Докичев Владимир Анатольевич
Докичев Владимир Анатольевич (4 ноябрь 1953 йыл, Вологда өлкәһе) — ғалим-химик, А. М. Бутлеров исемендәге премия лауреаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2016).
Докичев Владимир Анатольевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 ноябрь 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Вологда өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | химик |
Эшмәкәрлек төрө | органик химия |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт университетының химия факультеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографиһы
үҙгәртергәВладимир Докичев 1953 йылдың 4 ноябрендә Вологда өлкәһендә тыуған.
1976 йылда А. А. Жданова исемендәге Ленинград дәүләт университетын тамамлай.
1996—2014 йылдарҙа — Рәсәй Фәндәр академияһының органик химия институты Өфө фәнни үҙәгендә металлоорганик химия һәм катализ лабораторияһы мөдире. 1996—2000 йылдарҙа — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең органик химия институты директоры урынбаҫары. 2000—2006 йылдарҙа — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Президиумы рәйесенең фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. 2014 йылдан. — Өфө дәүләт авиация техник университетының нефть промыслаһы химия лабораторияһы мөдире. 2015 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө химия институтының биоорганик химия һәм катализ лабораторияһы мөдире.
Олефиндарҙы стереоселектив каталитик циклопропанлау, норборнадиенды, СМАД‑1М, БУР‑1 реагенттарын, СЭТ‑1 эмульгатор‑стабилизаторын, газ скважиналары эшен туҡтатыу өсөн НТЗМ‑1 шыйыҡлығын синтезлау процестары технологияларының фәнни нигеҙҙәрен эшләгән, улар Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы предприятиеләрендә производствоға индерелгән.
430-ҙан ашыу фәнни баҫмалар, 60 уйлап табыу авторы.
Бүләктәре
үҙгәртергә- А. М. Бутлеров исемендәге премия (2003 йыл, О. М. Нефедов, Ю В. Томилов менән берлектә) — «Алифатические диазосоединения в органическом синтезе» эштәр циклы өсөн.
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Д. Ф. Варфоломеев исемендәге премияһы (2012 йыл, Ю. В. Томилов, С. С. Злотский менән берлектә) — «Реакции [1+2]- и [3+4]- циклоприсоединения в синтезе биологически активных и малотоннажных продуктов» эштәр циклы өсөн[1]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Академия Наук Республики Башкортостан - По итогам работы комиссий по присуждению именных премий в 2012 году Президиум АН РБ утвердил присуждение премий . anrb.ru. Дата обращения: 2016-7-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Российский нефтегазохимический форум - 2016, Владимир Анатольевич Докичев . rnforum.ru. Дата обращения: 2016-7-7.(недоступная ссылка)
- Башкирская энциклопедия, Докичев Владимир Анатольевич . башкирская-энциклопедия.рф. Дата обращения: 2016-7-7. 2016 йыл 7 апрель архивланған.