Джордж Реник йорто
Джордж Реник йорто (ингл. Renick House) — Чилликоти ҡалаһының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан тарихи бина, Огайо штаты, АҠШ.
Джордж Реник йорто | |
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Огайо |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | ҡомташ[d] |
Мираҫ статусы | место из Национального реестра исторических мест США[d][1][2] |
Джордж Реник йорто Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1804 йылда төҙөлгән[3], ике ҡатлы таш йорт латин хәрефе «L» формаһындағы ҡоролманан ғибәрәт . Уның иң ҙур үҙенсәлеге — фронтондары һәм фасадтарының һәр береһендәге төтөнлөктәре, ҙур төп төтөнлөгө һәм декоратив фронтонлы һикәлтә менән үҙәк түр инеү урыны. Ҡомташтан төҙөлгән фасадының алты уйымы бар: икенсе ҡатта өс тәҙрә һәм ишек һәм беренсе ҡатта ике тәҙрә[4].
Федераль стилдәге был йорт Пресли Моррис етәкселеге аҫтында төҙөлә. Уның беренсе йәшәүсеһе булып Чилликоти ҡалаһының күренекле кешеһе Джордж Реник тора, ул Огайо шатында , малсылыҡ үҫешенә ҙур өлөш индергән. Ул төбәктә куүп мал һаны менән беренсе фермер була, уның етәкселеге аҫтында туҡһан алты баш малды Сциоти йылғаһы үҙәненән Балтиморға күсереп алып киләләр. Йорттоң һуңғы хужалары булып пресвитериан общинаһы тора, ул йортто усадьба һымаҡ файҙалана. 1904 йылда йорттоң бер яғына флигель өҫтәп төҙөлә[5].
1973 йылда Реник йорто тарихи урындарҙың Милли реестрына индерелә[3]. Бинаға уның яҡшы һаҡланып ҡалған тарихи архитектураһы арҡаһында архитектура ҡомартҡыһы статусы бирелә[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Национальный реестр исторических мест США — 1966.
- ↑ (unspecified title)
- ↑ 3,0 3,1 National Register Information System 2015 йыл 26 июнь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Renick House, Paint Hill 2019 йыл 31 март архивланған.
- ↑ Owen, K. Lorrie, ed. Places Dictionary of Ohio Historic. Vol. 2. St. Clair Shores: Somerset, 1999, 1223.