Давати стелаһы
Давати стелаһы (груз. დავათის სტელა) — Грузияның Душети муниципалитетының Давати ауылында табылған таш барельеф. Барельефҡа ике архангел — Михаил һәм Гавриил һүрәте төшөрөлгән. Улар боронғо грузин алфавиты — Асомтаврули яҙылған пергаментты тотҡан. Был — алфавиттың беҙҙең көндәргә килеп еткән тәүге һүрәтләнеше.
Давати стелаһы | |
Грузин ғалимы Г. Нарсидзе раҫлауынса, Давати стелаһы беҙҙең эраның IV—VI быуаттарына ҡарай[1]. Өс хәрефкә — კ (К), ტ (Т), һәм ჭ (Ч) хәрефтәренә — билдә төшөрөлгән. Р. Рамишвили фекеренсә, улар һандарға тап килә: 5000, 300 һәм 20, йәғни = 5320 (боронғо грузин текстарында һандар хәрефтәр менән яҙылған булған). Библия буйынса йылдар иҫәбе беҙҙең эраға тиклем 5604 йылдан башланған, тимәк, 5604 — 5320 = беҙҙең эраға тиклем 284 йыл. Нәҡ беҙҙең эраға тиклем 284 йыл Фарнаваз батша тарафынан грузин алфавиты эшләнгән йыл тип һанала[2][3].
-
Давати стелаһы
-
Давати стелаһы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Abramishvili, G & Aleksidze, Z. (1990), «A national motif in the iconographic programme depicted on the Davati Stela». Le Muséon
- Р. Рамишвили, Открытие в селе Давати, ж. «Мнатоби», 1986,№ 8
- К. Церетели, Стелы из села Давати, ж. «Дзеглис мегобари», 1984, № 68.
- Г. Нарсидзе, Открытие в селе Давати. ж. «Мнатоби», 1987, № 4
- Г. Нарсидзе, Открытие в селе Давати. ж. «Мнатоби», 1987, № 8
- К. Мачабели, Стелы в Грузии, 1999.
- Г. Джавахишвили, Стелы раннефеодального периода, 1998.
- Р. Патаридзе, Грузинский алфавит из Давати. ж. «Мнатоби», 1987, № 2
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Г. Нарсидзе, Открытие в селе Давати. ж. «Мнатоби», 1987, № 4, с. 157-170
- ↑ Р. Рамишвили, Открытие в селе Давати, ж. «Мнатоби», 1986,№ 8
- ↑ ფარნავაზ მეფის ზეობის წლებია ძვ. წ. 303-238 წწ... ვფიქრობ, საბოლოოდ გაირკვა, რომ თარიღი ძვ. წ. 284 წლის 25 მარტი ქართული ენისა და ქართული მწიგნობრობის შემოღებისა და ქართული ეროვნული წელთაღრიცხვის დასაბამი თარიღია.
— Р. Патаридзе, Грузинский алфавит из Давати. ж. «Мнатоби», 1987, № 2, с․ 156