Димитрий Ростовский һәйкәле

1999

Һәйкәл
Памятник Димитрию Ростовскому
Памятник Димитрию Ростовскому в Ростове-на-Дону
Памятник Димитрию Ростовскому в Ростове-на-Дону
Ил Россия
Урыны Ростов-на-Дону
Скульптор В. Г. Беляков
Архитектор Н. Ф. Гмыря
Нигеҙләнгән 15 декабря 1999
Төҙөлөшө 19961999 йылдар
Материал гранит[1]

Димитрий Ростовский һәйкәле — Дондағы Ростов ҡалаһындағы Собор майҙанында 1999 йылда ҡуйылған монумент.

Рус православие сиркәүе епискобы һәм Ростов һәм  Ярославль епархияһы митрополиты Димитрий Ростовский һәйкәле Пресвятая  Богородица Раштыуаһы Соборы — Ростов һәм  Новочеркасск епархияһының кафедраль соборы алдына ҡуйылған. Уны Дондағы Ростовтың Собор майҙанында тантаналы асыуҙы 1999 йылдың 15 декабренә, ҡалаға нигеҙ һалыуға 250 йыл тулған ваҡытҡа, тура килтереп ойошторғандар. Ҡала халҡының һәм белгес-скульпторҙарҙың һәйкәл буйынса баһаһы бер төрлө генә булмаған: художество кимәле түбән, уңайһыҙ урынлаштырылған тигәндәр, яҙыуын, Святителдең ғибәҙәт кейемен оҡшатмағандар[2].

Башланғыс идея һәм монументтың бер нисә проекты авторы дон скульпторы Анатолий Скнарин булған. Ул 1989 йылда уҡ Мәҙәниәт министрлығының хуплауын алған һәм һәйкәлдең [3] бер нисә вариантын эшләгән булған. Әммә һуңғараҡ ҡала властары эштәргә  асыҡ конкурс ойошторған[4], һәм уның һөҙөмтәһендә скульптор Владимир Беляков[5] варианты еңеп сыҡҡан. 1996 йыда ҡала башлығы ҡушыуы буйынса буласаҡ һәйкәл фундаментының тәүге ташы һалынған.

2013 йылда һәйкәлде йөҙө менән   соборға[6] ҡаратып ҡуйыу идеяһы, шулай уҡ майҙанда планлаштырылған скверға шыуҙырыу тәҡдиме әүҙем тикшерелгән[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә