Диди Занави - (грузинса: დიდი ზანავი) - Грузияның Самцхе-Джавахети көньяҡ төбәгендәге Адигени муниципалитетындағы ауыл. Бында урта быуаттарҙан ҡалған ике ҡомартҡы - Занави ҡәлғәһе һәм Занави сиркәүе һаҡланған, һәм улар 2007 йылда Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән. 2014 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 297 кеше йәшәгән [1]..

Диди Занави
груз. დიდი ზანავი
Рәсем
Рәсми атамаһы დიდი ზანავი
Рәсми тел Грузин теле
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Самцхе-Джавахети[d] һәм Адигенский муниципалитет[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Халыҡ һаны 297 кеше (2014)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1480 метр
Карта

Занави ҡәлғәһе

Географияһы

үҙгәртергә

Диди Занави Кесе Кавказдың өлөшө Месхет һыртының көньяҡ битләүендә, ҙур булмаған Квабляни йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән 1480 метр бейеклектә. Ауыл муниципалитеттың үҙәк ҡалаһы Адигениҙан 4 км төньяҡ-көнсығышта тора, үҙе иһә Занави территориаль берәмегенең үҙәге.

Тарихи рәүештә Занави ауылы булараҡ билдәле булған. Беренсе мәртәбә Василий Зарцмскийҙың 9-10-сы быуат агиографик яҙмаһында Георгий Чорчанели биләмәһе булараҡ телгә алынған. Георгий шунда ерләнгән.

1578 йылда ауылды, башҡа көньяҡ-көнбайыштағы грузин ерҙәре менән бер рәттән, Осман империяһы ғәскәре баҫып ала . 1595 йылға ҡарата ике ауыл Занави тип аталған: береһе - «үрге», икенсеһе - «түбәнге». Ауыл кешеләре ислам ҡабул итә һәм төрөктәр идара иткән 250 йыл буйына мосолман булып ҡала. 1944 йылда уларҙы месхет төрөктәре сафында Совет Грузияһынан Үҙәк Азияға күсерәләр һәм улар урынына көнбайыш Грузияның Имерети һәм Рача төбәге кешеләрен килтереп ултырталар [2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. "Population Census 2014: Number of Population by Administrative-Territorial Units and sex". National Statistics Office of Georgia. Retrieved 2 July 2019
  2. "ზანავი [Zanavi]". საქართველო: ენციკლოპედია: ტ. III[ Энциклопедия Грузии, вып. 3 ] (на грузинском языке). Тбилиси. 2014. с. 305