Дедушицкийҙар һарайы (Львов)

Дедушицкийҙар һарайыЛьвовта (Украина)классицизм архитектураһы ҡомартҡыһы. Ҡаланың үҙәк өлөшөндә Театр урамында урынлашҡан.

Дедушицкийҙар һарайы
Нигеҙләү датаһы 1870
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Львов
Урынлашҡан урамы Teatralna Street, Lviv[d] һәм Teatralna Street, Lviv[d]
Мираҫ статусы памятник архитектуры национального значения Украины[d]
Адрес вулиця Театральна, 18, Львів, Україна
Рәсми сайт smnh.org/ua/
Карта
 Дедушицкийҙар һарайы (Львов) Викимилектә

Бина кирбестән төҙөлгән, штукатурланған, эске ихата менән квадрат формала, өс ҡатлы. Фасадын таш менән көпләнгән цоколдәр менән пилястралар бүлә. Фасадтың үҙәгендә өс мөйөшлө фронтондар менән тамамланған дүрт колонналы сығып торған ризалиттар күҙгә бәрелеп тора. Икенсе ҡат балконының скульптура консолдәре иғтибарға лайыҡ.

Нигеҙе һәм бинаның беренсе ҡаты XVIII быуат аҙағына ҡарай. 1830 йылда бинаны архитектор өлкән В. Раевский классицизм.рухында үҙгәртеп ҡора. Унда магистрат хеҙмәттәре урынлаша[1]. 1868 йылда граф Владимир Дедушницкий был бинаны һатып ала, 1870 йылда бында тәбиғәт музейы асыла, ә 1890 йылда йәмәғәт ойошмаларына тапшырыла. Хәҙер бында Украинаның Дәүләт тәбиғәт музейы урынлаша, унда 360 меңдән ашыу экспонат тупланған.

1995 йылдан алып 2011 йылға тиклем бинала капиталь ремонт үткәрелгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Повернення палацу Дідушицьких

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Энциклопедия Львова, Т.2, с. 84-86.
  • Памятники градостроительства и архитектуры Украинской ССР. Киев: Будивельник, 1983—1986. Том 3, с. 15.

Һылтанмалар үҙгәртергә