Цвек Дарья Яковлевна

(Дарья Яковлевна Цвек битенән йүнәлтелде)

Дарья Яковлевна Цвек (ҡыҙ фамилияһы — Маркевич; 10 октябрь 1909 йыл — май 2004) — украин кулинары. Ҡайһы бер популяр рецепт китаптары авторы, улар араһында «Татлы печенье» һәм башҡалар.

Дарья Цвек
укр. Дарія Яківна Цвєк
Исеме

Дарья Яковлевна Маркевич

Тыуған көнө

10 октябрь 1909

Тыуған урыны

Гримайлов, Австро-Венгрия

Вафат булған көнө

2004({{padleft:2004|4|0}})

Вафат булған урыны Ивано-Франковск, Украина
Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Украина Украина

Эшмәкәрлеге

ашнаҡсы, яҙыусы

Атаһы

Яков Маркевич

Тормош иптәше

Лев Цвек

Биографияһы

үҙгәртергә

Атаһы Яков Маркевич Варшавала Килем министрлығында инспектор булып эшләгән; йыш ҡына ҡыҙын үҙе менән аҡ һөйәктәр ҡабул итеү мәжлесенә алған. Бәләкәй саҡтан Дарьяны һәйбәт ҡыланыштарға, ашамлыҡты әҙерләү һәм уны өҫтәлгә алып килеү ҡағиҙәләренә өйрәтәләр; әҙерләргә уны әсәһә, ҡартәсәһе өйрәтә.

Гимназияны тамамлағандан һуң Дарья Маркевич Коломыела Украина педагогия йәмғиәтенең педагогия семинарияһына уҡырға инә (1923—1927, «Туған мәктәп»). Ирина Вильде менән дуҫ була, әхирәте уға рецептарҙы яҙып барырға һәм уларҙы артабан китап итеп сығарырға кәңәш итә[1]. Уҡыған саҡта Коломыя педагогия семинарияһының оркестрында флейтала уйнай. Баштараҡ, атаһы үтенесе буйынса, скрипкала уйнай. Студент сағында симфония оркестрына килә, әммә унда флейтистка кәрәк булыуы асыҡлана.

Яратҡан предметы — биология. Дарья Маркевич тиҙ арала Львовтан алыҫ булмаған мәктәптәрҙең береһендә биология уҡытыусыһы булып эшләй, сөнки педагогия семинарияһы уҡытыу хоҡуғы бирә.

Буласаҡ ире, «Туған мәктәп» украин гимназияһының йәш уҡытыусыһы — Лев Цвек менән Львов политехникаһында киске уйындарҙа таныша.

Ире менән бергә Львов яҡтарынан Тернополь өлкәһенә күсенә, Чортков ҡалаһында, Соленый ауылында уҡыта, ә һуңынан ғаилә Станиславта урынлаша (хәҙер — Ивано-Франковск). Голубь урамында йәшәй (2010 йылда Ивано-Франковск ҡала советы урамды уның хөрмәтенә исемләй[2]).

2004 йылдың май айында вафат була.[3].

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Цвек — «Татлы печенье», «Байрам өҫтәленә», «Көндәлек һәм байрам көндәрендә», «Ҡунаҡтар һәм ғаилә өсөн», « Беҙҙең иң бәләкәстәргә», «Балаларға һәм ата-әсәләргә» һәм башҡа бестселлерҙар авторы. «Татлы печенье» китабы ун мәртәбә ҡабатлап баҫыла. Тоҙло эслекле бәлештәр һәм эсемлектәр рецептары өҫтәлгән был китап «Өй печеньеһы» исеме аҫтында нәшер ителә"[4].

«Бәләкәстәргә һәм уларҙың ата-әсәләренә» рецептар һәм кәңәштәр йыйынтығы (Львов: Ҡарт Арыҫлан нәшриәте) т"Йыл китабы-2002" тип танылды[5].

«Татлы печенье» сираттағы мәртәбә 2013 йылда баҫыла (Львов: Ҡарт Арыҫлан нәшриәте)[6]. Китап Бөтә Украина «Йыл Китабы-2013» рейтингы версияһына ярашлы «Йәй Лидерҙары» исемлегенә эләкте[7].

Иҫкәрмәләре

үҙгәртергә
  1. Попович Жанна. Ірина Вільде не була дикою. Дзеркало тижня — 2006. — № 25. Дата обращения: 17 декабрь 2013.
  2. В Івано-Франківську вулицю, де мешкала Дарія Цвєк, перейменовано на її честь
  3. Дарія Цвек залишила нам свої книжки(недоступная ссылка)
  4. Цвек Д. Я. Домашнє печиво. — 8-ме вид., доповн. — Львів : Каменяр, 1989. — 136 с. : іл., 20 арк.
  5. Пішла з життя берегиня української кухні Дарія Цвєк
  6. Дарія Цвек. Солодке печиво. ЛітАкцент (12 апрель 2013). Дата обращения: 17 декабрь 2013.
  7. Книжка року'2013: Лідери літа. Номінація „Обрії“. Буквоїд (25 август 2013). Дата обращения: 17 декабрь 2013.

Һылтанмалар

үҙгәртергә