Двейр башняһы

Мальта утрауында урышлашҡан.

Двейр башняһы[2] (мальт. Torri tad-Dwejra) Мальтаның Гоцо утрауындағы Сан-Лоренц[en] ауылы янында, «Зәңгәрһыу тәҙрә» эргәһендә урынлашҡан бәләкәй ҡарауыл башняһы. Уның төҙөлөшө 1652 йылда тамамлана. Ул Ласкари башняларының береһе булып тора. Бөгөнгө көндә яҡшы торошта һәм килеүселәр өсөн асыҡ. Был башня — Гоцола һаҡланып ҡалған дүрт яр буйы ҡарауыл вышкаларының береһе.

Двейр башняһы
Нигеҙләү датаһы 1652
Рәсем
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Дәүләт  Мальта
Административ-территориаль берәмек Сан-Лоренц[d][1]
Хужаһы Мальта Хөкүмәте[d][1]
Әҫәр заказсыһы госпитальерҙар[d]
Хеҙмәтләндереүсе Din l-Art Ħelwa[d][1]
Мираҫ статусы Grade 1[d][1]
Адрес Triq id-Dwejra[1]
Карта
 Двейр башняһы Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Двейр башняһы 1652 йылда Бөйөк Магистр Жан де Ласкарис-Кастеллар идара иткән осорҙа Гоцо университеты аҡсаһына төҙөлә. Ласкари башняларының береһе булып тора. Борон ул яҡын-тирәләге райондарҙы дошман һөжүменән, бигерәк тә пираттарҙан һаҡлау өсөн ҡарауыл посы булараҡ төҙөлә. Башня, башҡа пункттар кеүек үк, яҡындараҡ урынлашҡан башҡа оборона нығытмалары менән бәйләнеш тота. Хәүеф янаған осраҡта ут һәм сигнал булараҡ ҡулланылған төтөн ярҙамында хәбәр ебәрер булғандар. Янындағы тоҙ сығарыу ванналары башняны тотоу өсөн аҡса бүлгән. Башняға алты фундлы өс орудие ҡуйылған. 1744 йылда Бөйөк Магистр Пинто кешеләрҙең Бәшмәкле ҡаяға барыуын тыйған, сөнки унда үҫкән бәшмәктәр дауалау үҙенсәлегенә эйә, тип танылған. Шулай итеп, Двейр башняһы бер кемдең дә утрауға үтә алмауын контролдә тотҡан.[3]

1839 йылдан 1873 йылға тиклемге осорҙа башня Мальта короле артиллерияһы тарафынан баҫып алына. Һуңынан, 1914 йылға тиклем ташландыҡ хәлдә була. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында, унда Мальта короленең пехота полкы частары урынлаша, шулай уҡ 12 фундлы дүрт орудия ла ҡуйыла башняға. Икенсе донъя һуғышы мәлендә лә башня күҙәтеү пункты сифатында файҙаланыла, ә 1942 йылда башняла капитан Франк Дебоно һәм Кармело Захра Британия хәрби һауа көстәренең самолеты һәләкәткә тарыған пилотын ҡотҡара[4].

Башня 1956 йылда Джеральд де Траффордҡа ҡуртымға бирелә. Ул тулыһынса емерелгән хәлдә ирекле Din l-Art Ħelwa[en] Селва ойошмаһына ҡуртымға тапшырыла.

Хәҙерге заман үҙгәртергә

 
Двейр башняһы, артҡы планда «Зәңгәрһыу тәҙрә» ҡаяһы

1997 йылдан 1999 йылға тиклем башня тергеҙелә. Хәҙер ул яҡшы торошта һәм бушлай йөрөү өсөн асыҡ.[5]

Мәҙәниәттә үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 http://www.culturalheritage.gov.mt/filebank/inventory/00040.pdf
  2. Dwerja Tower, Gozo. Le Crac (4 июль 2015). Дата обращения: 11 июль 2015. Архивировано 15 июль 2015 года.
  3. Dwejra Tower. Visit Gozo. Дата обращения: 16 сентябрь 2014. Архивировано 12 март 2016 года. 2016 йыл 12 март архивланған.
  4. Dwejra Tower. Malta Info Guide. Дата обращения: 17 май 2015. Архивировано 5 сентябрь 2013 года.
  5. Dwejra Tower, Gozo. Din l-Art Ħelwa[en]. Дата обращения: 16 сентябрь 2014. Архивировано 29 март 2012 года.
  6. . — P. 163–170.

Һылтанмалар үҙгәртергә