 39 -6 10 1 6 7 4 2
2017/18 Пльзень ЧЧ 20 16 8 24 2 8
2018/19 Амбри-Пиотта NLA 50 25 32 57 18 5 5 1 5 6 6 -4
2019/20 Чикаго Блэкхокс МХЛ
Бөтәһе Чехия U16-ла 40 46 30 76 12 70 2 2 1 3 0 -1
Бөтәһе Чехия U18-ҙә 62 60 37 97 44 48 8 7 2 9 4 1
Бөтәһе Чехия U20-лә 40 29 15 44 36 3 6 4 4 8 2 -1
Бөтәһе Чехия чемпионатында 162 74 46 120 79 2 26 5 6 11 12 3
Бөтәһе Швейцария чемпионатында 75 35 49 84 57 -1 15 2 11 13 10 -2
Бөтәһе ОХЛ-да 126 35 28 63 71 -19 9 3 3 6 4 0

Халыҡ-ара карьераһы үҙгәртергә

Йыл Команда Турнир Урын У Г П М Штр +/−
2013 Чехия U18 ЮДЧ 7 5 0 5 5 14 1
2015 Чехия U20 ЙДЧ 6 5 0 1 1 0 -1
Бөтәһе (юниор. һәм йәш.) 10 0 6 6 14 0
2018 Чехия ОУ 4 4 2 0 2 2 1
2018 Чехия ДЧ 7 8 3 5 8 0 -1
2019 Чехия ДЧ 4 10 6 6 12 0 10

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  •   16 йәшкә тиклем үҫмерҙәр араһында Чехия чемпионы — 2010.
  •   Йәштәр клуб командалары араһында донъя кубогы эйәһе — 2012.
  •   Чехия чемпионатының бронза миҙалдары эйәһе — 2015/16.
  • Чехия чемпионатында иң мәргән уйынсы — 2015/16, 2016/17.
  • Швейцария чемпионатының иң яҡшы һөжүмсеһе — 2018/19.
  • Швейцария чемпионатының иң күп мәрәй йыйған уйынсы — 2018/19.
  • Швейцария чемпионатының иң ҡиммәтле уйынсыһы — 2018/19.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә