Дзержинский бюсы (Салауат)
Ф. Э. Дзержинский бюсы — скульптура, беренсе Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссия рәйесе Феликс Эдмундович Дзержинскийға арналған скульптура әҫәре. Салауат ҡалаһында Дзержинский урамында ҡуйылған[1].
Дзержинский бюсы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Салауат |
Урын | Салауат |
Жанр | бюст[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза |
Бейеклеге/буйы | 4,2 метр |
Тарихы
үҙгәртергәФ. Э. Дзержинский һәйкәле 1970 йылдың сентябрендә асыла. Һәйкәлдең авторы — Ленинград скульпторы А. А. Айриев.
Ошо уҡ йылда Вокзал урамы Дзержинский урамы тип үҙгәртелә.
Композиция
үҙгәртергәҺәйкәл гранит постаментта бронза бюстан тора, һәйкәлдең дөйөм бейеклеге 4,2 метр тәшкил итә. Гранит плитала «Ф. Э. Дзержинский» тигән яҙма. Постаменты тимер-бетондан эшләнгән, гранит плита менән көпләнгән. Һәйкәл янындағы баҫҡыстар һоро төҫтәге гранит плиталар менән түшәлгән.
Баҫҡыстарҙың ике яғынан да гранит бордюр таштар менән кәртәләнгән сәскә түтәлдәре эшләнгән. Эргәһендә ылыҫлы ағастар ултыртылған, декоратив яҡтыртҡыстар ҡуйғандар.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Памятник Ф. Э. Дзержинскому / Салават: энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2018. — 536 с.: ил. с.297.
- «Яратҡан ҡалам Салауат», 2009 йыл, 2000 экс. Салауат ҡалаһының 60 йыллығына.
- «Выбор» гәзите, № 185 18.12.2015
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Памятник Ф. Э. Дзержинскому / Салават: энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2018. — 536 с.: ил. с.297.