Даугавпилс төрмәһе

Даугавпилс төрмәһе (лат.Daugavpils cietums), — ябай һөйләү телендә «Аҡ аҡҡош» (лат.Baltais gulbis) — Латвияла төрмә, Даугавпилс ҡалаһының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Даугавпилс, 18 ноябрь урамы, 66. адресы буйынса урынлашҡан. Урындағы әһәмиәткә эйә булған архитектура ҡомартҡыһы, дәүләт яҡлауы аҫтында[2].

Даугавпилс төрмәһе
Нигеҙләү датаһы 1863[1]
Рәсем
Дәүләт  Латвия
Административ-территориаль берәмек Даугавпилс[1]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Cultural heritage monuments in Daugavpils[d]
Мираҫ статусы local architectural monument[d][1]
Адрес 18. novembra iela 66a[1]
Карта
 Даугавпилс төрмәһе Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

 
Флюгер

Төрмә 1863 йылда ҡала ситендә төҙөлгән[3]. Башта төрмә бинаһының фасады ҡыҙыл төҫтә була, һәм «Ҡыҙыл йорт» булараҡ билдәле була[4]. Төрмә архивы документтарына ярашлы, төрмә бинаһының архитекторы булып уның беренсе тотҡоно тора[5]. Хәҙер төрмә ағартылған баструктан ғиәбәрәт, тотош стена менән кәртәләнгән, мөйөштәрендә вышкалары бар. Төрмә бинаһын аҡ аҡҡош ҡиәфәтендәге флюгер ослап ҡуя. Аҡ стеналары һәм аҡ аҡҡош ҡиәфәтендәге флюгеры төрмәгә исем бирә лә инде[6].

1941 йылдың 23 июнендә немец ғәскәрҙәре Даугавпилсҡа яҡынлашыу менән төрмә ихатаһында НКВД хеҙмәткәрҙәре урыҫтарҙың мәнфәғәтен яҡлаусы, аҙаҡ иҫке ҡарашлы фракцияны ойоштороусы Латвияның бөтә дүрт сеймының депутаты Мелетий Архипович Каллистратовты атып үлтерә[7][8].

XX быуаттың икенсе яртыһында «Аҡ аҡҡош» холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт учреждениеһы базаһында көнкүреш радиоаппаратуралары етештереү менән шөғөлләнгән ОЦ-78/3 Даугавпилс предприятиеһы ойошторола[9]. 1960 йылдарҙа был предприятиела «Рига» репродукторы[10] РТВ-61 «Вента» һәм РТВ-64 «Рига» репродукторҙары эшләп сығара[11][12]

Урынлашыуы үҙгәртергә

Төрмәнең тәҙрәләре ҡаланың төп урамдарының береһенә — 18 ноябрь урамына сыға (18. iela novembra, ул. 18. новембр). Төрмә эргәһендә «Даугавпилс локомотивтар ремонтлау заводы» акционерҙар йәмғиәте һәм Балтика халыҡ-ара академияһы урынлашҡан[13].

2006 йылдың октәбрендә Даугавпилста төрмәне ҡаланың үҙәк өлөшөнән күсереүҙе талап итеп ҡаршылыҡ акциялары үтә. 2008 йылдың февралендә юстиция министры Гайдис Берзиньш күсереү мөмкинлеге тураһында иғлан итә.

Хәҙерге торошо үҙгәртергә

«Аҡ аҡҡош» — вышкаларҙа һаҡсылар булмаған Латвияла берҙән-бер төрмә. Ҡораллы һаҡсыларҙан тыш, тотҡондарҙы күҙәтеү электрон ҡорамалдар ярҙамында тормошҡа ашырыла[14].

«Аҡ аҡҡош» төрмәһендә теҙмәсән үлтереүсе Каспар Петров ғүмерлеккә төрмәгә ултыра, ул 38 оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнә, шуларҙың 13 суд тарафынан иҫбатлана[15].

2008 йылда «Аҡ аҡҡош» төрмәһе администарция тарафынан төрмәләр өсөн сығымдарҙы ҡыҫҡартыу маҡсатында Грив төрмәһе менән берләштерелә (шулай уҡ Даугавпилста урынлашҡан). Берләштерелгән төрмә яңы исем ала — Даугавгривас (лат. Daugavgrīvas cietums, Даугавгрив төрмәһе)[16].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә