Күсемле әйбер

(Движимая вещь битенән йүнәлтелде)

Күсемле әйбер (күсемле мөлкәт) — закон тарафынан күсемһеҙ мөлкәткә ҡаратылмаған бөтә әйбер  (аҡсаны һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы ла индереп).

Күсемһеҙ мөлкәткә ер участкалары, ер аҫты участкалары, ер менән ныҡлы бәйләнгән бөтә нәмә, йәғни тәғәйенләнешенә зыян килтермәйенсә күсереп йөрөтөү мөмкин булмаған объекттар, шул иҫәптән биналар, ҡоролмалар, төҙөлөп бөтмәгән объекттар инә. Рәсәй ҡануниәте һауа һәм һыу судноларын, эске йөҙөү судноларын һәм космос объекттарын да күсемһеҙ мөлкәткә индерә. 

Әйберҙәрҙе күсемле (йә күсемһеҙ)  милек категорияһына индергәндә ике критерий ҡулланыла:

  1. матди — әйберҙең ер менән бәйләнеш дәрәжәһе;
  2. юридик  —  әйберҙе ер менән бәйләнеш дәрәжәһенә ҡарамайынса күсемһеҙгә индереү[1].

Матди критерий буйынса — ер менән ныҡлы бәйләнеше булмаған әйбер күсемле була. 

Юридик критерий буйынса — тәғәйенләнешенә ҙур зыян килтермәйенсә күсереп була торған, шулай уҡ закон тарафынан күсемһеҙ мөлкәт тип туранан-тура билдәләнмәгән әйбер күсемле була. 

Әйберҙе күсемлегә индерер өсөн ул ике критерийға ла тап килергә тейеш, юғаиһә ул күсемһеҙ тип һаналасаҡ.  

Ҡағиҙә булараҡ, күсемле әйбергә хоҡуҡты теркәү талап ителмәй. Закон менән теркәү (иҫәпкә алыу) талап ителгән әйберҙәр генә (ҡорал, транспорт саралары, ҡиммәтле ҡағыҙҙар сығарылыштары, музей ҡиммәттәре, бурыслы кешенең  мөлкәте һ. б.) теркәлергә (иҫәпкә алынырға) тейеш.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  1. Калкин А. Г., Масляева А. И. Гражданское право. Ч. 1, М.: Юристъ, 2000, С. 135