Диңгеҙ кәзәһе
Диңгеҙ кәзәһе (ингл. Sea goat) мифик һыу йән эйәһе — яртылаш кәзә, яртылаш балыҡ тип һүрәтләнгән легендар һыу хайуаны[1].
Диңгеҙ кәзәһе | |
| |
Мифология | |
---|---|
Тип | |
Бәйле персонаждар | |
Бәйле төшөнсәләр | |
Кәзәмөгөҙ йондоҙлоғоноң һүрәттәре кеүек, уның зодиак билдәһе лә, ғәҙәттә, диңгеҙ кәзәһенә оҡшатып төшөрөлә.
Бындай традиция Месопотамияның бронза быуатына барып тоташа, вавилондар диңгеҙ кәзәһе образын Энки аллаһының бер символы сифатында ҡуллана[2][3].
Грек мифологияһында
үҙгәртергәДиңгеҙ кәзәһенең грек интерпретацияһы Вавилон астрологияһы символынан алына. Боронғо грек мифологияһы системаһында Козерог йондоҙлоғо килеп сығыуын аңлатыр өсөн ике миф файҙаланылған. Тәүгеһе, был йондоҙлоҡ — Амальтея, Зевсты тәрбиәләгән кәзә, тип аңлата. Бала сағында уның хаҡында хәстәрлек күргәне өсөн Зевс уны йондоҙҙар араһында урынлаштыра[4]. Икенсе хәҙистә әйтелгәнсә, диңгеҙ кәзәһе ҡырағай Пан тәбиғәтенең үҙгәргән аллаһы. Мифтың төрлө аңлатыуҙарының береһендә, ҡот осҡос Тифон менән һуғыш барышында Зевстың ҡулындағы һеңерҙәрҙе йолҡоп алып, уларҙы урлай һәм мәмерйәгә йәшерә, уларҙы һаҡлау өсөн аждаһа Дельфинаны ҡуя, тип телгә алына. Гермес ярҙамында Пан мәмерйәнән һеңерҙәрҙе урлай һәм Зевстың аяҡтарын тергеҙеүгә өлгәшә. Ахыр сиктә Зевс өҫкә сыға һәм ғифритте еңә, ә күрһәткән ярҙамы өсөн бүләккә Зевс Панды күккә диңгеҙ кәзәһе рәүешендә урынлаштыра[5] (см. Кәзәмөгөҙ). Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, диңгеҙ кәзәләренең образы монстрҙар батшаһы Тифон хаҡындағы хикәйәнән килеп сыҡҡан. Улар был образды Тифондың аллаларға ташланыуына юл ҡуймаҫ өсөн йылғаға һикергән сатир Пан илаһына ҡайтарып ҡалдыра. Башҡа мифик йән эйәһе, Эгипан — шулай уҡ ҡайһы берҙә грек сәнғәтендә диңгеҙ кәзәһе рәүешендә һүрәтләнә. Башлыса диңгеҙ кәзәләре Хронос (грек мифологияһы) тыуҙырған беренсе диңгеҙ кәзәһе тешлүенән барлыҡҡа килгән. Риүәйәт буйынса, ахырҙа, Кәзәмөгөҙ мифологияһында Эгипанды берҙән-бер диңгеҙ кәзәһе һәм фигураһы итеп ҡалдырып, бөтә диңгеҙ кәзәләре лә ерҙә йәшәй башлай, унда улар дүрт тояҡлы булып китә.
Йәһүд сығанаҡтарында
үҙгәртергәЙәһүд мифологияһында шулай уҡ диңгеҙ кәзәләре телгә алына. Тарихтарҙың береһендә, бер ваҡыт бөтә диңгеҙ хайуандары Левиафанға үҙен ҡорбан итергә тейеш була, тиелә. Башҡаса әйткәндә, моряк диңгеҙ буйындағы диңгеҙ кәзәһен осрата. Икенсе хикәйәттә моряк диңгеҙҙә алыҫта ятҡан диңгеҙ кәзәһен осрата. Ул хайуандың мөгөҙөндә уйып яҙылған һүҙҙәрҙе уҡый, ул былай тип тәржемә ителә: «Бәләкәй диңгеҙ хайуаны булһам да, мин, үҙемде Левиафанға ризыҡҡа бирер өсөн, өс йөҙ фарсангты үттем».[6].
Галерея
үҙгәртергә-
Зодиак билдәһенең символы булараҡ диңгеҙ кәзәләре төшөрөлгән Рәсәй тәңкәһе
-
Урания Көҙгөһөнән шул уҡ исемле ассоциацияланған диңгеҙ кәзәһе һүрәте
-
Диңгеҙ кәзәһе (Кәзәмөгөҙ), атластарҙың береһе өсөн Иоганн Байер иллюстрацияһы. 1603 й.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Гиппокампус
- Ихтиокентавр
- Эгипан
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ The Capricorn goat/sea goat. Gods and Monsters.
- ↑ Rogers, John H. (1998). “Origins of the ancient constellations: I. The Mesopotamian traditions”. Journal of the British Astronomical Association. 108: 9—28. Bibcode:1998JBAA..108....9R.
- ↑ Espak, Peeter (2006). Master's Thesis (PDF) (Masters). p. 104.
- ↑ Hatziminaoglou, Y. (February 2004). «The goat in ancient civilisations: from the Fertile Crescent to the Aegean Sea». Small Ruminant Research 51 (2): 123–129. DOI:10.1016/j.smallrumres.2003.08.006. ISSN 0921-4488.
- ↑ Brown, Douglas (March 1999). «Legends of the Earth, Sea, and Sky: An Encyclopedia of Nature Myths99142Tamra Andrews. Legends of the Earth, Sea, and Sky: An Encyclopedia of Nature Myths. Santa Barbara and Oxford: ABC‐Clio 1998. xiii + 322 pp, ISBN: 0 87436 963 0 £39.95». Reference Reviews 13 (3): 19–19. DOI:10.1108/rr.1999.13.3.19.142. ISSN 0950-4125.
- ↑ Louis Ginzberg. (1909) Legends of the Jews[en]. Entries: Vol I, The Creation of the World: The Sixth Day" and Vol IV, "Elisha and Jonah: Jonah in the Whale