Дмитриева Алёна Георгиевна

Алёна Георгиевна Дмитриева (27 сентябрь 1982 йыл)[1] — ултырып волейбол уйнаусы, РЦАФКиС командаһы уйынсыһы; 2018 йылда рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында донъя чемпионы[2], һәм 2017 йылда, 2019 йылда Европа чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2018).

Дмитриева Алёна Георгиевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 27 сентябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (41 йәш)
Тыуған урыны Яҡут Республикаһы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры

Биографияһы үҙгәртергә

Алёна Георгиевна Дмитриева 1982 йылдың 27 сентябрендә Якутияның Сунтар улусы Кемпендяй ауылында тыуған, әсәһе — Людмила. Тренеры — Константин Дмитриевич Гаврильев[1]. Күп йылдар инвалидтар араһында республика ярыштарында сығыш яһай. Республиканың инвалидтарҙы профессиональ һәм медик-социаль реабилитациялауҙың техникум-интернатында уҡый[3]. Ултырып волейбол уйнау буйынса адаптациялы физик культура һәм спорт Республика үҙәге Сунтар волейбол командаһының (РЦАФКиС) Рәсәй чемпионатында ҡатнашыуы буйынса инициатор[4]. Мәскәүҙә йәшәй[5].

2015 йылда рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында Европа чемпионатында көмөш призер була, 2017 һәм 2019 йылда һәм Европа чемпионаттары еңеүсеһе[6][7], шулай уҡ 2018 йылда донъя чемпионатында еңеү яулай[8][9]. 2018 йылда донъя чемпионатында еңеүе өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры исеменә лайыҡ була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Дмитриева, Алёна Георгиевна на сайте Instagram