Диднаури - (грузинса დიდნაური) - Грузиялағы һуңғы бронза /иртә тимер быуаттарына ҡараған археологик ҡомартҡы, Шираки тигеҙлегендә урынлашҡан. Грузияның Милли мәҙәни мираҫты һаҡлау агентлығы уны Көньяҡ Кавказдағы әлегәсә табылған "боронғо кеше йәшәгән иң ҙур тораҡ" тип билдәләгән[1]. Объект Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән [2].

Диднаури
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Диднаури Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Диднаури төбәге 2014 йылда Ширак уйһыулығының көнбайыш өлөшөндәге һөрөнтө ерҙәрҙә спутник һүрәттәре ярҙамында табыла. Әҙерлек ҡаҙыу эштәре барғанда ҙур тораҡ харабалары табыла. Уны ғалимдар беҙҙең эраға тиклемге 12 - 9 быуаттарға ҡарай тип билдәләй [3]

Тораҡ оҙонлоғо 1,5 км, киңлеге 7 м диуар менән уратып алынған булған. Ул бүрәнә һәм балсыҡтан һалынған. "Ҙурлығы менән дә, дизайны менән дә уникаль диуар" тип тасуирлай уны археолог Константин Пицхелаури [4]. Көтөлмәгән тәбиғәт ғәрәсәте, ер тетрәүҙән һаҡланыу өсөн һалынған булғандыр.

Шулай уҡ йөҙ метрлыҡ туннелдәр табыла, улар һыу менән тәьмин итеү өсөн ҡулланылған булғандыр тип фараз ителә.

Сейсмик мониторинг үҙәге мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп, Диднаури б.э.т. IX быуатта көслө ер тетрәү һөҙөмтәһендә емерелгән тигән һығымта яһалған [5].


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә