Дирән быуа
Дирән быуа Ишембай ҡалаһына ингән Тирмән-Йылға ауылы һәм Нефтсе ҡасабаһы янында урынлашҡан. Шулай уҡ был һыу ятҡылығы Ишембай нефть эшкәртеү заводы быуаһы тигән исем аҫтында ла билдәле.
Дирән быуа | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ишембай |
Тюринский пруд | |
---|---|
Ил | |
Район | Ишимбай |
Тарихы
үҙгәртергәДирән быуаның тарихы бик үҙенсәлекле. Ишембай нефть эшкәртеү заводы етәкселеге Тирмән-Йылғаның иң тәрән (урындағы һөйләштә — дирән) урынына техник маҡсаттарҙа ҡулланыласаҡ һыу алыу өсөн быуа быуырға ҡарар итә[1]. Исеме лә шул «дирән» тигән һүҙгә бәйле килеп сыҡҡандыр ахыры. Дирән быуаны урыҫса Тюринский тип атай башлайҙар.
Быуа ҡуйы ағастар, ҡыуаҡлыҡтар менән уратып алынған, һыуы бик таҙа. Үтә тәрән булғанға бик һирәктәр генә был һыу ятҡылығында һыу төшөргә батырсылыҡ итә. Ә бына балыҡсылар унан өҙөлмәй. Йылдың төрлө миҙгелендә лә быуа өҫтөндә балыҡсыларҙы күрергә була. Нефть эшкәртеү заводы ябылғас, Дирән быуа хужаһыҙ ҡала[2]. Әлеге ваҡытта күл буйында «Фрегат» тип аталған ял базаһы урынлашҡан.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Лист карты N-40-89. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.